Мәғлүмәт менән алмашыу еңелләшәсәк14.02.2012
Республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы урындағы үҙидара органдары вәкилдәре өсөн уҡытыу семинарҙары ойоштора.
2012 йылдың 1 июленә тиклем барлыҡ төбәк һәм муниципаль ведомстволар, Рәсәй субъектының башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары ведомство-ара документтар һәм мәғлүмәт менән алмашыуға күсергә тейеш. Башҡортостан да был эшкә әүҙем тотондо. Әлеге семинар ҙа ошоноң бер дәлиле — 37 муниципалитет электрон рәүештә ведомство-ара аралашыу күнекмәләре алды.
Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Илдар Ямаловтың әйтеүенсә, республикала ведомство-ара килешеп эшләүҙе талап иткән ошондай 103 хеҙмәт бар.
Миҫал өсөн: балаға ай һайын пособие түләү кеүек хеҙмәт бик күптәргә кәрәк. Ул республикала йыл һайын яҡынса 170 мең тапҡыр күрһәтелә. Шуға күрә был хеҙмәттең мәғлүмәттәр менән алмашыуҙы еңеләйтеү һәм тиҙләтеү буйынса яңылыҡҡа тәүгеләрҙән булып күсеүе талап ителә. Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы әҙерләгән технологик карталар нигеҙендә муниципаль хеҙмәттәрҙең дә типик карталарын эшләргә һәм раҫлау өсөн министрлыҡҡа тапшырыу бурысы ҡуйылды.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад