Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белемле депутаттар кәрәк беҙгә
Көҙгө көн алдаҡсы инде: шәмбелә ҡояш көлөп торһа ла, төн үҙе менән илаҡ ҡара болоттарын алып килә лә һалды. Шулай итеп, йәкшәмбе иртән кешеләрҙе һөмһөрө ҡойолоп ҡаршыланы. Сәғәт 8-9-ҙарҙа ғәҙәттә гөжләп торған Иҫәнғол урамы, ҡарасәле, һип-һил! «Йоҡлата торған көн бөгөн – ҡайһылай болотло бит, ана. Шуға ла халыҡ йылы юрған аҫтынан сығырға ашыҡмай», — тип аңлатты иртәнге һиллекте юлдашым.

1927-се һайлау участкаһында округ буйынса район Советына депутатлыҡҡа ике кандидат — «Берҙәм Рәсәй» партияһынан урындағы йүнсел Фәтих Ишаев һәм Коммунистар партияһынан пенсионер Сергей Кириллов — дәғүә итә. Уларҙың икеһе лә һайлау участкаһына тауыш биреү барышын күҙәтергә, халыҡ менән күҙмә-күҙ осрашырға тип килгән.
— Мин район кимәлендә депутатлыҡҡа кандидатурамды тәүге тапҡыр ҡуйҙым. Һайлау алды программам «Берҙәм Рәсәй» партияһының программаһы менән ауаздаш, — тип ҡыҫҡаса яуап бирҙе Фәтих Ишаев. — Тауыш биреү тыныс ҡына бара һәм шулай тамамланыр тип уйлайым.
— Мин Коммунистар партияһынан кандидат булһам да, көнбайыштағыса, үҙемдең оппонентым, йәғни Ишаев өсөн тауышымды бирҙем. Ул үҙе нисегерәк эшләр — ихтыярында. Ғөмүмән, мин барыһын да цивилизациялы йәмғиәткә хас булғанса башҡарырға тырыштым: һайлау алды программамда бушлай медицина хеҙмәттәрен һәм мәғарифты тергеҙеү, газға тарифтарҙы кәметеүгә өлгәшеү кеүек маҡсаттар ҡуйылған. Тормош, киләсәк, яҡшы йәшәү тураһында уйланғандар, моғайын, дөрөҫ һығымтаға килер. Хәйер, хәҙер кешеләр бик мәғлүмәтле, шуға һәр кем выжданы ҡушҡанса эшләй, — тип ҡарт коммунист күңелен бушатты.
Һайлау тыныс барған, етди дәғүәселәр булмаған участкаларҙа теге йәки был фирҡәнән йәки «үҙ аллы»ларҙан күҙәтеүселәр юҡ ине. Физкультура-һауыҡтырыу комплексында урынлашҡан 1952-се һайлау участкаһында өсәү — “Берҙәм Рәсәй»ҙән, КПРФ-тан вәкилдәр һәм бер «самовыдвиженец» — депутатлыҡҡа дәғүә итә. Бында һуңғыһының күҙәтеүсеһе уяулыҡ күрһәтә...
Киләһе пункт – бер мандатлы 1929-сы һайлау участкаһы. Бында ла өс дәғүәсе теркәлгән: шул уҡ ике партия вәкилдәре һәм тағы бер «самовыдвиженец». Һуңғыһының күҙәтеүсеһе — бик талапсан ханым. Уның иғтибарынан бер генә етешһеҙлек тә ситтә ҡалмай.
Район Советына депутаттар һайлау шулай башланды. Был көндө нисә кеше үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән, кандидаттарҙың кемеһе иң күп тауыш йыйған – ваҡыт күрһәтер. Еңеүселәр алдында иһә — күтәрелмәгән “сиҙәм”: һайлаусыларының өмөт-ышанысын аҡларға ҡала уларға.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Ейәнсура районы.

Асҡын

Төбәктә 46 һайлау участкаһы эшләне, 17441 һайлаусының 13610-ы (78,04 процент) гражданлыҡ бурысын үтәне.
Район Советы депутаты мандатына “Берҙәм Рәсәй”, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары” сәйәси партияларынан һәм үҙ-үҙен күрһәтеүселәрҙән 40 кандидат дәғүә итте. Һөҙөмтәлә “Берҙәм Рәсәй”ҙән — 10, “Рәсәй патриоттары”нан бер вәкил һәм үҙ-үҙен күрһәткәндәрҙән дүртәү үтте.

Балтас

Төбәк халҡы был юлы ла әүҙемлеге менән айырылып торҙо: һайлаусыларҙың 90,3 проценты тауыш бирҙе. Кешеләр ғаиләләре, балалары менән бергә килде, бөтәһенең дә кәйефе яҡшы ине. Берҙәм тауыш биреү көнө балтастар өсөн халыҡ байрамына әйләнде.
Район Советының яңы составында 12 урынды “Берҙәм Рәсәй” партияһы күрһәткән вәкилдәр алып торасаҡ. Депутаттар исемлегендә шулай уҡ “Ғәҙел Рәсәй”ҙән, КПРФ-тан һәм үҙ-үҙен күрһәтеүселәрҙән берәр кеше буласаҡ.

