Көрәш ҡыҙыу барасаҡ06.03.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тауыш биреү көнө алдынан Украина Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Шаповалов менән осрашты. Ул Өфөгә өс көнгә һайлау барышын күҙәтеү өсөн килгәйне. Осрашыу ваҡытында Рәсәй Президентын һәм ҡала Советына депутаттар һайлауға әҙерлек тураһында әңгәмә ҡоролдо.
Рөстәм Зәки улы ҡунаҡты республика менән таныштырҙы.
— Беҙҙең республика — ҡеүәтле төбәк, 4 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Һеҙгә Башҡортостанда көн күреүсе украиндарҙың нисек йәшәүен күрһәтергә теләйбеҙ. Беҙ Рәсәйҙәге Украина илсеһе менән дә осрашҡайныҡ. Дипломаттарҙы республика менән таныштырҙыҡ, — тине Президент. — Һайлауға килгәндә, был хаҡта һеҙгә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе һөйләр, мин был эшкә ҡыҫылмайым. Көрәштең ҡыҙыу барыуын күрәм, ил Президентынан тыш, ике тиҫтәгә яҡын ҡала Советына депутаттар ҙа һайлайбыҙ.
Иҙел УРАЛБАЕВ.


Вернуться назад