Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәренә бәйле эш “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең даими контролендә тотола. Яҙма мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла Башҡортостан Президенты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе тарафынан ҡарала һәм тейешле республика башҡарма власть органдары, ойошмалар етәкселәренә башҡарыуға ебәрелә.

Былтыр Башҡортостан Хөкүмәтенә 9 927 яҙма, шул иҫәптән 383 коллектив мөрәжәғәт килгән, 2 395 хат ҡайтанан ебәрелгән, 33 мөрәжәғәттә ебәреүсенең фамилияһы һәм почта адресы күрһәтелмәгән.
Әйтергә кәрәк, бөтә корреспонденцияның 50 проценттан ашыуы республика Хөкүмәтенә юғары органдарҙан килә. Былтыр Рәсәй Президенты Хакимиәтенән 3 176, Рәсәй Хөкүмәте Аппаратынан — 1 343, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһынан — 25, Башҡортостан Президенты Хакимиәтенән — 1 066, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан 14 мөрәжәғәт ебәрелгән.
Мәғлүмәттәрҙең күпселеге торлаҡ мәсьәләләренә (3 327) ҡағыла, улар дөйөм мөрәжәғәттәр һанының 33,6 процентын тәшкил итә. Күпселегенең авторы — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр, төньяҡта эшләүселәр, запасҡа сыҡҡан офицерҙар, иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ хужалары. Байтаҡ мөрәжәғәттәрҙә йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, торлаҡ субсидиялары, кредиттары биреү мәсьәләләре күтәрелә. Алданған өлөшсөләр төҙөүселәр тарафынан договор шарттарын үтәмәүгә зарлана. Ошоға бәйле 129 мөрәжәғәт алынған.
Ошо осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының ҡыйыҡты йүнәтеү, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү буйынса эшенең ҡәнәғәтләнерлек булмауы, ҡаланы төҙөкләндереү һәм уның санитария торошо, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһында 1304 (13%) мөрәжәғәт килгән.
Халыҡты социаль яҡлау мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Уға ҡағылған мөрәжәғәттәр 11,7 процентты тәшкил итә. Социаль тәьминәт буйынса 1 162 хат килгән. Бынан тыш, мәғариф мәсьәләләре: мәктәпте үҙгәртеп ойоштороу һәм төҙөкләндереү, уҡытыусыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә компенсация юллау, баланы мәктәпкәсә учреждениеларға урынлаштырыу тураһында — 664 (6,6 процент); торлаҡ йорттар, социаль-мәҙәни үҙәктәр төҙөү мәсьәләләре буйынса — 567 (5,7%); агросәнәғәт комплексын үҫтереү йәһәтенән: крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына кредит биреүҙе һорап, агрофирмаларҙағы хәл, ауыл хужалығын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр менән — 556 (5,6 %); шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер биреү, ерҙе милеккә алыу, ер участкаларының статусын үҙгәртеү буйынса — 540 (5,4 %); һаулыҡ һаҡлау, медицина ярҙамы күрһәтеү, дауалау учреждениеларын тейешенсә финансламау, дарыу хаҡының ҡиммәт булыуы, бушлай һәм льготалы рецепттар буйынса таратылған препараттар күләменең һәм төрөнөң ҡырҡа кәмеүе, дарыуханаларҙа уларҙың юҡлығы буйынса — 521 (5,2 %); хеҙмәт һәм эш хаҡы мәсьәләләре хаҡында — 428 (4,3 %); мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, дөйөм ятаҡтарҙан бүлмә биреү, китап сығарыуҙа, мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереүҙә булышлыҡ итеүҙе һорап — 260 (2,6 %); сәнәғәт, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса — 165 (1,6 %); экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре күтәрелгән 125 (1,2 %) мөрәжәғәт килгән.
Анализлау күрһәтеүенсә, айырыуса Өфө (35 %), Стәрлетамаҡ (15 %), Салауат (12 %) ҡалаларынан, шулай уҡ Өфө (4 %), Иглин (3 %), Туймазы (3 %), Белорет (2 %) райондарынан мөрәжәғәт итеүселәр күп булған.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Интернет селтәрендәге htth:/www/pravitelstvorb.ru рәсми порталында граждандарҙы ҡабул итеү буйынса ҡануниәт тураһындағы мәғлүмәттәр, ҡабул итеү графиктары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте регламентынан өҙөмтәләр, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында эш башҡарыу тәңгәлендә инструкция, килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш реквизиттары, шулай уҡ республика Хөкүмәтенә Интернет аша мөрәжәғәт итеү ысулы урынлаштырылған. Былтыр электрон почта аша 1 452 кеше (14,6 %) мөрәжәғәт иткән.
Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәтенә факс буйынса ла мөрәжәғәт итәләр. Бының өсөн махсус 250-46-78 номеры аша былтыр 12 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү секторы кешеләрҙе етәкселек тарафынан ҡабул итеүгә алдан яҙа. 2012 йылда сектор белгестәре ике меңгә яҡын гражданды ҡабул иткән, уларға тейешле аңлатма һәм консультация биргән, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәткән.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары халыҡты ай һайын ҡабул итә. Эш графигы Хөкүмәттең ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) эленгән. Килеүселәргә уңайлы булһын өсөн бүлмәгә айырым ишек бар. Көн һайын унда яҡынса 20 — 25 кеше килә.
Былтыр Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары 204 кешене ҡабул иткән.
Эште артабан камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән Премьер-министр урынбаҫарҙары, министрлыҡтар, дәүләт комитеттары һәм ведомстволар тарафынан халыҡты күсмә ҡабул итеү графигы раҫланды. Райондарҙа һәм ҡала округтарында ҡабул итеү ваҡыты хаҡында киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителә. Былтыр Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ағзалары, министрлыҡтар, дәүләт комитеттары һәм ведомстволар тарафынан ошондай 236 сара ойошторолған. Уларҙа йәмғеһе 1 734 кеше ҡабул ителгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 320

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 341

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206