Баймаҡ

Район Советы депутаттары өсөн тауыш биреү 80 һайлау участкаһында барҙы. Бындағы 19 һайлау округында бөтәһе 41 меңдән ашыу һайлаусы иҫәпләнә.
Ҡаланың 1-се мәктәбендә урынлашҡан 998-се һайлау участкаһында 2345 һайлаусы теркәлгән, шуларҙың күбеһе – Иҫке Баймаҡ биҫтәһенән. Кәкреурам, Таналыҡ, Йолалы округтарында йәшәүсе халыҡ элек-электән әүҙемлеге менән айырылып тора.
— Был һайлауҙа ҡала халҡының сәйәси әүҙемлеге бигерәк ҡыуандырҙы, — тип ҡаршыланы участка комиссияһы рәйесе Илгиз Байымов. — Төшкә тиклем һайлаусыларҙың 42 проценты тауыш бирҙе, һаулығы насар сәбәпле ҡатнаша алмаған 128 һайлаусыны өйҙәренә барып һайлаттыҡ. Участканың иң оло йәштәге һайлаусыһы Камила Кинйәбулатоваға, тәүге тапҡыр ҡатнашҡан 32 ҡыҙ һәм егеткә бүләктәр тапшырылды.

Борай

Тауыш биреү 53 һайлау участкаһында барҙы. Иң күп тауышты “Берҙәм Рәсәй”ҙекеләр алды — был партиянан 11 кеше һайланды. Коммунистарҙан һәм “Ғәҙел Рәсәй”ҙән — берәр, үҙ-үҙен күрһәтеүселәрҙән ике кеше халыҡ ышанысын яуланы. Ә бына либераль-демократик партия вәкилдәре уңышҡа өлгәшә алманы.

Илеш

Райондағы барлыҡ һайлау участкаларында ла тауыш биреү әүҙем башланып китте. Беренселәрҙән булып һайлауға, һәр ваҡыттағыса, ветерандар килгәйне.
Һеңрән ауылындағы 2085-се һайлау участкаһында тауыш биреү бигерәк тә йәнле барҙы. Иң беренсе булып бюллетенде һайлау йәшниге егенә пенсионер Лүзә Фәрхетдинова төшөрҙө.
— Быйылғы һайлауҙа халыҡтың сәйәси әүҙемлеге ҡыуандыра. Бына, ике сәғәт ваҡыт үтер-үтмәҫтән, халыҡтың 80 проценты тауыш бирергә өлгөрҙө, — тине участка комиссияһы рәйесе Гөлнур Биктимерова. — Хәҙерге ваҡытта халыҡтың үҙидара органдарына ышанысы арта барғанлығын яҡшы тойорға була.

Тәтешле

2964-се Комсомол һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асҡансы уҡ кешеләр йыйылып, сират хасил булды. Был юлы ла тәүгеләрҙән булып таң менән эшкә ашыҡҡан нефтселәр килде.
Тауыш биреү 50 һайлау участкаһында барҙы. Халыҡ өсөн бөтә шарттар, уңайлыҡтар тыуҙырылғайны. Әүҙемлек бик юғары булды. Сәғәт 10-ға тиклем һайлаусыларҙың 22 проценты тауыш биреп өлгөрҙө. Ғөмүмән, был көндө исемлеккә индерелгән 19795 һайлаусының 19238-е, йәғни 97,33 проценты, конституцион хоҡуғынан файҙаланды!
Район Советына һайланған депутаттарҙың 12-һе — “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкиле. “Ғәҙел Рәсәй”, Коммунистар партияларынан — берәр, йәнә үҙ-үҙен күрһәткән бер кандидат депутат мандатына эйә булды.

Хәйбулла

Райондың 59 һайлау участкаһында бөтәһе 24 меңдән ашыу кеше тауыш бирҙе. Уларҙың 327-һе сарала тәүге тапҡыр ҡатнашты.
Иң оло һайлаусы — 102 йәшлек Фатима инәй Баҡтыбаева — өйөнә килгән комиссия ағзаларын байрамса кейенеп, көр кәйефтә ҡаршы алды. Ул үҙ дәүерендә бер ниндәй һайлауҙы ла ҡалдырмауын, тик быйыл ғына сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле үҙ йортонда һайлаясағына бер аҙ бошоноуын белдерҙе. Ун һигеҙ йәшен тултырып, һайлауға беренсе тапҡыр барғандарға — Иҫәнгилде ауылынан Мөнир Иҫәнгилдин менән Воздвиженканан Фәнил Арыҫлановҡа — бүләк тапшырылды.

Әбйәлил

Район халҡы мөһим сарала дәррәү ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәгән. Бында 32 меңдән ашыу һайлаусы өсөн 68 участка эшләне.
Асҡарҙа урынлашҡан 757-се һайлау участкаһы – төбәктә иң ҙуры. Унда ике меңдән ашыу кеше тауыш бирҙе. 101 йәшлек ике һайлаусы – Тупаҡ ауылынан Асия Мөсәлимова менән Асҡарҙан Муллаәғзәм Дәүләтбаев — комиссия ағзалары өйҙәренә килгәс, бюллетендәрен йәшниккә үҙ ҡулы менән төшөрҙө. Ишбулды ауылында йәшәүсе 100 йәшлек Бәҙегөл Шөғөрованың да йортона барып, гражданлыҡ бурысын үтәргә ярҙам иттеләр. Уларҙың барыһына ла бүләк тапшырылды.
Лира ГӘРӘЕВА, Кәримә УСМАНОВА, Финат
ШАКИРЙӘНОВ һәм Даян МӘЖИТОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 247

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 237

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213