Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫеш өсөн дөйөм шарттар кәрәк
“Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы – принциптарҙың, маҡсаттар һәм бурыстарҙың рәсми танылған системаһы. Ул халыҡтарҙың берҙәмлеген, дәүләттең бөтөнлөгөн тәьмин итә, илдәге этномәҙәни күп төрлөлөктө һаҡлап ҡалыуға, граждандар һәм халыҡ-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итә”. Быйыл сентябрь аҙағында Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Рәсәй Президенты ҡарамағындағы советтың эш төркөмө ҡабул иткән Стратегия проекты ошондай һүҙҙәр менән башлана. Әле ул илдең барлыҡ төбәктәрендә лә фекер алышыу өсөн киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарылған.

Октябрь баштарында стратегия проектына республиканың алдынғы ғалимдары, тарихсылар, политологтар, этнологтар, юристар ҡарап, үҙ тәҡдимдәрен индергәйне. Хәҙер сират Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһына етте. Утыҙҙан ашыу милли йәмәғәт ойошмаһын берләштергән Ассамблея ағзалары йома көн фекер алышып, проектҡа үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Унда Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Данил Азаматов та ҡатнашты. Уның фекеренсә, Рәсәйҙең милли сәйәсәте стратегияһы барлыҡҡа килеүе — беҙҙең күп милләтле дәүләтебеҙҙе үҫтереү өсөн бик ҙур аҙым. Билдәле булыуынса, әле ғәмәлдәге дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы 1996 йылда уҡ ҡабул ителгән, уның күп кенә мәсьәләләрен яңыртыу кәрәк ине.
Дөйөм алғанда, стратегия проекты ыңғай ҡабул ителде, бындай документтың барлыҡҡа килеүе көнүҙәк мәсьәлә һәм электән кәрәк ине тип билдәләнде. Шулай ҙа төрлө яҡлы фекерҙәр етерлек булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев кире ҡарашын белдерҙе.
— Әлеге проект Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ҡаршы килә, илдең милли республикалары мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмай. Ни өсөн тигәндә, документ Рәсәй милләтен булдырыуға йүнәлтелгән. Беҙҙең тарихи тәжрибә бындай аҙымдың хаталы икәнлеген бер дәлилләне, сөнки берҙәм совет халҡы булдырыу идеяһы СССР-ҙың тарҡалыуына килтерҙе, — тине ул. — “Урыҫтың мәҙәни доминанты”н булдырыу тезисы менән дә риза түгелбеҙ. Беҙ тиң шарттарҙа йәшәргә һәм үҫешергә теләйбеҙ.
Сыуаш мәҙәни йәмғиәте рәйесе Юрий Михайлов стратегияла милли мәғарифҡа урындың аҙ бирелеүе менән ҡәнәғәт түгел. Документ буйынса, ул туған телде өйрәнеү өсөн шәхси мәктәптәр генә ойоштороуға ҡайтып ҡала. Шулай уҡ дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырғанда милли йәмәғәт ойошмаларының роле билдәләнмәгән булыуы ла документтың эшләнеп бөтмәүе тураһында һөйләй.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия Солтангәрәева фекеренсә, стратегия проектында аҫаба халыҡтың статусы һәм күп милләтле дәүләтте һаҡлауҙа уның роле билдәләнмәгән. Шулай уҡ дәүләттең аҫаба халыҡтар алдындағы бурыстары ла аныҡ әйтелмәгән. Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы аҫаба халыҡты һаҡлау принцибының бик мөһим булыуына төп баҫымды йүнәлтте.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Әхәт Мостафин стратегияла милли сәйәсәтте тормошҡа ашырғанда ғаилә ролен сағылдырырға кәрәк тип иҫәпләй. Ә “Башҡортостан татарҙары” йәмәғәт ойошмаһы Рәмил Бигнов һәр этностың хоҡуҡтары ғына түгел, ә бурыстары ла булыуын һәм уларҙы ла үтәргә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ултырыш һуңында эш төркөмө булдырылды, ул яҡын арала әйтелгән тәҡдимдәр һәм теләктәрҙе дөйөмләштереп резолюцияға индерәсәк. Аҙаҡ иһә тулыландырылған резолюция Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәте Стратегияһы проектын эшләүселәргә ебәреләсәк.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 260

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 236

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212