Һайлау тамамланды. Әҙерлек башланды...14.12.2016
Ил Президентының һайлауҙарҙы асыҡ һәм ғәҙел үткәрергә тигән талабы Башҡортостанда бер ҡаршылыҡһыҙ тормошҡа ашырылды. Был турала Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙы йомғаҡлау буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә белдерҙе.
— Беҙ республикалағы һайлау системаһының эшен күҙәтеп барҙыҡ — ул ярайһы уҡ етди һәм ғәҙел булды, — тип билдәләне Евгений Шевченко. — Башҡортостандың һайлау системаһы дәүләт башлығы ҡуйған бурысты тулыһынса атҡарып сыҡты.
Шул уҡ ваҡытта Мәскәү ҡунағы “ҡайһы бер участкаларҙа закон боҙоу осраҡтары теркәлеүен, әммә уларҙың һаны, участкаларҙың һәм һайлау комиссияларының күләменән сығып баһалағанда, бер проценттан да артмауын” белдерҙе.
— Иң мөһиме, республиканың һайлау комиссияһы ялыуҙарҙы, хоҡуҡ боҙғандарҙы яҡлап маташманы, ә, киреһенсә, етди һығымталар яһаны, был кәмселектәрҙең башҡаса ҡабатланмауын хәстәрләне, — тине ул.
Алда иһә тағы ла ҡатмарлыраҡ сәйәси ваҡиға көтә — Рәсәй Президентын һайлау. 2018 йылда үтәсәк сараға әҙерлек башланды ла инде. Евгений Шевченко әйтеүенсә, ошо йәһәттән һайлау системаһына бик күп яңылыҡтар индереү көтөлә, был һайлау участкаларында видеокамералар ҡуйыуҙан башлап протоколдар тултырыуға тиклем ҡағыласаҡ.


Вернуться назад