“Һалҡын һуғыш” ҡабатлана кеүек08.04.2014
“Һалҡын һуғыш” ҡабатлана кеүек
Афғанстанда президент һайлау булды, һөҙөмтә әлегә билдәле түгел. Украинаның көньяҡ-көнсығышында халыҡ сыуалыштары башланды, ЕС илдәре менән АҠШ Рәсәйҙе бының төп сәбәпсеһе тип һанай. Беларусь лидерының ҡылығы ла аңлашылмай.


Мәк сәскәһе илендә

Афғанстандағы һайлауға әллә ни әһәмиәт бирмәҫкә лә булыр ине, әммә ундағы хәлдәр Рәсәйгә лә туранан-тура йоғонто яһай. Тауҙар илендә нисәмә йыл инде граждандар һуғышы дауам итә. Заманында СССР ҙа, һуңғараҡ АҠШ һәм НАТО ғәскәрҙәре лә унда тәртип урынлаштыра алманы. Әле Афғанстан мәк плантациялары майҙаны буйынса донъяла беренсе урында тора, унан наркотик етештереү йәһәтенән дә йылдан-йыл әүҙемләшә. Ә бит был ағыуҙы ҡулланғандарҙың күбеһе Рәсәйҙә һәм Европа илдәрендә йәшәй. Ҡаты тыйыуҙарға, сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, Америкаға ла барып етә афған наркотигы.
Билдәле булыуынса, әлеге Афғанстан Республикаһы 2001 йылда төҙөлдө, 2004 йылда унда тәүгә президент һайлау уҙғарылғайны. Беренсе Президент Хәмид Карзой илгә ике мөҙҙәт рәттән идара итте, 2004 йылда сыҡҡан ил конституцияһына ярашлы, өсөнсөгә һайлана алманы. Әлеге һайлауҙа, “Талибан” боевиктарының ҡамасаулауына ҡарамаҫтан, халыҡ әүҙем ҡатнашҡан, тик юғары вазифаға дәғүә иткән һигеҙ кандидаттың береһе лә тейешенсә тауыш йыя алмаған. Ил етәксеһенең кем булыры икенсе турҙан һуң ғына асыҡланасаҡ, рәсми мәғлүмәт 24 апрелдә билдәле буласаҡ.
Быйыл Афғанстандан берләштерелгән ғәскәрҙәрҙең сығарылыуы көтөлә, шуға ла Азия төбәгендә талибандар хәрәкәтенең көсәйеп китеүенән ҡурҡалар. Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан кеүек илдәр өсөн, ысынлап та, Афғанстан — ҙур хәүеф сығанағы. 15 апрелдә ошо мәсьәләне тикшереү ниәтендә Үзбәкстан президенты Ислам Кәримовтың Мәскәүгә килеүе көтөлә, был республиканы Таможня союзына ҡабул итеү мәсьәләһе лә ҡараласаҡ. Ойошмаға Ҡырғыҙстанды ла ылыҡтырыу бурысы тора. Украиналағы хәл-ваҡиғаға бәйле Европа союзы илдәре менән борсағы бешмәгән мәлдә, Урта Азияла ныҡлы плацдарм булдырыу Рәсәй өсөн үтә лә мөһим. Унан килеп, бәлки, был илдәргә яҡын урынлашҡан Ҡытайҙы ла киләсәктә Таможня союзына ылыҡтырып булыр.

