Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ливия йәнә утҡа тотолормо?
Обаманың теледебатта уңышһыҙлыҡҡа осрауы, Евросоюздың Нобель премияһына тәҡдим ителеүе, Ангела Меркелде Грецияла таш бәреп ҡаршы алыуҙары — барыһы ла беҙҙең иғтибар үҙәгендә.

Обама абруйын күтәрергә уҡтала

АҠШ-тың ғәмәлдәге президенты Барак Обаманы 6 ноябрҙә үтәсәк һайлауҙа алдан уҡ еңел генә “еңдереп” ҡуйғайнылар. Әммә уның төп дәғүәсеһе Митт Ромни ҙа тиҙ бирешә торғандарҙан түгел. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта тиҙәр, илдең Республика партияһы лидеры ошо хәҡиҡәтте иҫбат итергә тырыша, ахырыһы. Уның теледебатта уңышлы сығыш яһауы күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Митт Ромни Барак Обаманы Рәсәй мәсьәләһендә ҡыҫымға алды. Ул быға тиклем дә үҙенең һайлау алды программаларында Рәсәйҙе “беренсе дошман” тип атағайны. Сер түгел: АҠШ-та Рәсәйҙе күрә алмаусылар байтаҡ. Заманында СССР менән АҠШ араһында барған “Һалҡын һуғыш уты” елдәре күптәрҙең күңелендә тәрән эҙ ҡалдырғандыр, моғайын. Митт Ромни ошондай кешеләр араһында симпатия яуларға өмөт итә лә инде. Әйтергә кәрәк, уның был уйы әкренләп тормошҡа аша килә. Һуңғы һорау алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ғәмәлдәге президенттың абруйы байтаҡҡа төшкән. Ул быға тиклем Ромниҙан 2-3 процент тауышҡа алдараҡ килә ине. Хәҙер нисбәт кире яҡҡа үҙгәргән.
Ошондай шарттарҙа Аҡ йорт етәкселегенә кисекмәҫтән хәлде төҙәтеү талап ителә. Йәғни Обаманың рейтингын күтәреү өсөн ғәҙәти булмаған алым ҡулланыу өҫтөндә баш ваталар. “Усама бен Ладенды юҡ итеү операцияһы” кеүек ваҡиға Обаманың абруйын бермә-бер күтәрер ине, ти белгестәр. Әммә “беренсе террорсы” күптән юҡ ителде, хәҙер уның ҡәберлеге лә билдәле түгел. Шуға күрә икенсе алым эҙләргә тура килә. Быны тик “мускулдарҙы эшкә егеп” кенә ғәмәлгә ашырып була. Сираттағы сәп итеп, моғайын, Ливия һайланыр. Ни өсөн тигәндә, АҠШ-та “Ғәйепһеҙ мосолмандар” исемле фильм төшөрөлөп йәмәғәтселеккә күрһәтелгәндән һуң, мосолман донъяһын сыуалыштар ялмап алғайны. Ошо сыуалыштар ваҡытында Ливияла АҠШ илсеһе Кристофер Стивенс баш күтәреүселәр тарафынан вәхшиҙәрсә язалап үлтерелде. Ул саҡта Барак Обама был ваҡиғаны язаһыҙ ҡалдырмаҫҡа вәғәҙәләгәйне. Әле килеп Обамаға ошо вәғәҙәһен үтәү — Ливияны бомбаға тотоу форсаты сығып тора.
Эйе, Ливияға ҡоро ер ғәскәрен индереүгә ҡарағанда һауанан бомбаға тотоу АҠШ өсөн күпкә хәүефһеҙерәк. Тәүге осраҡта йәнә ҡорбандар булыу ихтималлығы бар. Быныһы инде ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарыуға бәрәбәр буласаҡ. Шуға ла, Ливияны йәнә бомбаға тота ҡалһалар, моғайын, быны пилотһыҙ бомбардировщиктар аша ғәмәлгә ашырырҙар. Хәл-ваҡиғаның ошондай йүнәлеш алырын Ливияла ла аңлайҙар. Ливияның әлеге етәкселеге американдарҙы дуҫ тип йөрөтә, һәм быға тиклем үҙҙәре үк “боевиктар” йәшеренгән райондарҙы бомбаға тотоуҙарын һорағайны. Уларға “дуҫтарса” яуған бомба ямғырына түҙергә тура килеүе лә ихтимал. Бына шулай, Обаманың Рәсәйгә ҡарата “үтә лә яғымлы ҡарашта” булыуы (Ромни уны нәҡ ошоноң өсөн битәрләй ҙә инде) үтә лә ҡиммәтҡә төшмәксе. Ни хәл итәһең, донъя шулай ҡоролған: президент посын һаҡлап ҡалыр өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә тура килә Обамаға.

