Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер ҡалаҡ дегет
4 ноябрҙә Мексикала "Ҙур егерме" илдәренең финанс министрҙары саммитҡа йыйылды, ә Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнде. Уҙған аҙнала шулай уҡ Грузияның Рәсәй менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға йыйынмауы мәсьәләһе, илебеҙҙең Оборона министрлығындағы коррупцияға бәйле хәлдәр йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә булды.

Әһәмиәтһеҙ осрашыу

"Ҙур егерме" илдәре өлөшөнә донъя тулайым продуктының — 90, тауар әйләнешенең 80 проценты, ә донъя халҡының өстән ике өлөшө тура килә. Ошо дәүләттәрҙең министрҙары донъя иҡтисади көрсөгөн булдырмау, Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа союзы илдәрендәге финанс ауырлыҡтарына ҡаршы бергәләп көрәшеү юлдарын эҙләне.
Аҡсаны һөҙөмтәле тотоноу, эске мөмкинлектәрҙе дөрөҫ ҡулланыу йәһәтенән Мексика башҡаларға өлгө булырлыҡ. Һуңғы йылдарҙа унда эш урындарын арттырыуға, иҡтисади үҫешкә өлгәшәләр. Был ил быйыл саммитҡа рәйеслек итте, 30 ноябрҙә дилбегә Рәсәйгә тапшырылырға тейеш. Мексиканың тәжрибәһен үҙләштерә алырбыҙмы, иҡтисади күрһәткестәрҙе бер-ике процентҡа булһа ла күтәрербеҙме — әйтеүе ҡыйын.
Финанс министрҙарының йыйыны АҠШ президентын һайлау (6 ноябрь) һәм Ҡытайҙағы коммунистарҙың власть тапшырыуы (8 ноябрь) алдынан үтте, шуға ла күп мәсьәләләрҙең ашыҡ-бошоҡ ҡаралыуын, уларға тейешле әһәмиәт бирелмәүен танымай булмай. Бынан тыш, Франция министры менән Европа Үҙәк банкы етәксеһе ни сәбәптәндер осрашыуҙа ҡатнашманы. Ғөмүмән, был саммитты тарихта иң әһәмиәтһеҙе тиергә нигеҙ бар.

Тбилиси менән Мәскәү дуҫлашырмы?

Грузиялағы парламент һайлауы һөҙөмтәһен донъя йәмәғәтселеге түҙемһеҙлек менән көттө. Оппозициялағы Бедзина Иванишвилиҙың партияһы еңгәс, Рәсәй сәйәсмәндәре еңел һулағандай булды, дипломатик бәйләнештәр яйға һалыныр һәм илдәребеҙ дуҫ йәшәр, тип өмөтләнде. Асылда бының хыял ғына булып ҡалыуы ихтимал, сөнки беҙҙең ил арҡаһында кеҫә ҡалынайтҡан әлеге сәйәсмән Мәскәү теләгәнсә генә эшләргә йыйынмай. Грузия премьер-министры булараҡ, ул уҙған аҙнала сәйәсмән Зураб Абашидзены Рәсәй менән мөнәсәбәтте яйлау буйынса махсус вәкиле итеп тәғәйенләне. Уныһы иһә ниндәй позицияла тороуын асыҡтан-асыҡ әйтә һалды: "Рәсәй 2008 йылда Грузия биләмәләренә (Абхазия менән Көньяҡ Осетия) көслөк менән баҫып ингән һәм, ошо мәсьәләне хәл итмәй тороп, ике ил араһында дипломатик мөнәсәбәттәрҙең булыуы мөмкин түгел". Сәйәсмән был тәңгәлдә үҙ-ара аңлашыуға иҫәп тотоуын белдерҙе.

Шикле берҙәмлек

Яңыраҡ билдәләнә башлаған Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң асылын ватандаштарыбыҙ аңлап та етмәй буғай. Ҡайһы бер сәйәси көстәр был байрамды үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға маташа. Һүҙ 4 ноябрҙә Мәскәүҙә һәм илебеҙҙең ҡайһы бер ҡалаларында уҙған "Урыҫ маршы" хаҡында бара. Милләтселәр 2005 йылдан алып ҡаршылыҡ акцияһына йыйыла. Быға тиклем уларға Мәскәүҙең ситендә генә урын бирелгән булһа, быйыл баш ҡала мэры Сергей Собянин бигерәк мәрхәмәтләнде — маршты үҙәктә уҙғарырға рөхсәт итте.
Милләтселәр, шуны ғына көткәндәй, шовинистик рухтағы плакаттар күтәреп Мәскәү урамдарынан үтте. Араларында Гитлер свастикаһын әләм итеп күтәреүселәрҙең булыуы күңелгә айырыуса шом һала.
Полиция иллеләгән кешене ҡулға алды-алыуын, әммә хәрәкәтте был ғына туҡтатырмы? Әгәр артабан да ошолай дауам итһә, "Урыҫ маршы" исеме артына йәшенгән таҡыр баш — скинхедтарҙың Ҡыҙыл майҙандан тантаналы үтеүенә лә күп ҡалмаҫ.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 258

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 324

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 346

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 254

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 333

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 319

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 234

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 115

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 211