Украинала — йәнә сыуалыш

ЕС илдәрендә иһә бөгөн мәғлүмәт һуғышы бара. Улар һәм АҠШ Рәсәйҙе Украиналағы сыуалыштар өсөн ғәйепләп сығыш яһай. Донецк, Луганск өлкәләрендә йәшәүсе халыҡ бөгөнгө власҡа ҡаршы сыҡҡан, өлкә хакимиәте бинаһын баҫып алып, ҡыйығына Рәсәй флагын ҡаҙаған. Майҙан әүҙемселәренә ҡаршы сығыусылар өлкәлә референдум уҙғарыуҙы талап итә, Ҡырым халҡы кеүек, Рәсәйгә ҡушылыуға өмөтләнә. Ерҙәре электән Украина биләмәһенә ҡараһа ла.
Ошондай сыуалыштар арҡаһында Украина президенты вазифаһын башҡарған Александр Турчинов Литваға эш сәфәрен кисектереп торорға мәжбүр була.
Әйткәндәй, Европа союзы илдәренең баш ҡалаһы Брюсселдә лә тыныс түгел. Үткән аҙнала Бельгияла эшселәр профсоюзы митингтар ойошторҙо, меңдәрсә кеше урамға сыҡты. Улар ЕС алып барған иҡтисади сәйәсәткә, эш урындарын ҡыҫҡартыуға ризаһыҙлығын белдерә. Дәғүәләшеүсе халыҡ менән полиция хеҙмәткәрҙәре араһында бәрелеш тә булып алды. Баш күтәреүсе өс тиҫтә самаһы кеше төрлө тән йәрәхәте алған: урындағы хоҡуҡ һаҡсылары уларға ҡарата шыйыҡ газ һәм һыу аттырғыс ҡулланырға мәжбүр булған.
Брюсселдәге сыуалыштарҙа Европа союзы илдәренән байтаҡ халыҡ ҡатнашҡан. Ошолайтып, ЕС һәм АҠШ етәкселеге Рәсәйгә ҡарата яңынан-яңы санкциялар уйлап таба. Был уҙған быуаттың 60 — 80-се йылдарындағы “һалҡын һуғыш”ты хәтерләтә. Хәл, ысынлап та, үтә көсөргәнешле. НАТО Европала үҙенең ғәскәрҙәрен арттырмаҡсы. Өҫтәмә хәрби көстө урынлаштырыу урыны һайлап алынған: Украинаға сиктәш ил — Польша. Рәсәй ҙә тик ятмай, әленән-әле хәрби күнекмәләр уҙғара.

“Батька” ла аптырата

Ошондай шарттарҙа Рәсәйҙең күптәнге союздашы, Таможня союзы ағзаһы булған Беларусь Республикаһының алтын урталыҡты һаҡлап ҡалырға тырышыуы һағайта. Майҙандағы революция мәлендә Александр Лукашенконың яңы власҡа теләктәшлек күрһәтеүен бер ни менән дә аҡлап булмайҙыр. “Европаның һуңғы диктаторы мин түгел, дан хәҙер Путинға күсте”, — тине “батька” Украина телевидениеһына биргән интервьюһында. Уның был ҡылығын ЕС илдәренә ярамһаҡланып, ашаған табағына төкөрөү тип кенә аңларға булалыр. Ә бит Беларусь Рәсәй ярҙамында иҡтисади күтәрелеш кисерҙе һәм әле лә шулай. Газ яғыулығына арзан хаҡ ҡуйылмаған осраҡта, ошондай үҫешкә өлгәшә алырҙар инеме икән — әйтеүе ҡыйын.
Дөрөҫ, уларҙа, күрше Украина менән сағыштырғанда, тотороҡлолоҡ күҙәтелә. Быны, әлбиттә, Лукашенконың идара итеү алымы менән бәйләмәү мөмкин түгел. “Батька” идара иткән осорҙа Украинала әллә нисәмә президент алмашынды. Әле хаҡлы ялдағы Кравчук менән Кучмаға Лукашенконың уңыштарына көнләшергә генә ҡала. Ющенко һәм Януковичҡа ла власта оҙаҡ ултырыу тәтемәне. Шуға ла Лукашенконың: “Мин Януковичтан күпкә көслөрәк һәм ғәҙелерәк, уның урынында булһам, Ҡырымды бирмәҫ инем”, — тиеүендә ниндәйҙер дөрөҫлөк бар кеүек. Ысынлап та, ул — көслө сәйәсмән, тик Рәсәй менән мөнәсәбәтте киҫкенләштерергә тырышыуы ғына аңлашылмай.


Вернуться назад