Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйләшеүгә ике яҡ та мохтаж
Һөйләшеүгә ике яҡ та мохтажБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Интернетта блог алып бара башлау менән яңы башланғысҡа бик күп чиновниктар ҡушылды. Халыҡ та әүҙемләште, сөнки был — власть менән ябай кеше араһында тиҙ арала бәйләнешкә инеү мөмкинлеге.

Республика парламенты спикеры Константин Толкачев та заман талабынан артта ҡалмай — ул әүҙем блогер. Константин Борисович аралашыуҙы Интернет менән генә сикләмәй. Ошо көндәрҙә ул республиканың Интернет-йәмәғәтселеге, ябайыраҡ итеп әйткәндә, блогерҙар менән осрашты.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе блогерҙар менән икенсегә күрешә, быға тиклем февралдә ошондай уҡ осрашыу булғайны. Һөйләшеүҙә әсәләргә, һуғышта ҡатнашҡандарға һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам, мәғариф өлкәһендәге реформа, закондар сығарыу эшмәкәрлеге, наркомания, алкоголизм, тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү кеүек күп кенә көнүҙәк темалар күтәрелде.
Һөйләшеүгә ике яҡ та мохтаж— Беҙ үҙебеҙҙең эшмәкәрлекте мөмкин булғанса асыҡ ойошторорға тырышабыҙ. Республика закондарының үтәлешен күҙәтеү өсөн мөмкинлектәр ҙур түгел. Шуға граждандарҙың үҙаңы мөһим, ә бының өсөн закондар тураһында хәбәрҙар булыу кәрәк. Ошо тәңгәлдә һеҙҙең ярҙамға мохтажбыҙ, — тине Константин Толкачев.
102.жж.рф берләшмәһенең модераторы һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев, блогерҙар халыҡҡа республика ваҡиғалары тураһында һөйләүҙән тыш, власть органдары һәм закон сығарыусыларға үҙҙәре лә кәрәкле мәғлүмәт еткерә алһа ине, тигән тәҡдим менән сыҡты.
Һәр кемдә үҙ һорауын биреү, тәҡдимен әйтеү мөмкинлеге булды. Йәнле аралашыу мөхитендә уҙған бындай осрашыуҙы артабан даими үткәрергә кәрәк, тигән фекер менән таралыштылар унан.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 322

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 300

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188