Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ышанысты аҡларҙар
Билдәле булыуынса, Башҡортостандан Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына 16 депутат үтте. Уларҙың 12-һе — “Берҙәм Рәсәй”ҙән, икәүһе — Коммунистар партияһынан, ә Либераль-демократик партия менән “Ғәҙел Рәсәй”ҙән — берәр кеше. Кисә Республика йортонда улар менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов осрашты.
Рөстәм Зәки улы депутаттарҙы һайлауҙағы еңеүе менән ҡотланы һәм республиканан тәҡдим ителгән корпустың бик эшлекле һәм абруйлы кешеләрҙән тороуын билдәләне.
— Быйыл Башҡортостандан Дәүләт Думаһына дүрт партия вәкиле үтте. Республика өсөн был яңы хәл, элек ике партия ғына була торғайны. Һөҙөмтәне демократияның сағылышы, алға ҡарай хәрәкәт тип ҡабул итәбеҙ, — тине ул. — Күп тапҡыр ҡабатлағаным бар: мин власть монополияһына ҡаршы, һәр ваҡыт диалог булырға тейеш. Килешеп эшләребеҙгә ышанам.
Президент әйтеүенсә, уларҙың алдында республикала йәшәүсе 4 миллион кешенең, шул иҫәптән 3 миллион һайлаусының, ышанысын аҡлау бурысы тора.
— Республикаға файҙа килтерергә тейешһегеҙ. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: илдә лә, донъяла ла хәлдәр ябайҙан түгел. Ҡайһы бер белгестәр әйтеүенсә, тағы ла иҡтисади көрсөк килеүе ихтимал. Шуға күрә берләшергә, республикаға инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән эшләргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты яңы һайланған депутаттар алдына тағы бер мөһим бурыс ҡуйҙы: федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар, ғөмүмән, үҙәк власть менән хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү. Һүҙ республикабыҙҙың федераль инвестиция программаларында ҡатнашыуы тураһында бара. Күп төбәктәр үҙ проблемаларын ошо программалар аша хәл итә, күршеләр айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Шуға күрә Рөстәм Зәки улы депутаттарға ошо йәһәттән нығыраҡ тырышып эшләргә ҡушты.
— Ҡануниәт өлкәһендәге эштән тыш, республикаға аҡса, инвесторҙар, кадрҙар йәлеп итеү кәрәк. Һеҙҙең менән артабан да осрашырға, эшләргә әҙермен. Тәҡдимдәрегеҙҙе, һорауҙарығыҙҙы ебәрегеҙ, — тине осрашыу һуңында Рөстәм Хәмитов.
Депутаттар исеменән Дәүләт Думаһына икенсе тапҡыр һайланған Сәлиә Мырҙабаева сығыш яһаны.
— Беҙҙән үткән кешеләр араһында ҙур тәжрибәле сәйәсмәндәр — Хөкүмәт Премьер-министрының ике урынбаҫары, баш ҡала башлығы — бар. Улар яҡшы урынға дәғүә итә һәм республика мәнфәғәтендә ҙур эштәр башҡарырға һәләтле, — тине ул.
Үткән саҡырылыш менән сағыштырғанда, быйыл Дәүләт Думаһында Башҡортостандан үткән ҡатын-ҡыҙ сафы ла ишәйҙе. Сәлиә Мырҙабаева менән бергә Зөһрә Рәхмәтуллина һәм Рима Баталова эшләйәсәк.
Быға тиклем республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары булып эшләгән Зөһрә Йыһанур ҡыҙы хәбәрселәргә үҙенең тәьҫораттарын еткерҙе.
— Республикама, һайлаусыларға ышанысы өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә. Ҡайҙа ғына китһәм дә, бөтә яҙмышым бәйле булған республикам һәм уның халҡы ҡәҙерле. Мин быны онотмайым, иңемдә оло яуаплылыҡ тоям. Улар беҙгә өмөт бағлай, шуға күрә эшләргә лә эшләргә, — тине ул.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 250

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 250

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 229

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 204