“Ласселсбергер” Башҡортостанда ҡала26.10.2018
Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Lasselsberger компанияһының ойоштороусыһы Йозеф Ласселсбергер менән осрашты. Сарала хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдары, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

Әле Өфөлә керамик плитә етештереү буйынса Европала иң ҙур заводтарҙың береһе Lasselsberger Ceramics эшләй. Ул йылына 10 миллион квадрат метр етештереү ҡеүәтенә эйә. Йозеф Ласселсбергер әйтеүенсә, компания был күрһәткесте йылына 20 миллион квадрат метрға еткерергә ниәтләй. Киләһе йыл өҫтәмә ҡорамалдарға заказ биреләсәк, ә 2020 йылда төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлау күҙаллана. Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә ошо инвестиция проектын өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

Бынан тыш, Әбйәлил районында компанияның тағы ла бер ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла – ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү заводы төҙөлә.

– Был проект өсөн байтаҡ төбәктәр көрәште, әммә беҙ Башҡортостанда ҡалырға ҡарар иттек, – тине Йозеф Ласселсбергер. – Республика етәкселеге менән мөнәсәбәтебеҙ яҡшы. Бында хеҙмәттәшлек итергә, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе йылдам хәл итергә әҙер булыуҙарын күрәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, һеҙҙең республика – үҫеш өсөн уңайлы төбәк.


Вернуться назад