Кешегә уңайлы булһын23.02.2018
Кешегә уңайлы булһынӨфөләге Конгресс-холда “Һаҡсыл Хөкүмәт” проекты буйынса тәүге белем биреү семинары үткәрелде. Унда эш төркөмдәренең етәкселәре, шулай уҡ программаға йәлеп ителгән министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уларға тәбрикләү телмәре менән мөрәжәғәт итте.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, “Һаҡсыл Хөкүмәт” проекты власть органдарының эшен ҡулай­лаштырыу, административ һәм башҡа процес­тарға идара итеүгә системалы ҡараш булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Республика Башлығы Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә “Һаҡсыл поликлиника” тигән ошондай уҡ проекттың тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Проект һөҙөмтәһе менән ул Белорет районына эш сәфәре барышында танышҡайны.
— Башҡарылған эш миңә бик оҡшаны. Поли- к­линика ҡулай итеп йыһазландырылған. Унда регистратура кеүек боронғолоҡ ҡалдыҡтарынан ҡотолғандар. Ресепшн ойошторғандар, кеше килә, ҡайҙа мөрәжәғәт итеү кәрәклеген һораша. Һәр ғәмәл тамырынан уйланылған. Табиптарға ла, медицина персоналына ла эш еңеләйгән, иң мөһиме — пациенттарға, учреждениеға килгән кешеләргә уңайлыҡтар артҡан, — тине Рөстәм Хәмитов.
Уның әйтеүенсә, “Һаҡсыл Хөкүмәт” проекты тормошҡа ашырылған төбәктәр әле ярайһы уҡ ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә.
— Алда еңел булмаған ижади эш көтә. Һөҙөмтәлә ведомстволарҙағы идараға системалы ҡараш барлыҡҡа киләсәк, — тине төбәк етәксеһе.


Вернуться назад