Асыҡ сәйәсәт үҫешкә юл аса15.11.2011
Үткән аҙнала Рәсәй донъя кимәлендәге ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнаны: ҡайһы берҙәренә үҙе сәбәпсе булды, бәғзеләрендә башҡалар менән бергә ҡатнашты. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда бөгөн илебеҙҙең дәүләт булараҡ абруйы йылдам күтәрелеүен билдәләргә мөмкин. Уңыштар нигеҙендә һуңғы йылдарҙа нығынған асыҡлыҡ сәйәсәте, заманса үҫешкә ынтылыш ята кеүек.
Европа сәйәсәтендә ике мөһим ваҡиға булды: Грецияның һәм Италияның премьер-министрҙары Георгиос Папандреу менән Сильвио Берлускони бер-бер артлы вазифаларын ҡалдырҙы. Италияның бурыстары — бөгөн Европа илдәре араһында иң ҙуры, ул хатта Греция, Португалия, Ирландия һәм Испанияның кредиттарын берләштергән хәлдә лә күберәк: ике триллион евро, тип хәбәр итә ҡайһы бер мәғлүмәт саралары. Шуға ла был тарафтарҙа сәйәсмәндәрҙең эшмәкәрлеге тәү сиратта иҡтисади һөҙөмтәлелеккә ҡарап баһаланыуы ғәжәпләндермәй.
Ә бына Германия менән Рәсәйҙең халыҡ-ара майҙандағы хеҙмәттәшлеге иҡтисад тармаҡтары, атап әйткәндә, нефть һәм газ мәсьәләләре менән генә сикләнмәй, ике ил араһында төрлө өлкәләр буйынса бик күп берлектәге проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Был хаҡта Президент Дмитрий Медведев Берлинда «Төньяҡ ағым» газ үткәргесен файҙаланыуға тапшырыу тантанаһынан һуң канцлер Ангела Меркель менән осрашҡан ваҡытта белдерҙе. «Рәсәй менән Германия араһындағы тауар әйләнеше күләме йыл аҙағынаса 70 миллиард долларға етәсәк», – тине Дмитрий Анатольевич.
Әйткәндәй, хәҙер илебеҙҙең Бөтөн Донъя сауҙа ойошмаһына инеүенә ҡаршы тороусылар юҡ. Үткән аҙнала Женевала Рәсәй менән Грузия араһында төҙөлгән килешеү ике илде айырыусы бәхәстәргә нөктә ҡуйҙы һәм беҙгә донъя иҡтисадына юлды киңәйтте, тиергә була. Шул уҡ ваҡытта финанс һәм сәйәсәт белгестәре Рәсәйҙең Бөтөн Донъя сауҙа ойошмаһына инеүенән бүтән илдәрҙең дә отасағын, был ваҡиғаның дөйөм кешелек өсөн ҙур хәүеф булып торған иҡтисади көрсөккә ҡаршы көрәшкә тос өлөш индерәсәген күҙаллай.
Йәкшәмбе Азия менән Тымыҡ океан араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитында Рәсәй һәм АҠШ президенттарының осрашыуы булды. Дмитрий Медведев та, Барак Обама ла ике илдең дуҫлығынан ҡәнәғәтлеген белдерҙе. «Мөнәсәбәттәрҙе яңыртып ҡороуға өлгәштек», – тине АҠШ лидеры.
Ләкин президенттарҙың әлеге әңгәмәһен рәсми сараларға хас «сөсө теллеләнеү» тип ҡабул итеү төптө хата буласаҡ. Ни тиһәң дә, бынан алдараҡ ҡына Барак Обама Франциялағы коллегаһы Николя Саркози менән осрашҡан сағында һис тә һүҙен үлсәп тормаған. Ойоштороусыларҙың хатаһы арҡаһында ябыҡ сара үткәрелгән бинала микрофондар һүндерелмәй ҡалған булған, шуға барыһы ла журналистарға ишетелгән. Бөгөн сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары ике президенттың әңгәмәһенән оло ғауға сығармаҡсы. Израиль премьер-министры Беньямин Нетаньяху тураһында һүҙ барғанда Саркози: «Минең уны күргем дә килмәй. Шул тиклем алдаҡсы», – тигән икән. Обама иһә: «Һин унан ялҡтыңмы? Ә мин? Беҙгә уның менән көн һайын эш итергә тура килә бит!» – тип утҡа кәрәсин генә өҫтәгән.
Башҡортостанға килгәндә, беҙ «күҙ буяу»ҙан күптән баш тарттыҡ инде. Һуңғы осорҙа республика менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың бермә-бер күбәйеүе, хеҙмәттәшлек сиктәренең киңәйеүе, инвестицияларҙың артыуы, социаль өлкәләге хәлдең яҡшырыуы, йәмғиәттең әүҙемләшеүе һәм башҡалар – шул асыҡ сәйәсәттең тос емештәре.
Республика башлығы вазифаһын ҡабул итеп алғандан бирле Рөстәм Хәмитов төбәктең һәр районында һәм ҡалаһында тиерлек эш сәфәре менән булып өлгөрҙө. Президент аҙна һайын ниндәй ҙә булһа муниципаль берәмеккә барып ҡайтыуҙы ғәҙәт иткән. Һәр ерҙә ул урындағы хакимиәт етәкселәренә эшлекле сараларҙы байрамға әйләндерергә ярамағанлығын иҫкәртә килә.

Даян МӘЖИТОВ


Вернуться назад

Яндекс.Метрика