Трамп тыныслана алмай27.04.2018
АҠШ президенты Дональд Трамп Рәсәйҙе һәм Ҡытайҙы бик ҙур гонаһта ғәйепләүен дауам итә. Ул Мәскәү менән Пекин араһында валюта сәйәсәтенә ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә. “АҠШ процент ставкаларын күтәргән саҡта, Рәсәй һәм Ҡытай валюта девальвацияһы менән уйнай. Юл ҡуймаҫлыҡ хәл!” – тип яҙа ул. Был һүҙҙәре менән телдән сит илдең эшенә ҡыҫылып, бер твит менән Америка валютаһының курсын төшөрөүгә булышлыҡ итте.

Америка ил иҡтисадын ҡотҡа­рыу өсөн доллар курсын төшөрөү­гә барасаҡ, тигән күҙаллауҙар йыл башында уҡ ишетелде. Доллар­ҙың хаҡын төшөрөп, экспортҡа сыға­рыл­ған тауарҙарҙың донъя баҙа­рында көнәркәшлеген артты­рыуҙы маҡсат итеп ҡуя Трамп, сөнки ҡиммәтле тауар бер кемгә лә кәрәкмәй. Долларҙың башҡа валюталар алдында процент ставкаларын арттырыу америка финанс баҙарында “күбектәрҙең шартлауына” тиң һәм ул бәләкәй процент ставкалары менән кредит алып өйрәнгән ил корпорацияларын ауыр хәлгә ҡалдырасаҡ. Американы яңынан “бөйөк” итергә теләгән Трамп төрлө юлдар эҙләп маташа.
Валюта курсына идара итеп өйрәнгән АҠШ “валюта менән шаярған” илдәрҙе ғәфү итмәй, Финанс министрлығының Рәсәйгә һәм Ҡытайға ҡарата санкциялар индереүе лә ихтимал. Айырыуса ҡытайҙар Американың төп конкуренты булып тора, сөнки ҡояшлы илдең иҡтисады донъя баҙарын етеҙ аҙымдар менән ялмап бара. Рәсәй долларға әллә ни йоғонто яһамай, ә бына Ҡытай, Япония һәм Евросоюз үҙ валюталарын долларға ҡарата кәметеп, Америка баҙарында үҙҙәрен экспорт өҫтөнлөгө менән тәьмин итә.
Рәсәйгә ҡағылышлы сәйәсәткә килгәндә, беренсе сәбәп: Америка Ҡушма Штаттары фермерҙары һәм агрохолдингтары Рәсәй иге­не­нең уларҙы халыҡ-ара иген баҙарынан ҡыҫырыҡлауына зарлана. Азия һәм Урта диңгеҙ ба­ҙарын илебеҙҙән оҙатылған осһоҙ иген яулап алған икән. Американдар Рәсәй экспортерҙарын ғәҙел булмаған көнәркәшлектә ғәйепләй.
Икенсе сәбәп: баҡтиһәң, Америка президентының геосәйәсәте, шулай уҡ Рәсәйгә ҡарата индергән санкциялар ҙа көтөлмәгән һөҙөм­тәгә килтергән – нефткә хаҡ арта. Һумдың түбән курсы иһә был осраҡта Рәсәй бюджетына өҫтәмә килем килтерә.
Хәҙер Трамп был хәлдән нисек сығырға белмәй. Ә бит ошондай мәлдәрҙә һуғыш асыу халыҡтың иғтибарын ситкә йүнәлтә. Шулай уҡ башҡа илдәрҙә алып барылған хәрби хәрәкәттәр Американың ҡорал етештереү сәнәғәтен ҡеүәт­ләндерә, уға бәйле башҡа тармаҡ­тарҙа ла етештереүсәнлекте арттыра. Тимәк, американдар башҡа­лар ҡайғыһында тағы ла эске көрсөктө көйләй. Был юлы уның ҡорбаны — Сүриә...


Вернуться назад