Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барак Обама Рәсәйгә килерме?
Грузияла президент һайлауына әҙерлектең башланыуы, Владимир Путиндың Севастополдә Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә арналған сарала ҡатнашыуы, Барак Обаманың Рәсәйгә килеүҙән баш тартырға йыйыныуы — үткән аҙнаның мөһим ваҡиғалары.

Көндәре һанаулы ғына ҡала

Грузияла октябрь айында яңы президент һайлаясаҡтар. Илде һыуҙан алып утҡа һалған Михаил Саакашвилиҙың властағы көндәре һанаулы ғына ҡалып бара. Әле ул президент вазифаһын биләһә лә, асылда ил менән премьер-министр идара итә, сөнки былтыр дәүләт ҡоролошон үҙгәртеп ҡорғандан һуң президенттың вәкәләттәре байтаҡҡа ҡыҫҡартылды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Саакашвили власта йоғонтоһон һаҡлап алып ҡалырға тырыша – урынына үҙ кешеһен ҡалдырырға ниәтләй. Үткән аҙнала Саакашвили етәкселек иткән “Милли хәрәкәт партияһы” президентлыҡҡа үҙ кешеһен – парламенттың элекке рәйесе Давид Бакразены тәҡдим итте. Әммә уның һайлауҙа еңеп сығыры бик икеле, сөнки илдең премьер-министры Бидзина Иванишвилиҙың да президентлыҡҡа үҙ кешеһе – Георгий Маргвелашвили бар. Ғәмәлдәге власть кандидатураһы булараҡ, уның еңеп сығырына өмөт бағлайҙар. Әммә бында тағы ла бер кешенең, Саакашвилиға ҡаршы тороусы Нино Бурджанадзеның, килеп ҡыҫылыуы бар. Был ханым Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү яғында һәм Грузияла уның рейтингы юғары. Әгәр ҙә ул президент итеп һайлана ҡалһа, бөгөнгө Грузия киләсәктә бөтөнләй икенсе юлдан китәсәк тип төҫмөрләнә. Билдәле булыуынса, 2014 йылда АҠШ үҙ ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарырға тейеш. НАТО ағзаһы булып тормаһа ла, Грузияның да Афғанстанда хәрби көстәре бар. Грузия, НАТО-ға ағза булып инергә уҡталып, 2010 йылда был илгә үҙ хәрбиҙәрен ебәргәйне. Ошо арауыҡта Афғанстанда өс тиҫтә самаһы грузин һалдаты һәләк булған, йөҙҙән ашыуы яраланған. НАТО ағзаһы ла булып тормағас, был тиклем ҡорбандар кем өсөн һәм ни өсөн кәрәк тигән урынлы һорау тыуа. Әлбиттә, Михаил Саакашвилиҙың АҠШ “тирмәненә һыу ҡойорға” теләүенән килеп сыға барыһы ла. Октябрь айында иһә Саакашвилиҙың бындай баш-баштаҡлығына, ниһайәт, сик ҡуйыласаҡ, ти политологтар.

Ике исемле бер үк байрам

Үткән аҙнала Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Севастополдә Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә арналған сарала ҡатнашты. Ошо уҡ байрамда Украина президенты Виктор Янукович та булды. Ә күрше илдә был байрам Украина флоты көнө генә тип атала. Ике президент та телмәр тотто. В. Путин ике ил диңгеҙселәрен дә байрамдары айҡанлы ҡотлаһа, В. Янукович Рәсәй моряктарын ҡотларға “онотто”. Уның был ҡылығын һис кенә лә хәтере ҡыҫҡалығына бәйләргә ярамайҙыр. Украина яғы күптән инде Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ флотын Севастополдән ҡыҫырыҡлап сығармаҡсы итә. Дөрөҫ, Рәсәйҙең Украина биләмәһендә урынлашҡан Ҡара диңгеҙ флотының Севастополдә булыу ваҡыты, ике ил араһындағы килешеүгә ярашлы, башта 2018 йылға тиклем ҡалдырылғайны. Һуңынан ул тағы ла 25 йылға оҙайтылды. Йәғни, алдағы 30 йылда Ҡара диңгеҙ флоты Севастополдә ҡалырға тейеш. Украина яғының фекере үҙгәреп китер типме, Рәсәй запас полигон – Новороссийск ҡалаһында Ҡара диңгеҙ флоты өсөн база ла төҙөй башлағайны. Шул уҡ ваҡытта Севастополде лә Украинаға еңел генә биргеһе килмәй. Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә В. Путиндың Рәсәй хәрби көстәре ҡарамағындағы дүрт флот араһынан тап Ҡара диңгеҙ флотын һайлауы осраҡлы түгел, сөнки был төбәк башҡаларына ҡарағанда күпкә мөһимерәк. Унан килеп, 2014 йылда Сочиҙа үтәсәк Ҡышҡы олимпиаданы ла оноторға ярамай. Спорт байрамының именлеген тәьмин итеү ҙә Ҡара диңгеҙ флоты иңенә төшәсәк бит. В. Янукович менән осрашыуында В. Путин ошо хаҡта ла фекер алышты.

Президенттың үпкәһе Сноуденға бәйле

АҠШ президенты Барак Обама быйыл сентябрҙә Мәскәүгә рәсми эш сәфәре менән килергә тейеш ине. Әле уның килеү-килмәүе хаҡында ҡуйы бәхәс бара. Обаманың сәфәрҙән баш тартырға йыйыныуының төп сәбәптәренең береһе, әлбиттә, АҠШ-тың Үҙәк разведка идаралығының элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуденға бәйле. Был кеше бына айҙан ашыу инде “Шереметьево” халыҡ-ара аэропортының транзит зонаһында ҡасып ята. Барлығы 36 илселек хеҙмәткәрҙәренең телефондан аралашыуын йәшертен тыңлау тураһындағы һәм башҡа серҙе сискәндән һуң Сноуденға АҠШ-та үлем язаһы янай. Ул рәсми рәүештә Рәсәй властарынан сәйәси һыйыныу урыны һораны. Уға аныҡ ҡына яуап биреүсе юҡ. В. Путин уны АҠШ ҡарамағына тапшырыуға ла ҡаршы. Б. Обама ошоға үпкәләп Мәскәүгә килеүҙән баш тартырға йыйына ла инде. Эдвард Сноудендың яҙмышына бәйле Рәсәй — АҠШ мөнәсәбәттәренең киҫкенләшеп китеүе ихтимал. Шуға ла яҡын арала был кешенең яҙмышы хәл ителер тип көтөлә. Унан килеп, 5-6 сентябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында “Ҙур егерме” илдәре етәкселәренең саммиты үтергә тейеш. Билдәле булыуынса, “Ҙур егерме” илдәренә Германия, Франция, Бөйөк Британия, Төркиә, Австралия, Аргентина, Бразилия, Һиндостан, Ҡытай, Индонезия, Италия, Канада, Мексика, АҠШ, Сәғүд Ғәрәбстаны, Көньяҡ Африка Республикаһы, Корея Республикаһы, Япония, Европа Союзы һәм Рәсәй керә. Шуға ла был форумда ҡатнашыр өсөн Барак Обамаға барыбер Рәсәй еренә аяҡ баҫырға тура киләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 205