Ағас бөтәһенә лә кәрәк19.11.2011
Ауылда өй һалып сығыу өсөн дә, йорт-ҡураны рәткә килтергәндә лә ағас кәрәк. Әммә һуңғы осорҙа күп райондарҙа уның тейешле күләмдә бүленмәүенә зарланыусылар арта. Шуға ла Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин район башлыҡтарын халыҡҡа ағасты күберәк бүлеү юлдарын эҙләргә саҡырҙы.
Селектор кәңәшмәһендә халыҡты һәм эшҡыуарҙарҙы ағас менән тәьмин итеү, уны бүлеү тәртибе тураһында һүҙ барҙы. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов халыҡҡа шәхси ҡулланыуға ағас биреүҙең яңы тәртибе раҫлаған. Хәҙер райондарҙа комиссиялар ағас һорап мөрәжәғәт итеүсенең ысынлап та мохтажлыҡ кисереү-кисермәүен асыҡлаясаҡ, шунан һуң ғына ҡарар ҡабул ителәсәк. Комиссия урындағы урман хужалығы, район хакимиәте вәкилдәренән һәм район Советы депутаттарынан төҙөлә.
Кәңәшмәлә министрға эшҡыуарҙар тарафынан да һорауҙар яңғыраны. Мәҫәлән, ҡуртымға алыусыларҙы урман биләмәләре майҙанын арттырыу мәсьәләһе һәм урманды тергеҙеүҙә үҫенте материал етешмәүе борсоһа, район башлыҡтары халыҡҡа төҙөлөш өсөн бүленгән ағастың етмәй ҡалыуына зарланды һәм уны хәл итеүҙе үтенде. Министрҙың аңлатыуынса, килешеүгә ярашлы, үҫенте материалдарҙы үҫтереү – ҡуртымға алыусының шәхсән бурысы. Әммә үҫентеләр етмәгәндә уларҙы дәүләт унитар предприятиеларынан һатып алыу мөмкинлеге бар. Шәхси төҙөлөшкә бүленгән ағас ҡайһы бер райондарҙа ысынлап та етмәй икән.
– Был райондар халҡына ағас күрше урман хужалыҡтарынан бүленә. Миҫал өсөн, Ейәнсура районы халҡы ҡарағайҙы Йылайыр һәм Кананикольск урман хужалыҡтарынан аласаҡ, – тине министр. Кәңәшмәлә асыҡланыуынса, урманды ҡуртымға алыусыларҙың ҡайһы берҙәре, бигерәк тә Әбйәлил районында, үҙҙәренә бүленгәнен тейешенсә файҙаланмай. Шул урманды төҙөлөш өсөн халыҡҡа бүлеп биргәндә, ихтыяж бер ни тиклем кәмейәсәк.
Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Хәйруллин ағасты эшкәртмәйенсә сит төбәктәргә “оҙатҡан” ҡуртымға алыусыларҙың һәм эшҡыуарҙарҙың исемлеген булдырырға кәңәш итте. Шулай уҡ тиҙҙән республика биләмәһеңдә ағасты ҡабул итеү һәм тейәп оҙатыу пункттарының эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында закон эшләй башлаясаҡ. Уға ярашлы, халыҡҡа төҙөлөшкә тип бүленгән ағас бындай пункттарҙа ҡабул ителмәйәсәк. Эшкәртеүгә ағас эшҡыуарҙарҙан һәм ойошмаларҙан ғына ҡабул ителәсәк.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад