Өлгәшелгәндәрҙе нығытасаҡбыҙ!05.01.2012
Өлгәшелгәндәрҙе нығытасаҡбыҙ!Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡын Яңы 2012 йыл менән ҡотланы. Унда былай тиелә:
“Ҡәҙерле дуҫтар! 2011 йыл тарихта ҡала. Унда ҡыуаныслы хәлдәр көйөнөстәр менән алмашынды һәм, киреһенсә, уңышһыҙлыҡтарҙан һуң еңеүҙәр килде. Беҙ уны һәр беребеҙ төрлөсә үттек. Кемдәрҙеңдер хеҙмәте алға китте, ә икенселәр ҡыйынлыҡтарға осраны. Инештәрҙән йылға барлыҡҡа килгән кеүек һәр беребеҙҙең эше, һәр ғаиләнең тормошо тыуған Башҡортостаныбыҙҙың уртаҡ яҙмышына барып тоташа.
2011 йылда оптимизм өсөн сәбәптәр етерлек булды, тип ышаныслы әйтергә була. Йыл дауамында республикала 55 меңдән ашыу сабый донъяға килде. Иҡтисад йылдам үҫә һәм кешеләр мәнфәғәтендә эшләй башланы. Бураларыбыҙ тулы, ә бюджет — дефицитһыҙ. Йәмғиәттә ихласлыҡ һәм дөрөҫлөк өҫтөнлөк ала бара. Иң мөһиме — тормошобоҙҙо ғәҙелерәк, замансараҡ итеү буйынса һеҙҙең менән бергә татыу эшләнек.
Әлегә хәл ителмәгән мәсьәләләребеҙ ҙә күп. Уларҙы йырып сыға аласаҡбыҙ. Өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе нығытасаҡбыҙ. Беҙҙе яҡындарыбыҙға һөйөү, өлкәндәргә ихтирам тойғоһо, балаларыбыҙҙың киләсәге хаҡында хәстәрлек, тыныслыҡҡа, изгелеккә ынтылыш һәм көслө республикабыҙ, бөйөк Рәсәй берләштерә.
Дуҫтар! Мин бергәләп оҙайлы һәм емешле эшләүебеҙгә иҫәп тотам. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, күп нәмәгә өлгәшәсәкбеҙ. Уртаҡ хеҙмәтебеҙ һөҙөмтәһендә республикабыҙҙың ҡала һәм ауылдары матурайыр, тормош кимәле үҫер, тип ышанам.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең барығыҙға ла сәләмәтлек һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем. Тормошобоҙ бары тик яҡшы яҡҡа үҙгәрһен. Изге һәм яҡты көндәр мөмкин тиклем күберәк булһын. Бәхет һәм именлек һеҙгә!
Яңы йыл менән, ҡәҙерле туғандар!”


Вернуться назад