Матбуғат саралары баһа бирә02.03.2012
“Медиалогия” компанияһы ғинуар айына Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылыуы буйынса сираттағы рейтингтарын әҙерләне.
Урындағы матбуғат сараларында телгә алыныу тәңгәлендә Волга буйы федераль округындағы төбәк башлыҡтарының тәүге тиҫтәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һигеҙенсе баҫҡысты, ә урындағы киң мәғлүмәт сараларында, мәғлүмәти именлек индексы буйынса Пермь крайы губернаторы Олег Чиркуновты, Сыуашстан Президенты Михаил Игнатьевты һәм Удмуртия Президенты Александр Волковты үтеп, “алтын” урталыҡты биләй.
Федераль матбуғат сараларында телгә алыныу буйынса Рәсәйҙең 40 төбәк башлығы араһында Башҡортостан етәксеһе — ун һигеҙенсе урында. Волга буйы федераль округында ул Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановты, губернаторҙар — Түбәнге Новгородтан Валерий Шанцевты, Һарытауҙан Павел Ипатовты, Пермдән Олег Чиркуновты, Һамарҙан Владимир Артяковты уҙып китте.
Федераль киң мәғлүмәт сараларындағы хәбәрҙәр буйынса иҫәпләнгән мәғлүмәти именлек индексы йәһәтенән дә Рәсәйҙәге 40 төбәк башлығы араһында Рөстәм Хәмитовтың позицияһы ярайһы уҡ уңышлы. Башҡортостан башлығы алтынсы урында. Был рейтингта Мәскәү мэры Сергей Собянин, Чечня Президенты Рамзан Ҡадиров, төбәк башлыҡтары — Архангел өлкәһенән Игорь Орлов, Краснодар крайынан Александр Ткачев һәм Ҡабарҙа-Балҡарҙан Арсен Каноков унан алдараҡ бара.
Медиа-рейтинг 8 меңгә яҡын иң йоғонтоло Рәсәй сығанаҡтарын — телевидение, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, Интернет сараларын һәм блогтарын үҙ эсенә алған “Медиалогия” системаһының мәғлүмәттәр базаһына нигеҙләнеп төҙөлгән.
Ә. ФӘЙЕЗОВ.


Вернуться назад