Нығынһын аралар10.02.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әрмәнстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Есаян менән осрашыу үткәрҙе.
Илсенең Башҡортостанда тәүге тапҡыр булыуын иҫтә тотоп, Рөстәм Зәки улы уға республикабыҙ тураһында һөйләне.
— Беҙ һеҙҙең дәүләт менән мөнәсәбәттәрҙе нығытырға теләйбеҙ. Иҡтисади хеҙмәттәшлекте көсәйтеү — өлгөрөп еткән мәсьәлә, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуровтың Әрмәнстан Республикаһы тураһындағы ғилми хеҙмәтен телгә алды, шулай уҡ әрмән теленә уҡытҡан ойошмаларҙың булыуы хаҡында ла белдерҙе. Әле республикала 10 меңдән ашыу әрмән йәшәй. Рөстәм Зәки улының әйтеүенсә, улар үҙ телдәрен һәм мәҙәниәтен өйрәнә алһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ.
Олег Есаян Башҡортостанға сәфәре менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе һәм ихлас ҡабул иткән өсөн рәхмәт әйтте.
— Быға тиклем Башҡортостан тураһында бик белмәй инем. Рәсәй менән Әрмәнстан араһындағы дөйөм сауҙа-иҡтисади бәйләнеш күләме бер миллиард долларҙан ашып китте, ә Башҡортостан өлөшөнә ни бары 4 миллион доллар ғына тура килә. Шул уҡ ваҡытта һеҙ — илдә эре һәм мөһим төбәк. Быға айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк тип иҫәпләйем, — тине ул.
Илсе Башҡортостан делегацияһын Әрмәнстанға саҡырҙы. Был сәфәрҙең эшлекле бәйләнештәрҙе нығытырға ярҙам итәсәгенә ышаныс ҙур. Бөгөн беҙ уларға дизель яғыулығы менән яғыулыҡ-майлау материалдары һатабыҙ, ә уларҙан төҙөлөш кәрәк-ярағы һатып алабыҙ. Хәҙерге көндә республикабыҙҙа әрмән капиталы ҡатнашлығындағы өс предприятие теркәлгән.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад