Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Был аҙнала донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә АҠШ һәм Украиналағы һайлау мәсьәләләре, Италияның экс-премьеры Сильвио Берлускони тирәләй барған һүҙ булды.

Еңеүгә мөмкинлектәре бер тигеҙ

Йылдың төп ваҡиғаларының береһенә – АҠШ-та президент һайлауға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Власҡа кем килерен бар донъяла, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә түҙемһеҙлек менән көтәләр. Кемдең еңеп сығырынан күп нәмә тора шул. Республика партияһынан төп кандидат булған Митт Ромни менән демократ Барак Обама тән төҫтәре буйынса ғына түгел, донъяға булған ҡараштары менән дә ныҡлы айырыла. Һайлау алдынан уҙғарылған һуңғы – өсөнсө теледебатта ла был асыҡ сағылды.
Был юлы Ромниға тын алырға ла ирек бирмәне ул. Аналитиктар уларҙың һуңғы дуэлендә төп һөйләшеү темаһы булып Рәсәй торор, тип юрағайны, әммә юш килмәне. Телмәрҙәрендә Рәсәй телгә алынһа ла, бик һирәк булды. Обама Ромниҙың мартта Рәсәйҙе төп дошман тип атауына “бәйләнде”. Ромни был юлы лы аҡланып маташты. Йәнәһе лә, ул Рәсәйҙе БМО сессияһы сиктәрендә генә “геосәйәси дошман” тип атаған, ә АҠШ-тың төп дошманы атом бомбаһы әҙерләүсе Иран икән. Иран тигәндән, ошо теледебат барышында Обаманың Иран менән дипломатик мөнәсәбәт урынлаштырырға маташып ҡарауы билдәле булды.
Күҙаллауҙарға килгәндә, Рәсәй өсөн, әлбиттә, Обаманың еңеп сығыуы һәйбәт булыр ине. Ә бына Балтик буйы илдәре, Украинаның көнбайышында йәшәүселәр, шул уҡ Грузия Ромниҙың еңеп сығырын теләй. ЕС илдәре араһында ла ҡапма-ҡаршы фекерлеләр күп.
Һайлау тигәндән, Америкала ул күптән башланды. 6 ноябрҙе көтөп тормаҫтан күптәр алдан тауыш биреү хоҡуғынан файҙаланып ҡалмаҡсы. Эксперттар белдереүенсә, төп һайлау көнөнә тиклем, һайлаусыларҙың 35-40 проценты тауыш биреп өлгөрөүе бар. Был — АҠШ тарихында рекордлы күрһәткес. Әйткәндәй, Обама ла алдан тауыш биреү хоҡуғынан файҙаланған. Ромни иһә 6 ноябрҙә үҙ штатында һайламаҡсы. Бына шулай, донъя иҡтисады тотҡаһы булған АҠШ-та ике кандидаттың да еңеп сығыу мөмкинлеге ҙур.

Украинала йәнә болғансыҡ

Һайлау тигәндән, ут күршебеҙ Украинала ла 28 октябрҙә Юғары Радаға депутаттар һайланды. Парламенттағы 450 урындың яртыһы — 225-е партия исемлеге, ҡалған яртыһы бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Украинаның Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Лукаш белдереүенсә, тауыш биреү һөҙөмтәләре рәсми рәүештә 15 көндән һуң ғына иғлан ителәсәк. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, илдең власть — Төбәк партияһы һайлаусыларҙың 31,6 процент тауышын йыйып алда килә. Төрмәлә ултырыусы төп оппозиционер Юлия Тимошенконың “Батькивщина” партияһы 23,7 процент тауыш йыйыуға өлгәшкән. Ә бөтөн донъяға билдәле боксер, Украинаның милли ғорурлығы булған спортсы Виталий Кличконың “Удар” партияһы 13,2 процент йыйған. Илдең коммунистар партияһы ла уларҙан ҡалышмай, һайлаусыларҙың 13 проценты уларҙы яҡлаған. Милләтселек идеяларын алға һөрөүсе “Азатлыҡ” партияһы өсөн һайлаусыларҙың 11 проценты тауыш биргән.
Украинала һайлаусыларҙың 58 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Көнбайыш һәм Көнсығыш өлөштәргә бүлгеләнгән ил өсөн был ярайһы һәйбәт күрһәткес. Төбәк партияһы етәксеһе – илдең премьер-министры Николай Азаров һайлау һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт булыуын белдерә. Ни тиһәң дә, парламентта күпселекте һаҡлап алып ҡалыу улар өсөн мөһим ине. Азаровтың һөйөнөсө күпкә бармауы ла бар. Виталий Кличко киләсәктә оппозициялағы “Батькивщина” һәм “Азатлыҡ” партиялары менән берләшмәксе. Әгәр ҙә улар берләшә ҡалһа, парламенттың 47-48 проценты оппозиционер буласаҡ. Ул сағында инде власть партияһына оппозиция менән килешеп йәшәү бик ауырға төшәсәк. Быны ил президенты Виктор Янукович та аңлай. Һайлау алдынан, 22 октябрҙә, ул үҙенең коллегаһы Владимир Путин менән осрашыу өсөн Рәсәйгә килеп ҡайтҡайны. Был да юҡтан ғына түгел. Рәсәй Украинаны Таможня союзы ағзаһы итеп күргеһе килә. Әлегә был союзда Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан ағза булып тора. Украинаның Таможня союзына ингеһе килмәй. Быға урындағы эшҡыуарҙар гел генә ҡаршылыҡ күрһәтеп килде һәм власты ла шуға инандырҙы. Йәнәһе лә, Украина Таможня союзына инһә, улар күп йәһәттән Рәсәйҙән бойондороҡло буласаҡ, ә ЕС илдәре менән хеҙмәттәшлек кәмейәсәк. Шуға ла Украинаның яҡын арала ғына Таможня союзына инере бик икеле. Ә һайлау һөҙөмтәләренә ҡарап шуны әйтергә була: 2015 йылдағы президент һайлауҙарына тиклем Виктор Янукович үҙ сәйәсәтен тайпылышһыҙ алып бара аласаҡ әле.

Һыуҙан ҡоро сығыусы

Башҡа донъя хәлдәренә килгәндә, үткән аҙнала Италияның элекке премьер-министры Сильвио Берлускониҙы дүрт йылға хөкөм итеүҙәре билдәле булды. Италия ғына түгел, Европа илдәренең иң бай кешеләренең береһенең суд эскәмйәһенә ултырыуы ғәжәпләндерә лә, аптырата ла. Берлускони быға тиклем өс тапҡыр — 1994–1995, 2001–2006 һәм 2008– 2011 йылдарҙа — Италияның премьер-министры булып эшләп алды. Премьерлыҡтан китеү менән уға теге-йәки был ғәйеп таға килделәр. Ул йә бәлиғ булмаған йәш ҡыҙҙар менән типтергән, йә һалым түләүҙән ҡасҡан, йә мафия менән бәйләнештә булған, ришүәт биреү ҙә уның өсөн ят түгел. Ҡыҫҡаһы, ниндәй енәйәт ҡылып була, барыһына ла өлгөрә экс-премьер. Әйтергә кәрәк, ул һәр ваҡыт һыуҙан ҡоро сыға килде. Был юлы ла шулай булды, уны башта дүрт йылға иркенән мәхрүм иткәйнеләр, һуңынан язаны “шартлы” исеменә алмаштырҙылар. Тора-бара был ҡарарҙың да йомшартылыуы бар. Унан инде Берлускониға власҡа килеү өсөн йәнә “йәшел юл” асыласаҡ. Мафия, ришүәтселек сәскә атҡан ил өсөн был бойомға ашмаҫтай хәл түгел.
Самат Ғәлиуллин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илгиз
    Илгиз от 30.10.2012, 03:03
    Самат! Бынан бер -нисә йыл элек " Путин, йәғни Рәсәй , менән дуҫ булғаны, уға ярҙам иткәне өсөн, Америка Берлускониға ҡарата шундай - шундай ғәйепләү программаһы әҙерләй,"- тип яҙып сыҡты Викиликс (Джулиан Ассанж). Шуға ла бының " яһалма ғәйеп" булыуы ла ихтимал бит.






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 309

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 237

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 187