Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Германия беҙҙе тәнҡитләй башланы
Һуңғы ваҡытта Израиль-Фәләстин мөнәсәбәттәренең ҡырҡа киҫкенләшеүе, Германия канцлеры Ангела Меркелдең Рәсәйгә килеүе, Украинаның йәнә газ мәсьәләһен күтәреүе иғтибар үҙәгендә булды.

Сиге күренмәгән һуғыш

Израиль менән Фәләстин автономияһы араһында барған ыҙғыш һуңғы сиккә етте булһа кәрәк. Нисәмә йылдар һуҙымында бер-береңде эләкләп тороу, мөмкинлек сыҡҡан һайын ҡулға ҡорал алыу ике яҡтың да сабырлығын ныҡ ҡаҡшатҡайны инде. Тыныслыҡты ҡайһы яҡтың башлап боҙоуын асыҡларға маташыу урынһыҙ булыр. Иртәме-һуңмы, был бәхәстең йәнә ҡалҡып сығыры билдәле ине. Фәләстин автономияһының элекке лидеры, мәрхүм Ясир Арафат ике арала солох урынлаштырырға маташып ҡарағайны ла, килеп сыҡманы. Ул Рәсәй менән дә дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырыуға өлгәшкәйне. Һуңынан власҡа радикаль ҡарашлы ХАМАС партияһы килеп, барлыҡ ҡаҙанышты юҡҡа сығарҙы.
Әле был төбәктә ысын мәғәнәһендә һуғыш башланды: Израиль армияһы Газа секторын һауанан утҡа тота. Ғәрәптәр ҙә бирешергә теләмәй, әммә уларҙың Тель-Авивҡа, Иерусалимға тоҫҡап сойорғотолған ракеталарын Израилдең заманса ҡоролмалары һауала уҡ юҡ итә. Шуға күрә Фәләстин яғынан юғалтыу күберәк. Израиль иһә ҡоро ерҙән дә һөжүм башламаҡсы. Был хаҡта илдең премьер-министры Биньямин Нетаньях белдерҙе.
Фәләстин автономияһына Мысырҙың премьер-министры Хишам Кандиль килеп, ғәрәптәрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫҡа вәғәҙә бирҙе. Төркиәнең дә ХАМАС-ты яҡлауы билдәле, тимәк, һуғыш дауам итә ҡалһа, ул Мысыр менән бергә фәләстиндарҙы ла үҙ яҡлауына аласаҡ. Әлбиттә, НАТО ағзаһы булған Төркиәнең бының өсөн АҠШ тарафынан ҡыҫымға алыныуы ихтимал.
Донъя йәмәғәтселеге ике яҡты ла ҡан ҡойошто туҡтатырға саҡыра, әммә ҡыҙып алған йәһүдтәр тиҙ генә тынысланырға оҡшамаған. Израиль үҙ армияһына өҫтәмә көс итеп запастағы 30 мең хәрбиҙе саҡырған. Тимәк, улар ысынлап та ҡоро ерҙән һөжүм башларға иҫәп тота. Йәнә тоҡанған һуғыштың төбәк халҡы ғына түгел, тотош донъя йәмәғәтселеге өсөн бик ауыр эҙемтәгә килтереүе ихтимал. Рәсәй әле үк үҙ граждандарын был илдәрҙән сығарыу хаҡында уйлай башланы.

Һуңғы терәкте юғалтырбыҙмы?

Йыл да уҙғарылған “Петербург диалогы” форумы был юлы Мәскәүҙә булды. Унда Германия канцлеры Ангела Меркель дә ҡатнашты.
Рәсәй — Германия мөнәсәбәттәре В.В. Путин тәүгә Президент булған осорҙа айырыуса нығынып киткәйне. Быға Владимир Владимировичтың бер нисә йыл Германияла эшләп алыуы, немец телен яҡшы белеүе ниндәйҙер кимәлдә булышлыҡ иткәндер. Бәйләнеш нығынды, ике ил араһында тауар әйләнеше күпкә артты — ғөмүмән, Германия Рәсәйҙең Европалағы төп иҡтисади партнерына әүерелде.
Ангела Меркель Рәсәйгә 7 сентябрҙә үк килергә тейеш ине, әммә евро зонаһында килеп тыуған көсөргәнеш, Грецияның дефолт алдында тороуы арҡаһында сәфәрен кисектереп торҙо. Ни өсөн тигәндә, Германия Европа Союзының арҡа һөйәгенә тиң: ул “ауһа”, берләшмә юҡҡа сығасаҡ.
Ангела Меркелдең Владимир Путин менән осрашыуына килгәндә, ике-ара аралашыу тарихында әлегеһе иң хөртө тиергә була. Бының бер нисә сәбәбе бар. 9 ноябрҙә үк бундестагта Рәсәйҙең эске сәйәсәтен тикшереп, шуға ярашлы резолюция ҡабул иткәйнеләр. Уларҙың беҙгә ҡыҫылыуын Кремлдә лә, Дәүләт Думаһында ла өнәп еткермәнелер. Германия депутаттары Рәсәйҙә демократия принциптарының, кеше хоҡуҡтарының тупаҫ боҙолоуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Илдәге һуңғы сәйәси хәл-ваҡиғалар ҙа немецтарҙың иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Ошондай тәнҡитле сығыштарҙан һуң Ангела Меркелдең Рәсәйгә килеүен беҙҙәге сәйәсмәндәр генә түгел, Путин үҙе лә әллә ни теләмәне булһа кәрәк. Әлбиттә, илдең эске эштәренә ҡыҫылғанды берәү ҙә яратмай, әммә бундестаг депутаттарының, Ангела Меркелдең сәйәси ҡараштары нигеҙендә бөтөнләй икенсе нәмә төҫмөрләнгәндәй. Улар, асыҡтан-асыҡ белдермәһә лә, Путиндың өсөнсө мөҙҙәткә һайланыуын өнәмәй, ил демократияһына хилафлыҡ килде тип иҫәпләй. Ошондай сәйәси ҡараштарҙан һуң беҙҙең Президенттың да Меркель ханымға ҡарата мөнәсәбәте һыуынғандыр тип уйларға ерлек бар.

Газды һылтап...

Украина газ мәсьәләһен йәнә күтәрмәксе. 2009 йылда ике ил араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, Рәсәй уларға билдәле бер хаҡҡа йылына 33 миллиард кубометр “зәңгәр яғыулыҡ” һатырға, ә Украина тотҡарлыҡһыҙ түләргә тейеш ине. Ваҡытында иҫәпләшмәгән йә иһә газ һатып алыуҙы кәметкән осраҡта ҙур штраф сәпәү ҡаралды. Әммә, килешеүҙе боҙоп, Украина 2013 йылда Рәсәйҙән йылына 26 миллиард кубометр ғына газ һатып аласағын белдерҙе. “Беҙҙе уның хаҡы ла, күләме лә ҡәнәғәтләндермәй”, — тине илдең премьер-министры Николай Азаров. Улар, йәнәһе, шул уҡ тауарҙы Яҡын Көнсығыш илдәренән, Төркмәнстандан, хатта Германиянан осһоҙораҡ хаҡҡа аласаҡ. Немецтар, Рәсәй газын ҡиммәткә алып, украиндарға осһоҙға һатып ятмаҫтыр бит. Был ҡылыҡты сәйәси низағҡа саҡырыу тип кенә ҡабул итергә мөмкин. Шулай булмаһа, килешеүҙе боҙорға йөрьәт итмәҫтәр ине.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 256

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 322

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 342

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 331

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206