Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етәкселектә үҙгәрештәр
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары структураһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Указ менән министрлыҡтар, дәүләт комитеттары һәм ведомстволары (агентлыҡ, комитет, идаралыҡ, комиссия, инспекциялар) республика башҡарма власть органдарына ҡарай, тип билдәләнә. Документҡа ярашлы, Башҡортостан Президенты республика Хөкүмәте һәм Хөкүмәт ағзалары эшмәкәрлегенә етәкселек итә. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары министрҙарҙың, дәүләт комитеттары рәйестәре менән ведомство етәкселәренең эшен көйләй. Башҡортостан Хөкүмәте составында Хөкүмәт Премьер-министрының туғыҙ урынбаҫары, шул иҫәптән беренсе урынбаҫар эшләйәсәк.
Указ менән Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты бөтөрөлдө. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Халыҡтың мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығын ҡушыу юлы менән үҙгәртеп ҡоролдо.
Документҡа ярашлы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, Республиканың территориаль үҫеше буйынса агентлыҡ, Туризм буйынса агентлыҡ, Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡ төҙөлдө.

* * *

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте составы тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Уға ярашлы Хөкүмәт составына түбәндәгеләр инде:
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе, Хөкүмәт Премьер-министрының алты урынбаҫары, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле — Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары;
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры, һаулыҡ һаҡлау министры, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры, мәҙәниәт министры, урман хужалығы министры, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры, мәғариф министры, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры, ауыл хужалығы министры, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры, финанс министры, иҡтисади үҫеш министры;
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе;
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе, Территориаль үҫеш буйынса агентлыҡ етәксеһе, Туризм буйынса агентлыҡ етәксеһе, Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡ етәксеһе;
Ветеринария идаралығы начальнигы, Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы, Мировой судьяларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡ акттары регистрҙарын алып барыу буйынса идаралыҡ начальнигы;
Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы, Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы, Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы.

* * *

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙарын тәғәйенләү тураһындағы указдарға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, Рәүеф Ноғоманов — Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Илшат Тажетдинов — Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, Лилиә Ғүмәрова, Эрнст Исаев, Евгений Маврин, Марат Мәһәҙиев, Салауат Сәғитов, Дмитрий Шаронов Премьер-министр урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләнде.
Л. ДӘҮЛИЕВА.

ЭКСПЕРТ ФЕКЕРЕ

Рөстәм ЛАТИПОВ, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ғилми-тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе урынбаҫары, сәйәсәт фәндәре докторы:
— Республика Хөкүмәтендә бындай үҙгәрештәрҙең буласағы көтөлгән ваҡиға ине. Ул Рәсәй Федерацияһы сәйәсәтендәге тенденцияларға бәйле. Киләсәктә илдә бер генә Президент, ә субъекттарҙа төбәк башлыҡтары буласаҡ. Ә төбәк башлығы ни өсөн бер үк бурыстарҙы ҡабатларға тейеш? Рөстәм Хәмитов электән Президент аппараты менән Хөкүмәт аппаратында бурыстарҙың ҡабатланыуы, чиновниктарҙың бик күп булыуы тураһында әйтә килде. Әле әйткәндәрен тормошҡа ашырҙы. Минеңсә, был дөрөҫ аҙым.

Тимур САБЛИН, “Симакс” йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең генераль директоры, философия фәндәре кандидаты:
— Әле Башҡортостан алдында еңел булмаған бурыстар тора. Проблемалар етерлек: бюджет ҙур түгел, инвестициялар ҙа теләгән кимәлдә килмәй, юл төҙөлөшө, алданған өлөшсөләр, экология һәм башҡалар. Президент уларҙың барыһын да хәл итеү өсөн ҡулай юлдар эҙләй. Хөкүмәттәге үҙгәрештәр быға булышлыҡ итер тип ышанабыҙ. Чиновниктарҙың 30 процентҡа кәмеүе лә дәүләт идаралығы системаһында һөҙөмтәлелеккә килтерергә тейеш. Әле тәғәйенләнгән Премьер-министр урынбаҫарҙары араһында яңы кешеләр бар. Улар заманса ҡараш, яңы идеялар менән килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, был бик ваҡытлы һәм дөрөҫ аҙым.
Ә. ИЛДУСОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 309

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 237

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 187