Радий Хәбиров дин әһелдәре менән осрашты15.10.2018
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм Рус православие сиркәүенең Мәскәү патриархаты Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон менән осрашты.

“Йәкшәмбе кис мине ҡабул иткән өсөн хөрмәтле Тәлғәт хәҙрәт менән владыка Никонға рәхмәт. Беҙ ҡайһы бер мөһим мәсьәләләр буйынса кәңәшләштек. Улар республикабыҙҙа тыныслыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн бик күп эш башҡара”, – тип яҙған Радий Хәбиров "Фейсбук" социаль селтәрендәге сәхифәһендә.


Вернуться назад