Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ иң-иңдәр сафына баҫырға теләйбеҙ!
12-13 мартта Мәскәүҙә Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы.

12 мартта Федерация Советының алты комитетында беҙҙең депутаттар ҡатнашлығында киңәйтелгән ултырыштар үтте. Уларҙа инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу, ауыл хужалығын, медицина технологияларын үҫтереү, республикала махсус иҡтисади биләмәләр ойоштороу, Башҡортостандағы дәүләт власы органдарының коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе, таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау юлы менән экологик хәлде яҡшыртыу, VI Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Был көндә Мәскәүҙең “Сокол” спорт комплексында Федерация Советы һәм республика командалары араһында волейбол һәм футбол буйынса иптәштәрсә осрашыуҙар ойошторолдо. 13 мартта Федерация Советында Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәтен сағылдырған күргәҙмә асылды. Рәсәй парламентының юғары палатаһы ултырышында республикаға арналған “Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте” уҙғарылды.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте” барышында Федерация Советы ултырышында сығыш яһап:
– Беҙҙең республика иҡтисади йәһәттән алға киткән төп төбәктәр тиҫтәһенә инә. Былтыр ойошмаларҙың аҡса әйләнеше 3,5 триллион һум тәшкил иткән. Сәнәғәттең үҫеш йылдамлығы буйынса беҙ 3,4 процентҡа еткәнбеҙ, был — илдәге иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. “Башнефть”, “Газпром нефтехим Салауат”, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Белорет металлургия комбинаты һәм башҡа бик күптәрҙең республикабыҙ иҡтисады алдынғыһы булыуы барыһына ла мәғлүм. Уларҙың тауары Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Башҡортостан илебеҙҙең инновациялы төбәктәренең береһе тип танылды. Ундайҙар Рәсәйҙә 16, һәм барыбыҙ ҙа ассоциацияға берләшкәнбеҙ. Республикала ҡеүәтле нефть химияһы кластеры барлыҡҡа килгән. Индустриаль һәм технопарктар бар. Бизнес-инкубаторҙар, ғилми тикшеренеү институттарын, Фән һәм технологиялар йортон, Эшҡыуарлыҡ йортон ойошторабыҙ.

Башҡортостанда биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе булдырылды. Рәсәй Хөкүмәте ошондай ҡарар ҡабул итте. Ышаныс күрһәтеп, башланғыстарыбыҙҙы хуплаған өсөн ил етәкселегенә рәхмәт. Әммә өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ, Ишембайҙа махсус иҡтисади биләмә ойоштороу йәһәтенән әүҙем эш алып барабыҙ.

Башҡортостан — илебеҙҙең төп аграр төбәктәренең береһе. Былтыр агросәнәғәт комплексы 150 миллиард һумдан ашыу күләмдә тауар етештергән. Һыйыр ите етештереү буйынса беҙ — беренсе, һөт һауыу күләме, һыйыр һәм йылҡы малы һаны буйынса икенсе урынды биләйбеҙ. Йылына өс-дүрт миллион тонна иген етештереү ҡеүәте бар. Бөгөн беҙҙең агросәнәғәт комплексында күләмле проекттар тормошҡа ашырыла.
Хәҙер беҙгә алға барырға, төбәгебеҙ үҫешенә яңы этәргес бирергә кәрәк. Былтыр республикаға 270 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. Беҙҙеңсә, был ғына етмәй, ошо һанды икеләтә арттырыу бурысын ҡуябыҙ. Беҙ иң-иңдәр сафына баҫырға һәм илебеҙҙәге алдынғы төбәктәр тәжрибәһен файҙаланырға теләйбеҙ, — тине.

Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко үҙенең сығышында төбәк халҡын иҫтәлекле ваҡиға — Рәсәй составында беренсе автономия булған республиканың 100 йыллығы менән ҡотланы. Парламенттың юғары палатаһында Төбәк көндәрен яҡшы ойошторған өсөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа рәхмәт белдереп. Валентина Матвиенко уға грамота тапшырҙы.

Мәскәүҙә Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың эш осрашыуында Федерация Советында үткәрелгән Башҡортостан Республикаһы көндәренә йомғаҡ яһалды. Осрашыуҙа шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостандан сенаторҙар Лилиә Ғүмәрова менән Ирек Ялалов ҡатнашты.

Валентина Матвиенко әйтеүенсә, Республика көндәре йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Федерация Советында республикаға арналған сара үткәреү мөмкинлеге биргән өсөн спикерға рәхмәт әйтте.

Осрашыуҙан һуң Радий Хәбиров һәм Валентина Матвиенко Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәтен сағылдырған күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Төбәк экспозицияһы сәнәғәткә, ауыл хужалығына, ҙур инфраструктура проекттарына, спорт ҡаҙаныштарына арналған бер нисә стендтан тора ине. Республиканың инвестиция йәлеп итеү һәм туристик ҡеүәһенә, уның оло йыйындар уҙғарыу мөмкинлегенә айырым иғтибар бирелгәйне. Күргәҙмәне ойоштороусылар әйтеүенсә, бында Башҡортостандың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге асыҡ сағылдырылғайны.

Был көндө төбәк етәксеһе шулай уҡ Федерация Советының федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара һәм Төньяҡ эштәре комитеты рәйесе Олег Мельниченко менән осрашты. Унда парламенттағы юғары палатаның Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы ҡарарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.


Автор: Л. ИҪӘНҒОЛОВА әҙерләне
Фото: glava.rb


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 200

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 156

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 162

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 176

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 155

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 211

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 151

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 228

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 174

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 203

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 163

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 183