Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Президент хаҡлы: власть кешеләр өсөн эшләргә бурыслы!
Рөстәм Хәмитов Президент булып эшләй башлағандан алып Башҡортостан халҡына яҡшы ғына программалар тәҡдим итте. Ғөмүмән, уның “Власть кешеләр өсөн эшләргә тейеш” тип әйтеүе өмөт уята.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙҙа ыңғай хәл ителмәгән етешһеҙлектәр бар, яҡшы башланғыстар халыҡ көткән һөҙөмтәне бирмәй әле.
Шуларҙың бер нисәүһе тураһында әйтергә теләйем. Халыҡты иң борсоғаны — аҙыҡ-түлеккә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙың көндән-көн арта барыуы. Ҡарабойҙайға һәм башҡа көнкүреш тауарҙарына хаҡтар күтәрелә башлағас, Президент һатыусыларға етди иҫкәртеү яһағайны.
Ләкин, быйылғы йылдың ауыл хужалығы өсөн уңышлы булыуына ҡарамаҫтан, икмәккә һәм һөт продукттарына хаҡтар бығаса булмаған кимәлгә күтәрелде. Быны һатыусылар яғыулыҡтың ҡиммәт булыуы менән аңлатырға маташа.
Тағы ла хәүефләндергәне шул: ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен тупаҫ боҙоп, тәбиғи байлыҡтарыбыҙ, иң яҡшылар иҫәбендә булған сәнәғәт ойошмалары Башҡортостан Республикаһында йәшәмәгән, эшләмәгән сит өлкә кешеләренә һатылды йәки ҡуртымға бирелде. Был турала киң мәғлүмәт саралары күптән яҙып тора. Билдәле булыуынса, һатылған предприятиеларҙың етәкселәре Мәскәүҙә йәки башҡа сит ҡалаларҙа йәшәй. Улар инде ошонда ғүмер буйы эшләгән урындағы халыҡ вәкилдәрен ҡыуып сығара, үҙ кешеләрен ҡуя, кеҫәләрен ҡалынайта.
Уҙған йылда беҙҙең республикала булғанда Рәсәйҙең Иҫәп-хисап палатаһы етәксеһе В. Степашин: “Башҡортостан Республикаһының үҙ мөлкәте юҡ”, — тип белдерҙе. Нисек инде ҡасандыр бай иҫәпләнгән төбәк мөлкәтһеҙ ҡалған?
Өфөлә йәшәгән күпселек халыҡты борсоған мәсьәлә тураһында ла телгә алғы килә. Быйыл баш ҡалала юлдарҙы киңәйттеләр. Халыҡ әйтмешләй, был эш һыбайлыларға яҡшы, ә йәйәүлеләргә үтә насар булды. Беренсенән, юлдар киңәйтелеүҙән ҡағиҙәләрҙе боҙоу кәмемәне тиерлек, икенсенән, үткән быуат кешеләре үҫтергән ағастар (Өфө йүкәләре лә) ҡырҡылды. Үҙәк урамдарҙа алмашҡа йәш үҫентеләр ултыртылманы.
Иң насары — йәйәүлеләр йөрөгән тротуарҙарҙың киңлеге урыны менән бер метр самаһы ғына ҡалдырылды. Ямғырлы, бысраҡ көндәрҙә ҙур тиҙлектә йөрөгән машиналар кешеләргә батҡаҡ ҡатыш һыу сәсрәтеп үтә. Урамдарҙың киң булыуы сәбәпле, йәшел ут янған мәлдә ауырыу һәм оло кешеләргә, балаларға юл аша сығып өлгөрөүе ауырлашты. Етмәһә, һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыҡҡан машина йөрөтөүселәр өҫкә менеп килә. Юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы иҫкәртеү өсөн һуңғы ваҡытта урамдарҙа ГИБДД хеҙмәткәрҙәре лә күренмәй башланы.
Элек йәйәүлеләр йөрөгән тротуарҙарға боҙлауыҡ ваҡытында ҡом һибелә ине. Үкенескә ҡаршы, был эш быйыл башҡарылмай тиерлек.
Республика башлығының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгәнсә, “власть һәм иҡтисади структураларҙың эшмәкәрлеген халыҡ ихтыяжына йүнәлтеү талап ителә”. Урындағы етәкселәр Президентыбыҙҙың ошо талабын иҫтәренән сығармаһын ине, юғиһә уларҙың бер өлөшө һаман да элеккесә — халыҡ өсөн янмай-көймәй йәшәп ята...
Рәфит ЗӘЙНӘШЕВ,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206