Көрәш ҡорбанһыҙ булмай...15.02.2012
Оҙаҡламай һайлауҙар. Илдә һайлау алды көрәше ҡыҙа, сәйәси тормош ҡайнап тора. Көрәш тигәндән, был һүҙҙең тура мәғәнәһе күренә башланы. Уҙған аҙнала Өфөлә бер партияның агитаторҙарын туҡмап китеү осрағы асыҡланды.
Баш ҡала юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡып йөрөгән дүрт егет тарый был күңелһеҙ хәлгә. Кискә табан йорттарҙа агитация ҡағыҙҙары йәбештереп ҡайтып килгәндә ҡаршыларына ҡалын ғына кәүҙәле алты егет килеп сыға һәм, бер нәмә аңлатып та тормайынса, уларҙы туҡмай башлайҙар. Туҡмаҡ эләккән егеттәрҙең береһе Альберт Каеров әйтеүенсә, уларҙа күгәргән һәм һыҙырылған урындар ҡалған. Агитаторҙарға ҡул күтәреүселәр бер нәмә әйтмәһә лә, бының сәбәбе һайлау алды эшмәкәрлегенә бәйле икәне аңлашыла.
Агитация төркөмө координаторы Алик Яҡупов әйтеүенсә, улар йәбештергән ҡағыҙҙарҙы шунда уҡ арттарынан йолҡоп подъездарға ташлап йөрөүселәр ҙә бар. Әлбиттә, был хәл менән йорт хужалары ҡәнәғәт түгел, уларҙың сүп-сарға йәне көйә.
Ошо көндәрҙә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев тә был мәсьәләгә үҙ ҡарашын белдерҙе.
— Был хәл тураһында ишеттем. Әйтер һүҙем шул: агитацияны цивилизациялы, тәртипле юл менән алып барырға һәм бер-береңде хөрмәт итергә кәрәк. Һайлаусылар ҙа тауыш биргән саҡта быларҙы иҫәпкә аласаҡ бит, — тине ул.
Егеттәр был хәл буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәгән.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика