Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бар тырышлыҡ – яҡшы йәшәү хаҡына
Радий Хәбиров төбәктәрҙә социаль өлкә менән ҡыҙыҡһынды.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бәләбәй ҡалаһында һәм Благовар районында булды. Ул башлыса социаль йүнәлештәге объекттарҙың эшмәкәрлеген баһаланы, урындағы етәкселек менән биләмәләрҙең артабанғы үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләште.

Бәләбәйҙә төбәк етәксеһе бала табыу йортонда, ҡала дауаханаһында, балалар йортонда, 8-се мәктәптә булды, ҡала урамдарының, балалар һәм спорт майҙансыҡтарының торошо менән танышты.

Бөгөн Бәләбәй бала табыу йортонда хәлдәр ҡатмарлы ғына. 1984 йылда төҙөлгән бинала башланған капиталь ремонт эше әле булһа тамамланмаған. 2012 – 2013 йылдарҙа республика бюджетынан бүленгән аҡсаға тәҙрәләр, ишектәр, лифт алмаштырылған. 2014 йылда маҡсатлы социаль программалар фонды иҫәбенә ҡыйыҡ һәм елләтеү системаһы яңыр­тылған. Әммә артабанғы ремонт эштәре сифатһыҙ башҡарылғанға күрә, бина әле булһа сафҡа индерелмәгән.

Бөгөн бала табыу бүлексәһе Приютово ҡасабаһындағы дауаханала урынлашҡан, буласаҡ әсәләрҙе шулай уҡ Октябрьский, Өфө ҡалаларына, Бишбүләккә оҙаталар.

Радий Фәрит улы бала табыу йортондағы капиталь ремонт эштәрен 2019 йыл аҙағына тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы. “2020 йылдың беренсе кварталында бүлексә эш башларға тейеш”, – тине ул.

Бәләбәй ҡала дауаханаһында төбәк етәксеһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең кадрҙар менән тәьмин ителеше, медицина ҡорамалдарына, йыһаздарға, дарыуҙарға ихтыяж, ауырыуҙарҙы туҡландырыу мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды.

Артабан Радий Фәрит улы 2-се балалар йортонда булып, тәрбиәләнеүселәрҙең йәшәү шарттары, уҡыуҙағы өлгәше, тәрбиәүи саралар менән танышты.

Радий Хәбиров ҡалала етемдәргә торлаҡ биреү мәсьәләһе менән дә ҡыҙыҡһынды.

– Йыл да 18 етем бала фатирлы була. Улар өсөн яңы йорттар төҙөүҙе яйға һалғанбыҙ, – тине Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.
Бәләбәйҙең 8-се урта мәктәбендә төбәк етәксеһе белем усағының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышып, икенсе сменаны бөтөрөүҙең һөҙөмтәлелеге хаҡында белеште.

– Башланғыс класс уҡыусыларын 550 урынға иҫәпләнгән яңы корпусҡа күсергәс, мәктәп иркенәйҙе. Яңы корпус элекке 46-сы һөнәрселек училищеһы бинаһын муниципаль милеккә күсереп, республика бюджеты иҫәбенә капиталь ремонт яһау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Унда шулай уҡ китапхана, ашхана, медицина бүлмәһе, тамаша һәм спорт залдары урынлашты, – тине директор Татьяна Имашева.

Артабан Радий Фәрит улы уңайлы ҡала мөхите булдырыу тәжрибәһе менән танышты. Бәләбәйҙә халыҡтың яратып ял иткән урындарының береһе Үҙәк мәҙәниәт йорто янында урынлашҡан. Унда йәйәүлеләр өсөн юлдар ремонтланған, эскәмйәләр ҡуйылған, спорт һәм балалар майҙансыҡтары булдырылған, биләмә йәшелләндерелгән.

Биләмәне ҡараған ваҡытта Радий Хәбиров ял итеүселәр, грек-рим көрәше секцияһында шөғөлләнеүселәр, уларҙың тренерҙары менән аралашты.
Төбәк етәксеһе төҙөкләндерелгән быуаны ла ҡараны. Уның биләмәһендә халыҡ рәхәтләнеп ял итһен өсөн тейешле шарттар булдырылған.
Артабан төбәк етәксеһе Благовар районына юлланды. Бында ул Мирный ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.

– Беҙҙә халыҡҡа беренсе медик-санитар ярҙам күрһәтелә. Бер меңгә яҡын кешене, шул иҫәптән 200-ҙән ашыу баланы хеҙмәтләндерәбеҙ. Пункт медицина ҡорамалдары, дарыуҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Штатта ике кеше, – тип мөдир Наталья Каталевич эштәре менән таныштырҙы.

Радий Фәрит улы медицина ярҙамының сифаты, ҡышҡы осорҙа өҙөклөктәр булыу-булмауы менән дә ҡыҙыҡһынды. Район хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов мәсьәләнең яйға һалынғанлығы, фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәтләндергән иң алыҫ ауылдың дүрт саҡрымда ғына урынлашҡанлығы хаҡында бәйән итте.

Матди-техник хәлгә килгәндә, Наталья Каталевич интернет селтәренә инеү мөмкинлеге биргән компьютер кәрәклеген белдерҙе, Радий Хәбиров муниципалитет башлығына был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты. “Фельдшер-акушерлыҡ пункт­тарын һаҡларға, уларға һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк”, – тине төбәк етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 258

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 324

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 346

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 254

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 333

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 319

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 234

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 115

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 211