Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сөн буйындағы төбәктә
Сөн буйындағы төбәктәШаран районының гүзәл тәбиғәте күңелдәрҙе ниндәйҙер сихри бер моңға күмә төҫлө. Көмөш һыулы шишмәләре, зәңгәр тулҡынлы күлдәре, һөҙәк тауҙар теҙмәһе был төбәккә айырыуса бер күркәмлек өҫтәй. Йырҙарҙа данланған Сөн йылғаһы ла үҙенең сығанағын ошо бәрәкәтле ерҙән ала. Районда башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар, сыуаштар һәм башҡа милләт вәкилдәре үҙҙәренең көндәлек хеҙмәте менән шул ерҙе биҙәргә, элекке быуындар тарафынан йыйылған матур традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡларға тырыша.
Һуңғы йылдарҙа район социаль-иҡтисади үҫештә ырамлы ғына аҙымдар яһаны. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡ итеүҙә, тормош сифатын яҡшыртыуҙа заман үҙенең яңы талаптарын ҡуя. Бөгөн Шаран халҡы ниндәй уй-ынтылыштар менән йәшәй, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн улар ниндәй тырышлыҡ һала? Район хакимиәте башлығы Илгиз Мәғҙән улы СӘМИҒУЛЛИН менән ҡорған әңгәмәбеҙ шул юҫыҡта.
— Беҙ, аграр төбәк булараҡ, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән шөғөлләнәбеҙ, — тип башланы ул һүҙен. — Шуға ла башта тармаҡтағы эш һөҙөмтәләренә, хужалыҡтарҙың үҫеш перспективаһына күҙ һалыу кәрәктер. Быйыл ауыл эшсәндәре өсөн ҡулайлы булды. Игенселәрҙең ергә түккән хәләл көсө бушҡа китмәне — улар мул уңыш йыйып алды. Бураларға ингән көҙгө байлығыбыҙ 46,3 мең тонна тәшкил итте. Район буйынса иген культураларынан гектарынан уртаса 18 центнер төшөм алынды. Был беҙгә сифатлы орлоҡҡа, аҙыҡ һәм фураж игененә булған ихтыяжды артығы менән ҡапларға мөмкинлек бирҙе.
— Илгиз Мәғҙән улы, шулай ҙа быйыл районда урып йыйыу эштәре оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Юғалтыуҙарға юл ҡуйылмаһа, бәлки, күрһәткестәр тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
— Эйе, быйылғы ураҡ эштәренән һабаҡ алырға тейешбеҙ. Хужалыҡтарҙа юғары етештереүсәнле иген комбайндары етешмәй. Икенсе төрлө әйткәндә, бер баҫыу карабы менән 450–600 гектарҙың уңышын тиҙ арала йыйып буламы? Дөрөҫ, дәүләт ярҙамын файҙаланып, хужалыҡтар хәҙер техниканы күберәк ала башланы. Быйыл улар алты иген комбайны һатып алды, ләкин техника паркын йылдамыраҡ яңыртырға кәрәк. Үкенескә ҡаршы, бәләкәй хужалыҡтарҙың финанс мөмкинлектәре ныҡ сикле. Әле ауыл хужалығы предприятиеларындағы комбайн паркының 60 проценты самаһы иҫкергән. Нисек кенә булмаһын, беҙгә яңы техника һатып алыуға, үҫемлекселектә алдынғы технологияларҙы индереүгә ҙур иғтибар бирергә кәрәк, сөнки алдағы йылдарҙа сәсеүлек майҙанын арттырырға иҫәп тотабыҙ. Икенсенән, юғары игенселек культураһына таянып, уңдырышлылыҡты күтәреүҙә лә резерв етерлек.
— Ә үҫтерелгән уңышты ҡайҙа ҡуйырға? Быйыл хужалыҡтар келәттәргә һалынған көҙгө байлыҡты һата алмауҙарына зарлана түгелме?
— Был проблема аграрийҙарҙы бик тә борсой. Бөгөн йыйылған уңыштың үҙҡиммәте юғары, ә һатып алыу хаҡтары түбән. Бындай шарттарҙа хужалыҡтар етештереүҙе киңәйтеүгә, шул уҡ техниканы яңыртыуға ҡайҙан аҡса тапһын? Әйтәйек, әҙерләүселәр арыштың тоннаһын 2500—3000 һум менән генә алырға теләй, был хаҡ продукцияның үҙҡиммәтен генә ҡаплай. Республикалағы ашлыҡты залогка һалыу фонды менән ике хужалыҡ ҡына файҙаланды. Ҡалғандары уңышты үҙҙәренең келәттәрендә һаҡлауҙы хуп күрә. Хәйер, иген баҙарындағы тотороҡһоҙ хәлгә крәҫтиән күнегеп тә бөткән. Беҙ былай ҙа йыйып алынған ашлыҡтың 55–60 процентын малсылыҡ продукцияһы етештереүгә тотонабыҙ.
— Әммә районда агросәнәғәт комплексының ошо мөһим тармағында быйыл алға китеш бигүк һиҙелмәгән кеүек...
— Статистика мәғлүмәттәре лә шуны раҫлай. 2010–2011 йылдарҙа ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында, шулай уҡ шәхси секторҙа мал һаны һиҙелерлек кәмене. Шул сәбәпле быйыл ит һәм һөт, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 18–21 процентҡа аҙ етештерелде. Малсылыҡ өлкәһендәге был хәлде 2009–2010 йылдарҙағы ҡоролоҡҡа ғына һылтап ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Беренсенән, күмәк хужалыҡтар малсылыҡты үҫтереүгә инвестицияларҙы күп һала алмай. Икенсенән, ауылдарҙың ҡартайыуы үҙенең ролен уйнай. Әлдә ерҙә ирекле эшләүҙең тәмен тойған бәләкәй хужалыҡтар үҫеш юлынан тайпылмай. Шаран районында ит һәм һөт малсылығы менән шөғөлләнеү өсөн шарттар яҡшы ғына. Теләгән кеше район фондынан өсәр гектарға ҡәҙәр ер алды. Ит һәм һөт ризыҡтарын баҙарға сығарып һатыу ауыл кешеһе өсөн ышаныслы бер аҡса сығанағына әйләнде. Бөгөн ауыл иҡтисадында, ауыл тормошонда шәхси сектор алғы планға сыға. Ерҙә эшләргә теләге булған кешегә беҙҙә бөтә юлдар ҙа асыҡ. Бына Нөркәй ауыл Советында шәхси хужалыҡтарҙа ғына 50-нән ашыу трактор бар. Унда колхоз юҡ, уның ҡарауы, бәләкәй хужалыҡтар яҡшы үҫеш алды. Бер-береһенән күреп, пай ерҙәрен хосуси милеккә күсерәләр. Кемдер ҡуртым шарттарында эшләүгә өҫтөнлөк бирә. Быйыл Нөркәйҙә пайсылар 1 мең гектарҙан ашыу ерҙе үҙҙәре эшкәртте. Шуныһы мөһим — ер хужалары урындағы ҡаҙнаға һалымын да түләй. "Россельхозбанк"тың ташламалы кредиттары менән файҙаланып, улар яңы техника, тоҡомло мал һатып алалар, сөнки элекке колхоздың тамыры өҙөлгәнен, бер кемдең дә ҡайҙандыр килеп, уны тергеҙмәйәсәген яҡшы беләләр. Шуға ла бар көстө шәхси хужалыҡтарын үҫтереүгә һалалар. Ерҙә ирекле эшләү булдыҡлы кеше өсөн иҡтисади яҡтан да отошло. Мичурин исемендәге муниципаль берекмәлә лә элекке совхоздың 4 мең гектар ере ауыл эшҡыуарҙарына һәм фермерҙарына бирелде. Улар өлгөһөндә районда алдағы йылдарҙа яңы инвесторҙар пәйҙә булыр тип өмөтләнәбеҙ, сөнки әле район буйынса 10 мең гектар ер үҙенең хужаһын көтә.
— Һеҙ хәҙерге заманда кешеләрҙең инициативаһын үҫтереү, яҡшы башланғыстарға юл асыу тураһында юҡҡа ғына телгә алманығыҙ шикелле. Башҡортостан Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә яңғырауынса, башҡарма власть халыҡ файҙаһына, кешеләрҙең тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға хеҙмәт итергә тейеш.
— Үҙгәрешһеҙ үҫеш булмай, тиҙәрме? Бына урындағы үҙидараны реформалаштырыуға йүнәлтелгән 131-се Федераль законды бойомға ашырыу үҙенең тәүге һөҙөмтәләрен бирә башланы. Беҙ ауыл ерендә лә халыҡтың тормошҡа ҡарашы үҙгәргәнен, сәйәси яҡтан да әүҙемлеге үҫә барғанын күреп торабыҙ.
Районда ауылдарға сығып граждандарҙы ҡабул итеү матур йолаға әүерелде. Осрашыуҙарҙа кешеләр тормоштоң төрлө өлкәһенә ҡағылған мәсьәләләрҙе күтәрә, үҙҙәренең тәҡдимдәрен һәм фекерҙәрен еткерә.
— Белеүебеҙсә, һеҙҙә ауылдарҙа территориаль йәмәғәт үҙидараһын төҙөүҙә лә тәүге ыңғай тәжрибә бар.
— Беҙ шуны яҡшы төшөндөк: күп бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа башҡарма власҡа, шулай уҡ урындағы хакимиәттәргә халыҡҡа таянып эшләргә кәрәк. Был йәһәттән ауыл старосталарының эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки һәр эштә кемдер юл башлап йөрөргә тейеш. Шаранбаш-Кенәз ауылында шундай инициативалы кешеләр табылды. Унда халыҡтың теләге менән территориаль йәмәғәт үҙидараһы төҙөлдө. Рәйес итеп педагогия хеҙмәте ветераны, һис кенә лә ауылдың бөгөнгө яҙмышына битараф ҡала алмаған