Муниципалитеттарҙы кем дәртләндерер?09.02.2012
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Рәсәй төбәктәренең дәүләт власы органдары һәм муниципаль райондарҙың урындағы үҙидара органдары тарафынан һалым булмаған килемдәрҙе тулыһынса йәки өлөшләтә түбәнге бюджеттарға тапшырыу мөмкинлеген нығытырға тәҡдим итә. Улар яҡын киләсәктә ошондай закон сығарыу башланғысы менән Дәүләт Думаһына сығырға уйлай. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев ошо хаҡта хәбәр итте.
— Урындағы бюджеттарҙа финанс сығанаҡтарының етмәүе бөгөн урындағы үҙидараның төп проблемаларының береһе булып ҡала, — тине ул. — Муниципаль берәмектәрҙең күпселеге өҫтәмә аҡсаға мохтаж. Улай ғына ла түгел, урындағы бюджеттарҙың килем өлөшөн арттырыуға этәргес юҡ. Был, үҙ сиратында, урындағы үҙидара органдары тарафынан үҙ вәкәләттәрен башҡарыуға кире йоғонто яһай. Мәҫәлән, бөгөн улар муниципаль берәмек биләмәһендә физик һәм юридик шәхестәрҙең төбәк закондарын үтәүен тәьмин итеүгә битарафлыҡ күрһәтә.
Константин Толкачев билдәләүенсә, бында Федерация субъекттарының ғына түгел, муниципаль норматив хоҡуҡ акттарын да боҙған өсөн яуаплылыҡты билдәләгән административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы төбәк закондары хаҡында һүҙ бара. Шул уҡ ваҡытта, халыҡҡа иң яҡын власть органы булараҡ, нәҡ урындағы үҙидара органдары ошондай закон боҙоуҙар менән йышыраҡ осраша.
Республика депутаттары Дәүләт Думаһы ҡарауына индерергә ниәтләгән закон проекты административ, һыу, урман һәм башҡа ҡануниәт өлкәһендә аҡса түләтеү, штраф һалыу мәсьәләләре йәһәтенән төбәк закондарын ҡулланғанда муниципаль берәмектәрҙе дәртләндереүҙе күҙ уңында тота.
Евгений РӘХИМҠОЛОВ.


Вернуться назад