Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъяға ишекте шар асып...
Салауат төйәге яңы һулыш ала.

Район хакимиәте башлығы Марс Фәрәх улы Кашапов менән Салауат Юлаевтың тыуған көнө төбәктә киң билдәләнгән көндәрҙә таныштыҡ. Бында ҙур шиғыр байрамдары, яндырылған ауыл нигеҙендә урынлашҡан таштирмә эргәһендә саралар, ошо ерлектә шулай уҡ юҡ ителгән ете ауылға арналған иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантаналары бара ине. Төбәктәге хәлдәр тураһында һорашҡас, ул: “Улар хаҡында аяғөҫтө тороп, бер тынала ғына һөйләшеп булмаҫ, райондағы яңылыҡтар менән танышырға яйлап килегеҙ!” – тип саҡырҙы. Ваҡыт уҙғаны ла һиҙелмәй. Батырҙың яҡты донъя менән хушлашҡан көндәре лә үтеп китте һәм бына, ниһайәт, беҙ Салауат районында.

Хакимиәт башлығының эш көнө беҙ Өфөнән сәфәргә сыҡҡансы уҡ башланған. Ул юлда саҡта уҡ шылтыратып хәлдәрҙе белеште, бөгөн төбәктә байтаҡ сара үтеүен билдәләне. Тимәк, аралашыу мөмкинлеге тағы ла сикләнә, тиһәк тә, юҡ, планлаштырылған һәр ваҡиға үҙ урынында, үҙ ваҡытында атҡарылды.

Геопарк. Нимә ул?

Марс Фәрәх улы беҙҙе кабинетында ҡаршы алды. Беҙҙе генә түгел, бик күптәрҙе Салауат районындағы Мәсетле киҫелеше (разрезы) ҡыҙыҡһындыра, күрәһең. 2015 йылдан алып ул турала фекерҙәр ишетелә, инде республиканың был ҡомартҡыһы донъя геологтары өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуы хаҡында ла хәбәрҙар беҙ.

Марс Фәрәх улынан “Янғантау” геопаркы менән таныштырыуын һорайбыҙ. Ул өҫтәлендә ятҡан ҡағыҙҙарға, брошю­раларға, ғилми китаптарға таянып, беҙгә Башҡортостан ерлегендәге тәүге геопарк хаҡында һөйләй:

– Геопарктың майҙаны – 1774 квадрат километр. Ул, Башҡортостан Республи­каһы Хөкүмәтенең 1009-сы ҡарарына ярашлы, 2017 йылдың 18 октябрендә булдырылды. Геопарк “Янғантау” тип аталһа ла, уға бынан тыш тағы ла 20-нән ашыу объект ҡарай. Шуларҙың өсөһө – халыҡ-ара кимәлдәге, мәҫәлән, Мәсетле киҫелеше, Оло Лука һәм Янғантау үҙе. Ун объект – милли, 21-е мәғариф өлкәһенә ҡарай.

– Быларҙың бит күбеһе – тәбиғәт ҡомартҡылары. Тимәк, һирәк осрай торған үҫемлектәр, йәнлектәр хаҡында ла һүҙ алып барырға булалыр? – тип ҡыҙыҡһынам.

– Эйе, бында бик күп төрлө үҫем­лектәр һәм йәнлектәр Башҡортос­тан­дың, Рәсәйҙең генә түгел, Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы китабына ла ингән. Беҙҙәге туғыҙ тәбиғи һәм геологик объект төбәктең айырым ҡурсауын­дағылар иҫәбенә инә, – ти хакимиәт башлығы.
– Салауат районы – халыҡ өсөн иң тәү сиратта батыр төбәге! Әгәр геопарк булдырыла икән, тимәк, бында килгән­дәрҙе үҙебеҙҙең тарихи шәхестәребеҙ менән таныштырырға тейешбеҙҙер?

