Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юрист кәңәштәре
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Ҡағиҙәне аныҡ үтәгеҙ

— Күптән түгел водитель танытмаһы алдым, атай-әсәйем бүләк иткән автомобилем дә бар. Бығаса үҙемдең рулдә йөрөгәнем булмағас, кәңәш һорарға ине. Әгәр мин юл-транспорт осрағына тарыһам, тәү сиратта нимә эшләргә һәм, ғөмүмән, үҙемде нисек тоторға тейешмен?
Әлиә, Өфө ҡалаһы.

— Һаумыһығыҙ, Әлиә! Танытма алыуығыҙ менән ҡотлайым, тик юлда бик һаҡ булыуығыҙҙы һорайым. Әгәр һеҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыһағыҙ:
— шунда уҡ автомобилегеҙҙе туҡтатығыҙ һәм шул урындан бер ҡайҙа ла китмәгеҙ;
— авария сигнализацияһын тоҡандырығыҙ, шунан авария билдәһен йәки янып торған ҡыҙыл фонарь ҡуйығыҙ. Уның араһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә, әммә тораҡ пункттарға транспортығыҙ — 20, унан ситтә 40 метрҙан да яҡыныраҡ булырға тейеш түгел;
— юл-транспорт осрағына мөнәсәбәте булған транспортты һәм әйберҙәрҙе урынынан ҡуҙғатмағыҙ.
Хәҙер был ҡағиҙәләр тураһында ентекләберәк. Юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған саҡта автомобилегеҙҙе туҡтатырға бурыслыһығыҙ. Әгәр быны эшләмәһәгеҙ йәки фажиғә урынын ҡалдырып китһәгеҙ, һеҙҙе административ йәки енәйәт яуаплылығына тарттырасаҡтар. Язаның күләме килтерелгән зыянды һәм уның эҙемтәләрен иҫәпләгәндән һуң баһаланасаҡ.
Үҙ ихтыярынан тыш туҡтағанын водитель башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға белдерергә тейеш. Бындай мәғлүмәттең булмауы юлда тығын барлыҡҡа килтереүе йәки башҡа юл-транспорт осрағына тарытыуы ихтимал.
Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлауҙа транспорттың һәм аварияға сәбәпсе булған әйберҙәрҙең торошон күреү мөһим. Был дөрөҫ һығымта яһауға ярҙам итәсәк. Юлдарығыҙ имен булһын!

Алмаштырмайҙар

— Магазиндан хушбый һатып алдым. Тик уның урынына яңылыш туалет һыуы биргәндәр. Чегым бар, тауарҙың ҡабы ла асылмаған. Икенсе көндө кире барып уны алмаштырырға теләнем. Әммә һатыусылар баш тартты, имеш, тауар алмаштырылмай һәм кире ҡабул ителмәй. Улар хаҡлымы? Мин бит һауытты асып та ҡараманым...
Зифа, Яңауыл ҡалаһы.

— Эйе, Зифа, улар хаҡлы. Ни өсөн тигәндә, сифатлы косметика һәм парфюмерия алмаштырылырға һәм кире ҡайтарылырға тейеш түгел. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһының 55-се ҡарарында (19.01.1998) яҙылған. Бындай тауарҙарҙы етештереүҙә етешһеҙлек асыҡланған саҡта ғына алмаштырып йәки кире ҡайтарып була.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 258

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 324

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 346

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 254

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 333

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 319

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 234

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 114

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 211