Евросоюз тыныслыҡ ҡалҡанымы?

Фән өлкәһендә уңышлы эшләгән ғалимдар, ижади төркөмдәр араһында Нобель премияһы лауреаттарын билдәләй башланылар. Был премия тыныслыҡ өлкәһендә уңышҡа өлгәшкәндәргә лә тапшырыла килә. Быға тиклем уны тап тыныслыҡ өсөн көрәшкәндәре өсөн Андрей Сахаров (1975 йыл), Михаил Горбачев (1990 йыл) кеүек ватандаштарыбыҙ алды. БМО-ның элекке генераль секретары Кофи Аннан, Фәләстән автономияһының элекке лидеры Ясир Арафат, АҠШ президенты Барак Обама ла — Нобелдең тыныслыҡ премияһы лауреаттары.
Быйыл иһә Нобель премияһы фонды етәкселеге (Норвегия) премияны Евросоюзға тапшырырға ҡарар иткән. Был хаҡта 12 октябрҙә билдәле булды. Әлеге хәбәр йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. Ысынлап та, лайыҡмы һуң Евросоюз был премияға? Ниндәй ҡаҙаныштары өсөн, тигән урынлы һорау тыуа. Европа союзы ағзаһы булған ил етәкселәре араһында ла был яңылыҡты ғәжәпләнеп ҡабул итеүселәр бар. Мәҫәлән, Чехия президенты Вацлав Клаус Евросоюздың Нобель премияһы лауреаты тип танылыуын трагик хата тип иҫәпләй. Эквадор президенты Рафаэль Кореа ла бының менән килешмәүен белдерә. Яңыраҡ дүртенсе мөҙҙәткә президент итеп һайланған Венесуэла лидеры Уго Чавес та Евросоюзды быға лайыҡ түгел тип бара. Күрәһең, Евросоюздың Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәре дәүләттәренә яһаған сәйәси ҡыҫымы быға сәбәпселер. Унан килеп, Евросоюз күптәр өсөн тыныслыҡ һәм демократия өлгөһө булып торһа ла, был өлкәлә үҙ-үҙендә ныҡлы тәртип урынлаштырыу өсөн көс һалаһы бар. Шул уҡ Төньяҡ Африка дәүләттәренә яҫҡыныуҙар, мосолман илдәренән күсеп килеүселәрҙе “икенсе сорт” итеп ҡарау тыныслыҡ һәм демократия өсөн көрәшкән Евросоюзды һис кенә лә биҙәмәй. Вацлав Клаус был йәһәттән, ысынлап та, хаҡлы кеүек.

Грек “демократияһы”

Билдәле булыуынса, Грецияла иҡтисади көрсөк хөкөм һөрә. Был илде евро валютаһы зонаһында ҡалдырыр өсөн Франция менән Германия ҙур тырышлыҡ һалды. Халыҡ-ара валюта фондынан да, Евросоюздың эске резервынан да Грецияға аҡсалата ярҙам күрһәтелде. Әммә былар ғына иҡтисади һаҙлыҡ упҡынына бата барған Грецияны ҡотҡара алманы. Дөрөҫ, Греция үҙе лә бюджет сығымдарын ҡыҫҡартып ҡараны, тик был да ярҙам итмәне. Илдәге арта барған эшһеҙлек, юғары инфляция халыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
Германия канцлеры Ангела Меркель ошоно үҙ күҙҙәре менән күрер өсөн Афинаға килде. Афина урамдарында ризаһыҙлыҡ акцияһына сыҡҡан халыҡ уны таш бәреп ҡаршы алды. Гректарҙың бындай хушкүңеллелегенә Меркель ханым бик аптыраманы ла шикелле: “Европала демократия шулай булырға тейеш”, — тип кенә яуапланы. Сит ил етәксеһен беҙҙә шулай ҡаршы алһалар, нимә булыр ине икән?
Самат Ғәлиуллин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 247

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 237

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213