– Был хаҡта әйтеп торорға ла түгел. Ысынлап та, Салауат районына шағир, сәсән Салауат Юлаевтың исеме бирелгән. Төбәктә милли баты­рыбыҙҙың ижадына, йәшәү рәүешенә ғашиҡ кешеләр йәшәй. Йыл һайын уҙғарылып килгән Салауат йыйыны ғына ни тора! Унан тыш, ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ, милли кейемдәр, музыка ҡоралдарын тер­геҙеү эше йәнләндерелгән. Халыҡ һуңғы йылдарҙа быға айырыуса ҙур иғтибар бирә, сөнки республика етәкселеге тарафынан да милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ыңғай мөнәсәбәт һиҙелә.

Район халҡы республика кимәлендә генә түгел, Рәсәй, халыҡ-ара мәҙәни сараларҙа ла ҡатнаша. Был да – беҙҙең төбәк халҡының байлығы. Һәр заман әйтелгән һүҙ бар бит: иң төп байлыҡ – ул халыҡ. Ошо халыҡ һаҡлап алып ҡалған бит инде тәбиғәт байлыҡтарын да, рухи ҡиммәттәрҙе лә.
Төбәктең матди байлығы 32 археологик һәйкәл йөҙөндә сағыла – ҡурғандар, ҡаласыҡтар, ауылдар, мәмерйәләр. Уларҙың туғыҙы – федераль кимәлдәге объекттар.

Беҙҙең бөтә эш “Янғантау” шифаха­наһы менән берлектә бара. Геопарк­тың базаһы ла, ойоштороу эштәре лә уның нигеҙендә барлыҡҡа килде.
Салауат районының ҡунаҡтарына күрһәтер урындарыбыҙ, яңы бул­дырыл­ған турист маршруттары етәрлек.

– Мәсетле киҫелешенең әһәмиәтен нисек иҫбатланылар? Һеҙ Италияла геологтар менән осраштығыҙ, моға­йын, был хаҡта етди мәғлүмәт барҙыр?
– Был объект менән ҡыҙыҡһыныу байтаҡ йылдар дауам итә. Италияла үткән бөтә донъя геологтары йыйылышында уның әһәмиәте хаҡында һүҙ барҙы. Мәсетле киҫелешендә бынан 290-285 миллион йыл самаһы элек йәшәгән үҫемлектәр, хайуандар ҡалдыҡтары хаҡында мәғлүмәттәр табылды – фораминифер (фузулинид), аммоноидей, конодонт, остракод, брахиопод, балыҡтар, каламиттар, бурташ ҡалдыҡтары. Бары тик уларҙың булыуы ғына объекттың кешелек өсөн ни тиклем ҡиммәте ҙур икәнен күрһәтә. Бөгөн беҙгә немец ғалимдары ла килергә тейеш. Улар менән, моғайын, шул урында осрашырбыҙ.

Профсоюздар – коллективтың берҙәмлеге

Сәғәт 11-ҙә районда профсоюз әүҙемселәре менән Хеҙмәт кодексына индерелгән үҙгәрештәр буйынса семинар башланды. Уны хакимиәт башлығы Марс Кашапов алып барҙы. Сарала Башҡортостан Профсоюздар федера­цияһы рәйесе урынбаҫары Таһир Закиров, хеҙмәттең хоҡуҡи инспекторы Эльмира Мораҙымова, хеҙмәттең техник инспекторы Василий Сазонов һәм төбәктәге профсоюз ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Һуңғы йылдарҙа совет осоронан мираҫ булып ҡалған профсоюз ойошмалары эшмәкәр­легенең әүҙемлеге күҙәтелә. Шуға күрә Таһир Шамил улының “Башҡортостан Республика­һындағы социаль партнерлыҡ һәм республикала профсоюз хәрәкәте үҫеше” тигән сығышында был йәмәғәт ойошмаһын эшмәкәрлектә әүҙемлеккә саҡырыуы һис ғәжәп түгел.

