Малыбыҙға “ҡыҫҡартыу” янамай08.09.2015
Уҙған аҙнала “Берҙәм Рәсәй” лидеры, ил Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев шәхси хужалыҡтарҙа мал һанын кәметеү идеяһын тормошҡа ашырырға йыйынмауы хаҡында белдерҙе.


Партияның Рязань бүлексәһе ағзалары менән осрашыуында Дмитрий Анатольевич һайлау алды хәл­дәрен тикшерергә тәҡдим иткәйне, ләкин сарала ҡатнашыусылар бөтөнләй башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙы хуп күрҙе. Төбәктең йәмәғәт баш­ланғысындағы торлаҡ инспекторы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы ағзаһы Татьяна Баринова капиталь ремонтҡа түләүҙәге етешһеҙлектәрҙе иҫкә төшөрҙө. “Халыҡ аҡсаны ваҡытында күсереп барырға тырыша, әлбиттә, тик күптәрҙең быға хәле етмәй”, — тине ул һәм капиталь ремонт программаһының 30 йыл дауам итәсәге, был ваҡыт эсендә иҫәптәге аҡсаның баһаһы ныҡ кәмеүе ихтималлығы хаҡында борсолоуын әйтте. Дмитрий Медведев сығыш яһаусының аҡсаны һаҡлау сараһын күреү тәҡдиме менән килеште, түләүҙәрҙе кешенең матди хәленә ҡарап тәғәйенләү мөмкинлеген дә белдерҙе. Ләкин мәсьәләне төбәктәр хәл итәсәк.
Хөкүмәт рәйесе Рәсәй Ауыл хужалығы министр­лығының шәхси ихаталарҙағы мал һанын сикләүгә ҡағылышлы белдереүенә ҡаршы икән.
— Бындай имеш-мимешкә ышанмағыҙ, бер нәмә лә әҙерләнмәй. Нигеҙһеҙ бәхәскә оппозициялағы “дуҫ­тарыбыҙ” ҡушылып алды ла, “Элек коммунистар тауыҡтарҙы тартып ала ине, хәҙер “Берҙәм Рәсәй” ошо уҡ юлдан китмәксе”, тип һөрән һала, — тине Премьер-министр.
Хөкүмәт әсәлек капиталы темаһын да иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡ, тине Дмитрий Анатольевич. Шул уҡ ваҡытта ул был социаль ярҙамды алырға теләүселәргә ҡабаланырға кәңәш итте.




Вернуться назад