Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Обама Путинға үпкәләгәнме?
Үткән аҙна саммиттарға бай булыуы менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Мәскәүҙә БДБ дәүләттәренең, АҠШ-та “Ҙур һигеҙ” илдәре һәм НАТО саммиты уҙҙы.

Күптәнге бәйләнеш дауам итә

Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй, Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан һәм Әрмәнстан етәкселәренең 15 майҙа Мәскәүҙә уҙған рәсми булмаған шарттарҙағы саммитында хәрби-техник яҡтан хеҙмәттәшлек итеү, үҙ-ара хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре һөйләшеүҙең үҙәгендә торҙо. Сәйәси сара Рәсәйҙең яңы Президенты рәйеслегендә үтте. Дөрөҫ, быйыл БДБ илдәре саммитында рәйеслек итеү Төркмәнстанға йөкмәтелгән. Уның президенты Ғорбанғале Бердымөхәммәдов Рәсәй Президенты итеп Владимир Путиндың һайланыуы һөҙөмтәһендә ике ил араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙең артабан нығынасағын билдәләне. Сөнки Төркмәнстан тәбиғи газ ятҡылыҡтарына бик бай һәм Рәсәй төркмән газын күпләп һатып алыусы булып тора. Донъялағы иҡтисади көрсөккә тиклем (2008 йыл) Рәсәй был илдән йыл һайын 50 миллиард кубометр “зәңгәр яғыулыҡ” ала ине, әле иһә — 10 миллиард кубометр. Ғ. Бердымөхәммәдов тәүге күләмде яңынан тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде. Унан килеп Төркмәнстан Рәсәйҙән күпләп “КамАЗ” автомашинаһы һатып ала. Шуға ла Ғ. Бердымөхәммәдов Ҡазанда ла булып, Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов менән осрашты һәм хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре хаҡында һөйләште.
Саммит барышында Владимир Путиндың Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев менән осрашыуы айырыуса мөһим әһәмиәткә эйә. Ни өсөн тигәндә, башҡа илдәрҙән айырмалы, Ҡаҙағстан Рәсәй менән һәр ваҡыт уртаҡ тел табып килде, БДБ илдәре араһында иң тоғро союздашы, дуҫы булып танылды. Ә бына Белоруссияға ҡарата “дуҫ” һүҙен һис кенә лә ҡулланып булмай. Рәсәйҙән финанс ярҙамы кәрәк саҡта ғына Белоруссия дуҫлыҡты иҫенә төшөрә. Башҡа ваҡытта “батька” уны һанға һуҡмай. Ә бит Рәсәй Белоруссияға ташламалы хаҡҡа газ һата. Юғиһә һуңғыһының иҡтисады күптән һаҙлыҡҡа батҡан булыр ине. Бөгөн иһә Белоруссияла иҡтисадтың күтәрелеүе күҙәтелә. Элекке СССР ваҡытындағы күп кенә завод һәм фабрикалар тергеҙелеп, шул уҡ Рәсәйгә һәм башҡа илдәргә продукция һата.

Назарбаев проекты

Ҡаҙағстан президенты 1994 йылда, Рәсәйгә Борис Ельцин етәкселек иткән ваҡытта уҡ, Евразия иҡтисади союзын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Ул саҡта уның фекеренә әллә ни әһәмиәт бирмәнеләр. Рәсәйҙең яңы етәкселеге был тәҡдимде хуплағас, өс ил — Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия — киңлегендә Евразия иҡтисади берләшмәһе барлыҡҡа килде. Улар араһында Таможня союзы ла булдырылды. Иҡтисади союз сиктәрендә тауар һәм аҡса әйләнешен ирекле итеү тураһында һүҙ алып барыла, йәғни сауҙа-иҡтисади кәртәләрҙе бөтөрөү маҡсат итеп ҡуйыла. Теләгән бер эшҡыуар ошо дәүләттең береһен һайлап, шул илдә үҙенең бизнесын теркәтә һәм үҫтерһен өсөн мөмкинлектәр булдырыу, төрлө административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү ҡарала. Быларҙың барыһы тағы ла тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеүҙе һәм ВТО ҡағиҙәләренә ярашлы үҫешеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Обама Путинға үпкәләгән