Хәйер, ил башлығы ла үҙенең байтаҡ сығышында йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеүгә саҡыра. Владимир Путин телмәрҙә­ренең береһендә бөгөнгө профсоюз ойошмаһының совет осорондағынан бик ныҡ айырылыуын, илдәге иҡтиса­ди хәлдең үҙгәреүен, хатта башҡа төрлө закондар идара итеүен билдә­ләне. Тимәк, бөгөн профсоюз ойошмалары кемдәр исеменән сығыш яһай, шуларҙың талаптарын яҡлар өсөн хоҡуҡи яҡтан аяҡта ныҡ баҫып торорға тейеш килеп сыға. Эльмира Наил ҡыҙы үҙ сығышында тап ана шул хаҡта фекер йөрөттө лә: “Эшкә урынлашыу ғына түгел, унда һаулығына зыян килмәһен өсөн һәр кеше үҙ хоҡуҡтарын яҡлай ала. Яҡларға тейеш тә. Ә инде күмәкләп тотонһаҡ, закон­дарға таянып эш итһәк, моғайын, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә була”, – тине ул.

Төшкә тиклем барған семинар урын­дағы әүҙемселәргә хоҡуҡи яҡтан ярҙам булһын ине, тип ышанғы килә, сөнки беҙ, ғәҙәттә, күп мөмкинлек­тәребеҙҙе бе­леп тә бөтмәйбеҙ, белһәк тә, хоҡуҡта­рыбыҙҙы, бигерәк тә эш урынында, талап итә белмәйбеҙ. Уйҙарҙы уҡыған кеүек, Марс Фәрәх улы һүҙгә ҡушылды:

– Халыҡҡа үҙенең хоҡуҡтарын яҡшы белергә, талап итергә өйрәнергә кәрәк. Беҙҙән булмай ул, тип ҡул һелтәргә яра­май. Заман менән бергә һәр ерҙә талаптар ҙа үҙгәрә, ә һаман элеккесә фекерләргә, совет осоронда­ғыса йә­шәргә тырышабыҙ. Улай булмай. Яҡшы йәшәргә бер кем дә ҡама­сауламай, бары тик ең һыҙғанып эш­ләргә, һөнәреңде яратып башҡарырға кәрәк!

Урындағы башланғыстарҙы ҡеүәтләп

– Шәп проект булды урындағы башланғыстарҙы ҡеүәтләү эше. Хәҙер байтаҡ ғәмәлдәр уға ла нигеҙләнеп башҡарыла. Мәҫәлән, Малаяҙ баш­ҡорт гимназияһының тәҙрәләрен тап ошо проект буйынса алмаштырҙыҡ. Уларға хәҙер бер кем дә зыян килтерә алмай, сөнки һәр кем үҙ аҡсаһын һалған, үҙ өлөшөн индергән! – тип мәктәп бинаһына күрһәтә хакимиәт башлығы.

Быйыл Салауат районының 16 ауыл биләмәһе йәмәғәт инфраструк­тураһын үҫтереү проекттары конкурсында ҡатнашып, барыһы ла хуплау алған. Мәғарифҡа – һигеҙ урын (8752915 һум), мәҙәниәткә – ике урын (2350380 һум), балалар майҙансығына – ике урын (1004500 һум), һыу үткәреүгә – ике урын (2049000 һум), зыяратҡа – бер урын (435000 һум), трактор һатып алыуға бер урын (1350000 һум) бүленгән. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, аҡса республика, район ҡаҙнаһынан, халыҡтан, бағыусыларҙан йыйылған.

– Район хакимиәте башлығы исе­менән ошо эштәрҙе атҡарып сығыуҙа ярҙам күрһәткән Э. Нуретдиновҡа, А. Куликовҡа, Ю. Розеға айырыуса рәхмәт белдерәм. Урындағы инициатива төркөмдәре халыҡтың ихтыяжын яҡшы белә, шуға күрә улар ҡайҙа һәм кемгә иң тәү сиратта булышлыҡ итеүҙе ойоштороуҙа ҡатнаша. Шуға ла быйыл Салауат ауыл биләмәһе хакимиәтендә тәҙрәләр алмаштырылды, Әлкә ауылында мәҙәниәт йорто йүнәтелде, Ишембай ауыл биләмәһендә балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары төҙөлдө. Арҡауылда ла эштәр бара. Ә бит улар, был мәсьәләләрҙе күтә­реп, 2016 йылда мөрәжәғәт иткәйне. Бына ваҡыт нисек тиҙ үтә, шул арала уртаҡ хеҙмәттең һөҙөмтәһе лә күренә.

Ҡыуаныслы мәшәҡәт

Бөгөн район үҙәгендә мәктәпкәсә белем биргән ике учреждение эшләй. Улар 1980 һәм 1985 йылдарҙа төҙөлгән. Малаяҙ, Ҡалмаҡлар, Яңы Ҡаратаулы, Татар Малаяҙы ауылдарынан 476 бала йөрөй. 140-ар бала өсөн тәғәйенләнгән был балалар баҡсалары. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәктә сабыйҙар һаны арта. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, яйлап районда эш урындары ла күбәйә башлаған. Тимәк, сабыйҙар тағы ла күберәк тыуыр, тип өмөт итәйек. Нимә генә тимә, кешелектең төп маҡсаты – үҙенән һуң һау-сәләмәт быуын ҡалдырыу. Ә милләттең төп маҡсаты – үҙенән һуң халыҡты киләһе мең йыллыҡтарға илтер быуын ҡалдырыу.

Бына ошо уңайҙан сығып һалына башлаған да инде район үҙәгендә яңы балалар баҡсаһы. Беҙ төҙөлөшкә табан юлланабыҙ. Уның сметаға ярашлы хаҡы – 95, 6 миллион һум. Киләһе йыл сафҡа инергә тейеш. Әле саҡ нигеҙ таштарын ғына күреп, быға ышанып та булмаған кеүек, әммә Өфөнөң “Прогресс” подрядсы ойош­ма­һы шулай вәғәҙәләй. Прораб Борис Хинчагов беҙҙең аптыраулы ҡараш­тарҙы шунда уҡ тойоп ҡалды:
– Ғәжәпләнмәгеҙ. Барыһы ла ваҡы­тында эшләнер, шарттар ҙа бар, беҙ­ҙең хеҙмәткәрҙәр – һыналған егеттәр. Илдар Мөфлиханов, Илфат Ғәлимов, Олег Николюк әлеге ямғыр­лы көндә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, эш урынында. Барыһы ла һәйбәт булыр! – ти ул, башҡортсалап.

Бирһен Хоҙай. Ҡайҙа ғына аяҡ баҫһаҡ та, тыуымдың кәмеүе тураһында һүҙ алып баралар бит, шуға күрә был балалар баҡсаһы төҙөлөүгә районда тағы ла бәләкәстәр тыуыр әле. Шуныһына иғтибар иттем, ғәҙәттә, балалар баҡсаһы менән бергә медицина пунктын да, китапхананы ла бергә туплайҙар. Ә бында улай түгел, медицина хеҙмәткәрҙәре лә тик бәләкәстәр өсөн эшләйәсәк, китаптар ҙа тик ошо балалар баҡсаһына йөрөгәндәр өсөн буласаҡ.

Салауат районында байтаҡ урында төҙөлөш эштәре бара. Беҙ барыһына ла барып өлгөрмәйбеҙ, әлбиттә, әммә халыҡ өсөн мөһим объекттарҙы район хакимиәте башлығы менән бергә ҡарап үтергә булдыҡ.

Малаяҙҙың көньяҡ-көнсығыш биҫтә­һендә һыу торбалары һуҙыла башлаған. Район үҙәге ҙурая һәм төбәкте һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә – бик көнүҙәктәрҙән. Объекттың смета хаҡы – 20 миллион һум. Ул 2018 йылғы “Ауыл биләмәлә­рен ныҡлы үҫтереү” дәүләт програм­маһына ярашлы атҡарыласаҡ. Торбаларҙы һуҙыу һәм һыу үткәреү эштәре 2018-2019 йылдарға ҡаралған. Торбаларҙы 14 саҡрымға һуҙасаҡ Өфөнөң “Төҙөлөш” подряд ойошмаһы. “Ни өсөн урындағы предприятиелар шөғөлләнмәй һуң?” – тим, бындағы эшкә лә баш ҡаланыҡылар тотоноуын иҫәпкә алып. Хәҙерге заман талабы – аукционда тендерҙы отоу юлы менән хәл ителә бында ла мәсьәлә. Хәйер, баш ҡаланан килгәндәр ҙә сит түгел инде, тим үҙемә. Етмәһә, һәр ерҙә Салауат районы ир-егеттәре көс түгә.

Был проект буйынса ойошма 160 кубометрлыҡ ике һыу башняһын монтажлауҙы ла күҙ уңында тота. Морат Ғималетдинов, Әмир Шакиров, Илсур Кәримовты эш мәлендә тап иттек. Һыуыҡ көҙҙә лә аптырап торамы ни инде беҙҙең ир-егеттәр, ана, ең һыҙғанып тотонғандар. Иң мөһиме – халыҡҡа эш булыу, ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләү.

Мәсетле киҫелешендә

Ҡайһылай уңышлы сәфәргә сыҡ­ҡан­­быҙ, тип уйланым Мәсетле киҫеле­шендә Башҡортостан ғалимдарын – геология-минералогия фәндәре докторы Лариса Николаевна Беланды, геология-минералогия фәндәре кандидаты Гүзәл Әнүәр ҡыҙы Данукалованы осратып. Улар менән бергә “Янғантау” шифаханаһының хеҙмәт­кәре, “Янғантау” геопаркының турист секторы мөдире Айрат Ғәлиев тә ерлекле мәғлүмәттәр менән немец ғалимдарын таныштырып йөрөй ине. Айрат беҙҙе сит илдең фән әһелдәре менән таныштырып, тәржемәсе булараҡ та һорауҙарыбыҙға яуап алырға ярҙам итте.

Немец ғалимдары бында маҡсатлы эш менән килгән. Улар, беҙҙең республикала булдырыласаҡ геопарктың мөһимлеген аңлатып, тәбиғәт байлыҡтарын нисек бар шулай һаҡлап ҡалыу зарурлығы тураһында һөйләне. Геопарк комплексы – геологик, тарихи, мәҙәни мираҫ. Йәнә, иң тәү сиратта был ҡомартҡынан ошонда йәшәгән кешеләр файҙаһын күрергә тейеш.

Профессор Роланд Оберхансли – халыҡ-ара геология фәндәре союзы президенты. Уның һөйләгәндәре фәнни яҡтан нигеҙле булыуы менән генә түгел, бөгөнгөбөҙгә ауаздашлығы менән дә мөһим ине. Ул Башҡортостан шихан­дарының боронғолоғо һәм үҙенсәлеге тураһында 1937 йылдан уҡ яҡшы белеүҙәрен һәм 17-се Халыҡ-ара геология конгресында был хаҡта етди фекер әйтеүҙәре тураһында ла белдерҙе.

– Беренсенән, бында килеүемдең төп сәбәбе – Салауат районында урынлашҡан Мәсетле киҫелеше менән яҡындан танышыу. Бында донъя кимәлендәге ойошма – ЮНЕСКО тарафынан бирелә торған “Алтын ҡаҙыҡ” ҡағылырға тейеш. Ошо хаҡта Парижда һүҙ алып барылды. Бына инде ун биш йыл тирәһе Мәсетле киҫелешен донъя кимәлендәге ғалимдар өйрәнә, бында бик боронғо дәүерҙәргә ҡағылышлы мәғлүмәттәр һаҡлана. Янғантау ҙа ошо төбәктә асыласаҡ геопарк эсенә инә. Унда термаль газдар һәм һауа барлығы билдәле. Улар халыҡҡа медицина йәһәтенән файҙалы.

Башҡортостанда йәнә боронғо Пермь диңгеҙе рифтарын өйрәнәм. Фән өсөн был бай ҡомартҡыларҙың ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Улар мәңге һаҡла­нырға тейеш! Мәҫәлән, һеҙ “Гугл”ға инеп, Башҡортостанды эҙләй башла­һа­ғыҙ, иң тәүҙә шихандарҙың, Янғантау­ҙың һүрәттәре килеп сығасаҡ. Был юҡҡа түгел, сөнки донъя кимәлендә һеҙҙең төбәкте ошо тәбиғәт ҡомартҡылары аша таныйҙар. Бөгөн Мәсетле киҫелешенең ҡурсау аҫтында булыуын күреүемә сикһеҙ шатмын. Был урындар – донъя, кешелек өсөн бик күп мәғлүмәт биреп торған төбәктәр.
– Янғантауҙы килеп күрҙем. Иҫ киткес урындар! ЮНЕСКО эгидаһы менән Рәсәйҙә тәүге геопаркты ойоштороуҙа ҡатнаша алыуыма ла ҡыуанам, – тине Роланд Оберхансли.

Ғалим бында үҙе генә түгел ине. Хәләл ефете Хейди Оберхансли ханым – палеонтолог. Ул Ҡазан дәүләт университетында уҡыта. Тап ошо Мәсетле киҫелеше хаҡында мәҡәлә әҙерләгән ғалимә лә ул. Геология эштәре менән шөғөлләнә башлаған йылдарында ул иң тәүҙә Пермь осорон, уның стра­ти­графияһын өйрәнгән, йәғни тау ҡатлам­дарының, вулканик ҡатламдарҙың, төрлө геологик күренештәрҙең йәшен билдәләү менән шөғөлләнгән. Бөгөн Ер ҡатламының хәрәкәтен өйрәнгән ғалимә беҙҙәге Пермь осорона ҡараған Мәсетле киҫелешенең эталон булып тороуын, уның һәр ҡатламы айырым асыҡ күренеүен билдәләне.

– Бында мотлаҡ рәүештә “Алтын ҡаҙыҡ” ҡағылырға тейеш, шул тиклем бай мәғлүмәт һаҡлаған ерҙәр тураһында донъя халҡы ла белергә тейеш. Был хаҡта ғалимдар күптән белә инде, әммә белеү генә түгел, уны һаҡлау ҙа, ҡурсауға алыу ҙа мөһим. Фәнни яҡтан ҙур ҡомартҡы һаналған урынды килеп күреүем менән сикһеҙ бәхетлемен! – тине ғалимә.

Донъяға Салауат районы гүзәл­леген күрһәтәсәк геопарк. Беҙ ни, үҙ еребеҙҙе ҡәҙерләп, яратып өйрәнгән кешеләр, бер аҙ ҡыҙғанып та ҡуйҙыҡ. Тапалып бөтмәһен инде төйәгебеҙ, аҫаба халҡына файҙалы булһын был геопарктың эшмәкәрлеге.

Рәми тәпәй баҫҡан ерҙәрҙә

Салауат районына беҙҙең сәфәр Уҡытыусылар көнө мәлендә ойошто­ролғайны, шуға күрә Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Сираж ҡыҙы Искәндәрованы ҡотлап китмәһәк, дөрөҫ булмаҫ, тине Марс Фәрәх улы. Ҙур тулҡынланыу менән аяҡ баҫабыҙ был ерҙәргә. Беҙҙең өсөн Арҡауыл ауылы – башҡорт халҡының әҙәбиәттәге рухи сағылышы, бер үҙе тотош һүҙ сәнғәте институттары башҡарыр эштәрҙе атҡарған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған төйәге. Бына Рәми Ғарипов урамынан үтеп киттек. Күңелгә күп кәрәкме ни?! Сайпылып түгелергә генә тора хистәр!

Арҡауыл – Салауат районындағы боронғо ауылдарҙың береһе, Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Заманында, йәғни Октябрь революция­һына тиклем, Златоуст өйәҙенең Мырҙалар улысы үҙәге булған. Был улыс Мөсәт ауылынан Ташауылға тиклем Йүрүҙән йылғаһы буйындағы бөтә ауылдарҙы берләштергән. Ауылда ике башланғыс мәктәп иҫәпләнгән. 1908 – 1909 йылдарҙа унда 13 малай һәм туғыҙ ҡыҙ уҡырға йөрөгән. 1909 йылда уны өс малай менән бер ҡыҙ тамамлаған. Бөгөн Арҡауыл мәктәбендә 294 бала уҡый, башланғыс мәктәп кенә эшләй.
Алдан хәбәр итеп юлға сыҡҡас, инде 90 йәшен тултырыуына ҡарамаҫ­тан, һаман да етеҙлеген, һөйкөмлө­лөгөн ташламаған Хәнифә Сираж ҡыҙы ишек төбөнә үк сығып ҡаршы алды. Марс Фәрәх улы инеү менән сәскәләр гөлләмәһен тапшырҙы.

