Константин ТОЛКАЧЕВ: “Владимир Путин демократияны иң дөрөҫ юл булараҡ билдәләй”08.02.2012
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың дүртенсе мәҡәләһе донъя күрҙе. Сираттағы программа документы “Демократия һәм дәүләттең сифаты” тигән исем аҫтында “Коммерсант” гәзитенең дүшәмбе һанында баҫылып сыҡты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Владимир Путиндың сираттағы мәҡәләһен эҙмә-эҙлекле ҡараш тип иҫәпләй.
— Владимир Путиндың “Демократия һәм дәүләттең сифаты” тип аталған дүртенсе мәҡәләһендә эҙмә-эҙлеклелек һаҡлана, — ти республика парламенты башлығы. — Әүәлге мәҡәләләрендә Хөкүмәт Рәйесе Рәсәйҙең хәҙерге донъялағы хәле, милли проблемалар, иҡтисади мәсьәләләр хаҡында һүҙ алып барһа, әлегеһендә Владимир Путин демократияны өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙе хәл итеү юлы булараҡ ҡарай. Демократик ғәмәлдәр ярҙамында, граждандар йәмғиәтенә таянып ҡына уҙған быуаттың 90-сы йылдары күренештәрен, коррупцияны уңышлы еңеп сығырға, заманса суд системаһын ойошторорға мөмкин, тип асыҡтан-асыҡ әйтә ул.
Константин Толкачевтың билдәләүенсә, мәҡәләлә федерализм проблемалары айырым ҡарала, төбәктәрҙең һәм Үҙәктең ошо мәсьәләләге вәкәләттәрен яраҡлаштырыуҙың әһәмиәте иҫәпкә алына.
— Әле дәүләткә идара итеү системаһын реформалау федерализмдың ҡулай моделен эшләүҙең өр-яңы, уңышлыраҡ алымы булып тора, — тип һүҙен дауам итә Константин Толкачев. — Уның нисек аталыуы мөһим түгел, бөтөн, аныҡ, эстән ҡаршылыҡһыҙ булыуы әһәмиәтле. Рәсәйҙә дәүләт власы вәкәләттәрен бүлеүҙең рациональ нисбәте уның нигеҙен тәшкил итергә тейеш.
Республика парламенты рәйесенең фекеренсә, федерализм мөнәсәбәттәре Үҙәк һәм төбәктәр араһындағы бәйләнештәр менән генә сикләнеп ҡалмай. Улар төбәктәр менән муниципалитеттар араһындағы мөнәсәбәттәрҙә лә дауам итә.
— Владимир Путин быны яҡшы аңлай һәм бәләкәй бизнестан килгән һалымдарҙың барыһын да муниципалитеттарға тапшырырға тәҡдим итә. Был да дөрөҫ ҡарар тип уйлайым, — ти Константин Толкачев. — Әле беҙ Рәсәй Федерацияһы менән уның субъекттарының вәкәләттәре даирәһен аныҡ ҡына айырыу мәсьәләһен сисеүгә яҡынлашабыҙ. Был байтаҡ проблемаларҙы хәл итеү, хакимиәт даирәһен айырыуҙың әлеге һөҙөмтәһеҙ системаһын бөтөрөү мөмкинлеген бирер ине.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад