Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәү кимәлен түбәнәйтеүгә юл ҡуйылмай
Йәшәү кимәлен түбәнәйтеүгә юл ҡуйылмайВолга буйы федераль округы төбәктәре буйынса эш сәфәрен дауам итеп, Башҡортостанға ике көнгә Рәсәй Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкин килде. Уны “Өфө” аэропортында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡаршы алды.

Сергей Нарышкин менән Рөстәм Хәмитов эш осрашыуы үткәрҙе. Унда һүҙ Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында барҙы.
— Һуңғы йылдарҙа республикала күп эш башҡарыла. Ауыл хужалығы, сәнәғәт тармаҡтарына, гражданлыҡ йәмғиәте үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Әле 2013 йылға бюджет эшләнеп бөтөү өҫтөндә, — тине Сергей Нарышкин.
Рәсәй парламентының түбәнге палатаһы спикеры был эштә ҡайһы йүнәлештәрҙең өҫтөнлөклө булыуын белеште.
— Беҙҙең төп бурысыбыҙ — республика халҡының көнитмешен яҡшыртыу, — тине Рөстәм Зәки улы. — Иң тәүҙә кеше тормошоноң сифатын яҡшыртыу өсөн тырышабыҙ. Аҡса ла ошо маҡсатҡа йүнәлтелә.
Президент сәнәғәт уңышлы эшләһен һәм нығынһын өсөн күрелгән саралар тураһында һөйләне. Республика халҡының 40 процент самаһы ауыл ерендә йәшәгәнлектән, ауыл хужалығына ла ифрат ҙур иғтибар бүленә. Һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡ йонсотһа ла, ауыл кешеһенең тормош кимәлен төшөрөүгә юл ҡуйылмай. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, айырым алғанда — уҡытыусыларға, эш хаҡын арттырыу буйынса күрелгән саралар тураһында ла һөйләне республика башлығы.
— Киләһе йылдан уҡытыусылар һәм табиптарҙың ғына түгел, ә мәҙәниәт, социаль учреждениелар, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең дә эш хаҡы артасаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һуңғы арала эшкәртеү тармағында ла, бюджет өлкәһендә лә эш хаҡы 15 процентҡа үҫте.

* * *
Рәсәй юристарының һөнәри байрамы алдынан Рәсәй Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкин Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашты.

— Башҡорт дәүләт университетына, айырыуса бер быуатлыҡ тарихы булған Хоҡуҡ институтына, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килдем. 3 декабрь — Юристар көнө, шуға мин тап юридик факультет студенттары менән аралашырға теләнем, — тип башланы ул һүҙен.
Осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың комитет рәйестәре, БДУ, Хоҡуҡ институты етәкселеге, студенттар ҡатнашты.
— Рәсәйҙә юристар күбәйҙе тигән фекер йәшәй. Ә мин шуны әйтер инем: беҙҙә квалификацияһыҙ юристар күп! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә юғары уҡыу йорттары ла сифатлы белем биреп, грамоталы һәм квалификациялы белгестәр әҙерләй алмай. Ысынбарлыҡта, юридик йүнәлештә әҙерлекле белгестәр етмәй. Был айырыуса иҡтисад тармаҡтарында, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә, ҡануниәт органдарында күҙәтелә, — тип дауам итте сығышын Сергей Нарышкин.
Һөйләшеү һорау-яуап формаһында барҙы. Рәсәй парламентының түбәнге палатаһы рәйесенән Дәүләт Думаһында практика үтеү мөмкинлеге, юридик факультет студенттарын эш менән тәьмин итеү, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең юғары уҡыу йорттарында уҡыу шарттары, стипендия күләме, диссертация советтары эшмәкәрлеге һәм башҡа мәсьәләләр тураһында һоранылар.
Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры Илона Макаренко әйтеүенсә, улар бюджет урындарына йылына ни бары 35 студентты ғына ҡабул итә, ҡалғандары — 300-ләбе — коммерция нигеҙендә уҡырға инә. Бер урынға ғәҙәттә 10-15 кеше дәғүә итә. Коммерция бүлектәренә берҙәм дәүләт имтиханы балы һөҙөмтәһенә ҡарап алалар.
Бизнес менән мәғарифты ҡушыу тураһында ла һорау булды. Сергей Нарышкин, әгәр ҡануниәткә нигеҙләнгән булһа, был идеяға ҡаршы булмауын белдерҙе.
— Республикала был йәһәттән ниндәйҙер кимәлдә эш алып барыла, әммә белем биреү өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеүҙе “күләгә”нән сығарырға кәрәк. Йыл һайын уҡыу йорттарына 30 мең самаһы студент ҡабул ителә. Һәр береһе кәм тигәндә 30 мең һумға репетитор яллаған осраҡта ла, йылына 900 миллион һум аҡса йыйыла. Әлбиттә, улар иҫәпкә алынмай, һалым да түләнмәй, — тине быға ҡарата Рөстәм Хәмитов.
Сергей Нарышкин әйтеүенсә, киләһе йылда Рәсәй парламентының 20 йыллығы буласаҡ. Шулай уҡ Рәсәй Конституцияһы ла 20 йыллығын билдәләйәсәк. Был даталарға ҡарата әҙерлек эштәре бөгөндән башланған, һәм республика парламенты депутаттары менән юристар ҙа быға үҙ өлөшөн индерер тип көтөлә.

* * *
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Сергей Нарышкин Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, йәштәр йәмәғәт ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары советы секретарҙары (вәкилдәр органдары) ҡатнашлығында муниципаль райондар һәм ҡала округтары Советы эргәһендәге (вәкилдәр органдары) Йәштәр советы етәкселәренең семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты.

– Нәҡ ошондай осрашыуҙарҙа йәш быуынды нимә борсоуын асыҡ тойомларға мөмкин, – тине Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин. – Башҡортостанда йәштәрҙең әүҙем тормош алып барыуы тураһында тулы хәбәрҙармын. Ысынлап та, беҙҙең өсөн һөйләшә торған уртаҡ һүҙҙәр бихисап. Әйтәһе лә түгел, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе, гражданлыҡ йәмғиәте институтының үҫешен хәл итеү йәһәтенән Башҡортостан йәштәре сәйәсәттә мөһим роль уйнай. Бында йыйылыусылар парламент һәм закон проекттарын эшләү тураһында ишетеп кенә түгел, ә үҙҙәре был эштә ҡатнашып та белә. Ғөмүмән, йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән йыш осрашам.
Сергей Нарышкин Евразия интеграцияһының өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне, йәштәрҙең Евразия парламентын төҙөү идеяһын бәйән итте.
Президент Рөстәм Хәмитов йәштәргә мөрәжәғәт итеп былай тине:
– Һеҙ бөгөн республика парламентының залына йыйылдығыҙ, депутаттарҙың эш урынын биләйһегеҙ, тиҙҙән депутат булып китерегеҙгә һис кенә лә шикләнмәйем. Ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә алда. Беҙ йәштәр менән эшләргә тейеш.
Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, республикабыҙ халҡының дүрттән бер өлөшөн йәштәр тәшкил итә. Улар хәҙер егет һәм ҡыҙҙар менән аралашыуҙың яңы алымдарын эҙләй. Йәш кешегә тейешле эш урыны булһын, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнһен. Йәштәрһеҙ теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай.
— Беҙҙең республика Европаға ла, Азияға ла ҡарай. Ике ҡитғаны айырған сик Башҡортостан аша үтә. Евразия парламенты төҙөүҙе хуплайбыҙ. Өфө быға әҙер, – тип белдерҙе республика башлығы, һөйләшеүҙе йомғаҡлап.
Ә. ӘЙҮПОВА, И. АҠЪЮЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 248

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213