Хәнифә Искәндәрова 1928 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантонының (бөгөн – Салауат районы) Яхъя ауылында тыуған. Уға оҙайлы фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Салауат районының почётлы гражданы”, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Атаһы уҡытыусы булған уның, бына ҡыҙы ла ғәзиз кешеһенең юлынан атлап ниндәй һөҙөмтәләргә ирешкән!
– Бөгөн уҡытыусының абруйы кәмене. Мәғариф өлкәһендә эшлә­гәндәр күберәк ҡағыҙ, башҡа мәшә­ҡәттәр менән шөғөлләнә, ә бала күңеленә иғтибар етмәй. Балаларҙы яратырға кәрәк бит! Ниндәй генә заман булһа ла, ниндәй генә хәлдәргә тарыһа ла, уҡытыусы үҙе иң ғәҙеле, иң мәрхәмәтлеһе, фәнен иң яҡшы белгәне булырға тейеш. Мине йыш ҡына мәктәпкә саҡыралар, балалар менән осрашам. Шул тиклем белем усағын, ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы һағынам, – тине Хәнифә Сираж ҡыҙы беҙҙе оҙатҡанда.

Күмәкләшеп Рәми Ғарипов музейына юлланабыҙ. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында район комитетында атаҡлы шағирҙың йорт нигеҙе урынында музей булдырыу тураһында һөйләшәләр. “Йүрүҙән” совхозы етәкселәре тәҡдим менән сыға. Йорт нигеҙе тигәнебеҙ – ул яҙыусының олатаһы Ғариф бабай уҙған быуат башында һалдырған өй. Уны тергеҙеү, әлбиттә, мөмкин булмай, сөнки нигеҙе лә, бүрәнәләре лә серегән була. Ул ваҡытта шул йортто яҡшы хәтерләгән кешеләр иҫән була, шуға күрә иҫке йортто һүтеп, Рәми Ғарипов үҫкән өйгә оҡшатып, 1989 йылдың йәйенә яңыһын һалалар.

Нимәһе ҡыҙыҡлы, иҫке өй урынын ҡаҙығанда, йорт кәрәк-ярағы табыла һәм улары ла музейға экспонат булыр тип бергә туплана. Салауат районы кешеләре хәтерләүенсә, музейға шағирҙың әйберҙәрен йыйышыуға уның класташы, интернаттағы һабаҡташы Ғималетдин Әминев күп көс һала. Әлбиттә, ҡатыны Надежда Васильевна, балалары, туғандары ла ярҙам иткән. Был хаҡта килеп инеү менән күңелде яуап алған экспонаттар – шағирҙың шәхси кейемдәре һөйләп тора. 1993 йылда музей алдында шағирға һәйкәл дә ҡуйылған. Был башҡорт өйөнөң ни тиклем йәмле икәнен килгән һәр кем тоялыр. Иҫ китмәле йылылыҡ, нур бөркөлөп тора унан. Ҙур һике, ауыл мейесе, милли кейемдәр, шағирҙың кәрәк-ярағы – бөгөндән өйгә инеп йәшәге килеп китә.

– Киләһе йыл музей үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Унда килеүселәр һаны артыуын иҫәпкә алып, махсус экскурсия ла ойошторолор. Халыҡ шағирын халыҡ ярата. Иң ҡыуандырғаны – уның ижады йәштәр араһында бик популяр! – ти Марс Фәрәх улы.
Ауылдан сыҡҡанда беҙҙе Рәми Ғарипов, Салауат Юлаев урамдары оҙатып ҡалды. Өҫтәп нимәлер әйтеп тә булмай... Иртәрәк килгән алтын көҙҙәре менән оҙатып ҡалды беҙҙе Салауат районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 269

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 301

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 308

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 236

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 298

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 186