Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Валерий Мансуров йәмғиәт президенты итеп һайланды
Философия фәндәре докторы, профессор Валерий Мансуров Рәсәй социологтар йәмғиәте президенты итеп ҡайтанан һайланды. Йәмғиәттең отчет-һайлау съезы 25 октябрҙә Өфөлә “Социология һәм йәмғиәт: глобаль талаптар һәм төбәктәр үҫеше” IV Бөтә Рәсәй социология конгресы сиктәрендә үтте.

Социологтар тотош донъялағы үҙгәрештәрҙең Рәсәйҙәге, уның төбәктәрендәге социаль күренештәргә, атап әйткәндә, шәхестең ҡиммәттәренә, быуындарҙың йәшәү рәүешенә, этностарға, территориаль һәм конфессия берләшмәләренә йоғонтоһон тикшерҙе.
Конгреста Рәсәйҙең ғилми тикшеренеү үҙәктәренән, Мәскәү, Санкт-Петербург, башҡа төбәктәрҙәге мәғариф учреждениеларынан 500-ҙән ашыу ғалим ҡатнашты. Осрашыуға 20 сит ил вәкиле лә килгәйне.
Өфөнөң төп юғары уҡыу йорттарында, ғилми-тикшеренеү институттары менән үҙәктәрендә йәмғиәт үҫешендәге көнүҙәк мәсьәләләр буйынса 20 “түңәрәк өҫтәл”, 11 ғилми, 33 тематик сессия, ике оҫталыҡ дәресе һәм инглиз телендә “БРИКС” илдәрендә социология” тигән махсус сессия үтте.
Һәр секция етәксеһе ошо көндәрҙә үҙҙәренең резолюцияларын Рәсәй социологтар йәмғиәтенә ебәрәсәк. Уларҙы дөйөмләштергәндән һуң социологтар конгрестың берлектәге йомғаҡлау резолюцияһын тәҡдим итәсәк.

* * *
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Дин социологияһы: йәмғиәттең дини тормошондағы традицион һәм яңы күренештәр” тигән секция ултырышы булды. Унда Рәсәйҙең күп кенә төбәктәренән билдәле ғалим-социологтар ҡатнашты.
— Социологик тикшеренеүҙәр йәмғиәттәге хәл-күренештәрҙең торошо хаҡында мәғлүмәт бирә, — тине философия фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Валерий Хажиев. — Дин социологияһы Башҡортостанда айырыуса әһәмиәтле. Беҙҙә рәсми мәғлүмәттәр буйынса 103 этник төркөм, 23 дини ойошма бар. Шуға күрә социология — бөгөн иң төп гуманитар фәндәрҙең береһе. Ул татыулыҡ, толерантлыҡ төшөнсәләрен үҙ эсенә ала.

* * *
Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында “Оло быуын: ресурстар һәм перспективалар” тигән секция ултырышы үтте. Унда Рәсәй төбәктәренән социологтар, геронтологтар, шулай уҡ Башҡортостандың дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Ғалимдар алдында Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Ул оло быуын мәнфәғәтендәге социаль сәйәсәт, республикала тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында һөйләне. Улар иҫәбенә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының “Ҡыуаныслы ҡартлыҡ ҡалаһы” проекты ла инә. 2007 йылда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Туймазы ҡалаһы ошо проектҡа ҡушылды. Ҡалала өлкәндәрҙең волонтерлыҡ хәрәкәте йылдам үҫә, “Өләсәйҙәр — балаларға”, “50+” программалары эшләй. Оло быуын хаҡына идеологияны үҙгәртеүгә йүнәлтелгән проектҡа былтыр Башҡортостандың барлыҡ ҡалалары ла тиерлек ҡушылды. Тағы ла бер әһәмиәтле социаль проект — “Өлкәндәр өсөн халыҡ университеттары”. Унда 26,5 мең пенсионер белемен камиллаштырған.
“Рәсәй — әүҙем оҙон ғүмер” проектының Башҡортостандағы етәксеһе Рима Шәйҙуллина сәләмәт тормош алып барыуҙы, физик культураны, сәләмәт туҡланыуҙы, кешеләрҙең социаль әүҙемлеген пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған ошо проекттың республикала нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне. Педагогия фәндәре кандидаты Гөлнара Миңлеғәлиева коллегаларын оло быуынды дөйөм Рәсәй, шулай уҡ төбәк кимәлендә хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү дәрәжәһен өйрәнеүгә арналған социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе менән таныштырҙы.
Секция ултырышында ҡатнашыусылар ололарҙы реабилитациялауға, социаль хеҙмәтләндереүгә, уларға белем биреү һәм мәшғүллеген ойоштороуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 250

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 250

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 229

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 204