Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрергә тейеш
Республикала 2012 — 2015 йылдарға иҫәпләнгән “Лайыҡлы хеҙмәт” программаһы тормошҡа ашырыласаҡ. Был документтың проекты әҙер, ул Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының “Лайыҡлы хеҙмәт” концепцияһына ярашлы эшләнгән.
Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов “Интерфакс” агентлығында журналистар менән осрашыуҙа еткерҙе.
Фидус Әғләм улы әйтеүенсә, программа проекты концепцияһында хеҙмәткә ҡағылышлы дүрт төп принцип сағылыш тапҡан. Тәүгеһе халыҡ-ара хеҙмәт нормаларын күҙәтеү булһа, икенсеһе — лайыҡлы эш менән тәьмин итеү. Артабан хеҙмәтсәндәрҙең барыһын да социаль яҡлау, өс яҡлы хеҙмәттәшлек һәм социаль диалог мәсьәләләре урын алған.
Хеҙмәтте һаҡлау буйынса халыҡ-ара нормаларҙың күбеһе 1919 йылдан — Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы булдырылғандан алып эшләнгән. Әйткәндәй, хеҙмәтте хәүефһеҙ, һәр кемдең һөнәренә, теләгенә ярашлы эшле һәм тейешле күләмдә түләнгән осраҡта ғына лайыҡлы тип атап була.
Концепцияла сағылыш тапҡан сараларҙың барыһы ла республикала тормошҡа ашырылып килә, әлбиттә. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа эш урындарын аттестациялауға айырыуса ҙур әһәмиәт бирелә. Һөҙөмтәлә эш урынында имгәнеүҙәрҙең кәмеүе буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендәбеҙ. Хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау буйынса ла матур башланғыстар бар. Мәҫәлән, ауыл хужалығына эшкә ҡайтҡан белгестәргә ай һайын ете меңгә тиклем аҡса түләнелә һәм 100 мең һум күләмендә матди дәртләндереү ҙә ҡаралған. “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашыусы йәш белгестәргә лә 100 мең һум аҡса биреләсәк.
Шулай уҡ социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса ла тәжрибәгә эйәбеҙ. Мәҫәлән, өс яҡлы килешеү хеҙмәт баҙарындағы хәлде тотороҡландырыуға өлөш индерә.
Ләкин халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү буйынса арымай-талмай эшләргә кәрәк әле. Мәҫәлән, йәштәрҙең эшһеҙ булараҡ иҫәптә тороуы мәсьәләнең айырыуса көнүҙәк булыуын раҫлай. Республика Президентының сит илдәрҙең абруйлы компаниялары менән килешеүҙәр төҙөүе, инвесторҙар йәлеп итеүе был тәңгәлдә өмөт уята, әлбиттә. “Әммә эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалырға тейеш түгел, етәкселәр социаль яуаплылығын арттырырға тейеш”, — тип иҫәпләй Фидус Ямалетдинов. Ойошмаларҙа профсоюз комитеттары булдырыу ҙа мөһим. Эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыуҙа, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙемлекте күтәрергә бурыслы.
Ғөмүмән, “Лайыҡлы хеҙмәт” программаһы проектының концепцияһында нигеҙҙә электән яҡшы таныш мәсьәләләр сағылыш тапҡан. Әммә һәр кемдең хәүефһеҙ, тейешенсә баһаланған, күңеле ятҡан хеҙмәткә хоҡуғының һаҡланыуы барлыҡ сараларҙың эҙмә-эҙлекле атҡарылыуына һәм социаль яуаплылыҡҡа етди ҡарашҡа бәйле.
Минзилә ҒАБРАХМАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 258

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 324

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 346

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 255

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 333

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 320

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 234

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 115

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 211