АҠШ президентының Кэмп-Дэвидтағы резиденцияһында “Ҙур һигеҙ” илдәренең саммиты уҙҙы. Билдәле булыуынса, унда Владимир Путин урынына Премьер-министр Дмитрий Медведев ҡатнашты. Осрашыу барышында ил етәкселәре Иран менән КХДР-ҙың атом программаларын үҫтереү тирәһендә һәм Афғанстандағы хәл-ваҡиғаларға бәйле мәсьәләләрҙе тикшергән. Сүриәләге һуғыш, Мысыр һәм Ливиялағы хәл-ваҡиғалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Дмитрий Медведев АҠШ президенты Барак Обама менән рәсми булмаған шарттарҙа осрашып, ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр, ПРО системаһы хаҡында фекер алышты. Әлбиттә, саммит барышында Барак Обамаға фекер төйнәү өсөн фекерҙәштәр күп булды тип әйтеп булмай. Элекке фекерҙәше Николя Саркози урынына социалист Француа Олландтың килеүе, Германия канцлеры Ангела Меркель менән Европа союзын ҡотҡарып ҡалыу мәсьәләһендә ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтар булыуы уның саммиттан ҡәнәғәт ҡалмауын аңлата. Владимир Путиндың килмәүе лә сәменә тейгәндер, күрәһең. Ни өсөн тигәндә, Барак Обама быйыл сентябрь айында Владивосток ҡалаһында АТЭС илдәре саммитында ҡатнашыуҙан баш тартыуы тураһында белдергәйне. Быны Путиндың АҠШ-ҡа килмәүенә яуап аҙымы тип аңларға кәрәктер. Дөрөҫ, Обаманың Рәсәйгә килеүҙән баш тартыуының икенсе сәбәбе лә бар. Ул да булһа — һайлау. Ноябрь айында АҠШ-та президент һайлауы үтәсәк. Ә сентябрь айы һайлау алды марафонының иң ҡыҙған мәле буласаҡ. Обама ошоно уйлап та сентябрҙә Рәсәйгә килеүҙән баш тартҡандыр. Уның ҡарауы, июнь айында АҠШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтондың Рәсәйгә килеүе көтөлә.

Евросоюз Грецияһыҙ ҡалырмы?

“Ҙур һигеҙ” саммитында Грециялағы иҡтисади һәм сәйәси көрсөк мәсьәләһе лә тикшерелде. Ил Евросоюз зонаһынан сығыу алдында тора. Рәсми Афинаның унан сығыуы берләшмәгә 276 миллиард евроға төшәсәк. Бигерәк тә Германия, Бөйөк Британия, Франция кеүек дәүләттәргә Грецияны “юғалтыу” бик ҡиммәт буласаҡ, сөнки тап ошо илдәр уның иҡтисадына күпләп аҡса йүнәлтә.
6 майҙа Грецияла парламент һайлауы булып үткәйне. Дүрт партия вәкилдәре бер төптән булып яңы Хөкүмәт составын ойоштора алманы. Һөҙөмтәлә Греция президенты Каролос Папулос яңынан һайлау көнөн билдәләне. 17 июндә яңы хөкүмәт һайланғанға тиклем Хөкүмәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Панайотиса Пикраменоса тәғәйенләнгән. Илдәге иҡтисади көрсөк, шулай итеп, сәйәси кризисҡа ла алып килде.
Евросоюз зонаһындағы финанс тотороҡһоҙлоғо Ирландия, Португалия, Италия кеүек илдәрҙең иҡтисадына ла кире йоғонто яһай. Уларҙың бурысы арта бара. Хәл-ваҡиғалар ыңғай яҡҡа үҙгәрмәһә, был исемлек ҙурая төшәсәк, сөнки ЕС зонаһындағы күп илдәрҙең иҡтисады бер-береһенеке менән тығыҙ бәйләнгән.

НАТО яңы концепция өҫтөндә эшләй

20 майҙа Чикаго ҡалаһында башланған НАТО саммитында ла көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Сарала иллегә яҡын илдән вәкил ҡатнашты. НАТО 2014 йылға Афғанстандан үҙ ғәскәрен сығарырға йыйына. Шуға ла был саммитҡа НАТО ағзаһы булмаған Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Монголия кеүек ил вәкилдәре лә саҡырылды. Хәрби блок тап уларҙың биләмәләре аша Афғанстанда үҙенең хәрби операцияларын алып барҙы. Саммит барышында НАТО-ның генераль секретары Андрес Фог Расмуссен, киләсәктә был альянс яңы мәҙәни хеҙмәттәшлек йүнәлешендә үҫешәсәк, тип белдерҙе. Берләшмәнең төп эшмәкәрлеге булып террорға ҡаршы көрәш торасаҡ тип билдәләнә. Әммә Европала ПРО системаһын урынлаштырырға йыйыныу бының төптө дөрөҫ булмауын һөйләй.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 247

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213