Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында – яңы етәксе11.02.2012
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында – яңы етәксеБашҡортостан Президенты Указы менән Андрей Иванюта Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры итеп тәғәйенләнде. Республика башлығының рәсми сайты ошо хаҡта хәбәр итте.
Андрей Иванович Иванюта 1966 йылдың 2 авгусында Өфөлә тыуған. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Өфө приборҙар эшләү заводында йыйыусы өйрәнсеге булып башлай. 1984 – 1987 йылдарҙа Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1988 – 1991 йылдарҙа – Өфө приборҙар эшләү заводында радиоэлектрон аппаратура көйләүсеһе, 1991 – 1992 йылдарҙа “Вейдер” спорт клубы (Өфө) директоры була. 1992 – 2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр органдарында хеҙмәт итә, милиция подполковнигы. 2008 – 2010 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының спорт саралары идаралығында туризм бүлеге начальнигы. 2010 – 2011 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы “Орион” балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында уҡытыусы-ойоштороусы булып эшләй. 2011 йылдан әлегә тиклем – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу һәм йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеү бүлегенең баш консультанты.
Андрей Иванюта “Батырлыҡ өсөн”, “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа отличие өсөн” миҙалдары, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы наградалары менән бүләкләнгән.


Вернуться назад