Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сеймал һатыуҙың киләсәге юҡ
Сеймал һатыуҙың киләсәге юҡӨфөлә “Ҙур химия” халыҡ-ара форумы асылды. Йолаға әүерелгән мәртәбәле йыйында, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең нефть, газ химияһы буйынса белгестәренән тыш, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ҡатнаша.

“Ҙур химия” республикала өсөнсө тапҡыр үткәрелә һәм халыҡ-ара кимәлдә абруйлы сараларҙан һанала. Бынан алдағы форумдар йомғаҡтары буйынса “Газпром нефтехим Салауат” компанияһы нигеҙендә Бөтә Рәсәй газ һәм химия үҙәген булдырыу маҡсатында эш алып барыла, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла. Быйыл “Полиэф” заводы нигеҙендә индустрия паркы асыласаҡ. Волга буйын сеймал менән тәьмин итеү йәһәтенән Башҡортостан, Татарстан республикаларының һәм Ямал-Ненец автономиялы округының берләшеүе әһәмиәтле булды.
– Фән, машиналар эшләү һәм башҡа өлкәләрҙә Рәсәй үҙ позицияларын ҡайтарһын өсөн эшкәртеү тармаҡтарын үҫтерергә кәрәк, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы. – Былтырғы форумда инвестиция һәм инновация сәйәсәте мәсьәләләре ентекле тикшерелде, әммә, килешеүҙәр төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, илдең сәнәғәт баҙарында углеводород сеймалын тәрән эшкәртеү күләме әллә ни артманы.
Ике көнлөк форумда ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округында нефть химияһы комплексын үҫтереү, төбәктәрҙә нефть һәм газ химияһы тармағын көсәйтеү буйынса оҙайлы срокка стратегия әҙерләү, нефть һәм газ химияһы комплексы предприятиелары өсөн Ямал — Волга буйы маршруты буйынса сеймал оҙатыуҙы тергеҙеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

* * *
Халыҡ-ара форум программаһына ярашлы, Волга буйы федераль округы төбәктәре министрҙарының, тармаҡ етәкселәре һәм белгестәренең нефть, газ һәм химия комплексын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәһе лә үтте.
Быйыл форумда ҡатнашыусылар алдына ҡатмарлы бурыс ҡуйылған: Рәсәйҙең, шул иҫәптән Волга буйы федераль округының, нефть һәм газ өлкәһендәге стратегияһы тикшерелә. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе тикшереү һәм пландар ҡороу менән генә сикләнмәй, ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн профессиональ майҙансыҡ кәрәк. Бар эштәрҙе ойоштороуҙы Рәсәй Федерацияһының Энергетика министрлығы алыуы мөһим. Яңы майҙан — координация советы, йәмәғәт советы, бер һүҙ менән әйткәндә, химия сәнәғәтен округта ғына түгел, тотош илдә үҫтереү юлын хәл иткән структура кәрәк.
Халыҡ-ара форумда Башҡортостандағы нефть химияһы тармағының етештереү предприятиелары араһында берлектә эш итеү буйынса килешеүгә һәм протоколға ла ҡул ҡуйылды. Уның маҡсаты — тармаҡ етештергән тауарҙың баҙар шарттарында дәғүәләшеү мөмкинлеген арттырыу, сифатын яҡшыртыу һәм алыш-биреш, әйләнеш даирәһен киңәйтеү өсөн аҙ тонналы нефть химияһы кластерын төҙөү. Проекттың мөһимлеген Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы күтәреп сыҡты.
Ҡыҫҡаһы, тармаҡ сәнәғәтен үҫтереү, киңәйтеү маҡсатында үткән йыйын үҙ һөҙөмтәләрен бирәсәк, яңынан-яңы мөмкинлектәр асасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 250

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 250

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 204