Фирҙәт ағай Лотфуллинды һайлап ҡуйҙылар. Шаранбаш-кенәздәрҙе һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе күптән борсой ине. Хөкүмәттән һәм муниципаль властан ярҙам көтөп ятмаҫҡа, ә ремонт эштәрен үҙҙәре финансларға теләк белдерҙеләр. Халыҡтан йыйылған аҡсаға 55 метр оҙонлоғондағы торбаны, һыу һурҙырғыс башнялағы насосты алмаштырҙылар. Шулай итеп, сетерекле мәсьәләне үҙ көстәре менән хәл иттеләр. Хәҙер һыу өсөн аҡсаны ла улар үҙҙәре йыя. Әле йәмәғәт үҙидараһының иҫәбендә байтаҡ сумма ята. Элекке ваҡыттағы кеүек, ремонтҡа аҡса һорап, хакимиәткә лә йүгермәйҙәр.
— Әйткәндәй, урындарҙа һеҙ үткәргән осрашыуҙарҙа халыҡ күберәк юл төҙөлөшөнә ҡағылышлы һорауҙар биргән икән.
— Заман башҡа — заң башҡа, тигәндәй, бөгөнгө ауылдың инфраструктураһын таҡыр юлдарҙан башҡа күҙ алдына килтереп булмай торғандыр. Быйыл районда барлығы 16 километр юлды төҙөкләндерҙек. Шул маҡсатҡа республика бюджетынан 65 миллион һум аҡса бүленгәйне. Был мәсьәлә киләсәктә лә иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ, сөнки әле күп ауылдарҙа юлдарҙы тәртипкә килтерәһе, төҙөкләндерәһе бар. Быйыл Источник ауылын ҡырсынташ түшәлгән юл менән тоташтырҙыҡ. Беҙҙең өс проект "Ауыл юлдары" тигән федераль программаға эләкте. Шулай булғас, Тархан, Ҡыр-Теләүле, Яңауыл ауылдары халҡы ла киләсәктә ялт итеп ятҡан юлдарҙан елдереп йөрөйәсәк тип торабыҙ.
— Бөгөн "Таҙа һыу" тигән федераль программа тураһында ла күп һөйләйҙәр.
— Эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе районда көн үҙәгенән төшмәй. Уҙған йылдарҙағы ҡоролоҡ быны асыҡ күрһәтте. Был проблема, тәү сиратта, халыҡ күп йәшәгән Шаран ауылына ҡағыла. 60-сы йылдарҙа һалынған һыу үткәргес туҙып, тишелеп бөткән. Яңы микрорайонды һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһендә лә ауырлыҡ килеп тыуғайны. Ниһайәт, 2011 йылда район үҙәгендәге һыу үткәргесте капиталь ремонтлауға тотондоҡ. Халыҡ тауышын ишетеп, шул проектты республика инвестиция программаһына индерҙеләр, шулай уҡ "Система" акционерҙар компанияһының социаль фондынан да аҡса бүлделәр. 17 миллион һумлыҡ эш башҡарып, быйыл Шаран ауылында 17 километр оҙонлоғонда һыу үткәргесте алмаштырҙыҡ. Был эш алдағы йылда ла дауам итәсәк. Яңы йорттар ҡалҡып сыҡҡан Төньяҡ микрорайоны ла эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк.
Форсаттан файҙаланып, тағы бер ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлаша алам. "Халыҡ бюджеты" программаһында тәҡдим иткән проект уңышлы тип табылды. 2012 йылда Йәрәмкә ауылында заманса социаль-мәҙәни үҙәк төҙөләсәк. Шулай итеп, "халыҡ бюджеты" районда ла халыҡ файҙаһына эшләй башлаясаҡ.
Бөгөн йәшәйешкә ҡағылған бер генә мәсьәләне лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ныҡлы үҫеш юлына сығыу өсөн барыбыҙға ла тормош билдәләгән тиҙлектән, заман ағышынан артта ҡалмаҫҡа кәрәк. Мин үҙем эште шулай ҡорорға тырышам. Сөн буйындағы һәр кешенең иртәгәһе яҡшы булһын, киләсәккә ул яҡты өмөттәр һәм ышаныс менән ҡараһын.
Миҙхәт ШӘРИПОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 318

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 339

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 250

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 328

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 238

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 250

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 228

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 110

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 204