Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уңыш сере нимәлә?

“Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе ойошторған
“Мин – граждан” республика белем биреү форумы “Һинең мөмкинлектәр республикаһы” саҡырыуы аҫтында дүрт ҡалала үтте. Ул бер майҙанда 300-ҙән ашыу иң әүҙем йәштәрҙе берләштерҙе. Дүрт көн барған форумдың йомғаҡлау сараһы Белем көнөндә “Өфө-Арена” һарайы майҙанында үтте.

– “Мин – граждан” форумы Башҡортостанда алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Тәүгеһе “Башҡорт Селигеры” тип аталды. Был юлы республиканың иң дәртле һәм әүҙем йәштәре дүрт көн дауамында “Эшҡыуарлыҡ һәм IT”, “Сәйәсәт”, “Медиа”, “Ирекмәнлек” майҙандарында эшләне. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһының һәм башҡа төбәктәрҙең спикерҙары белем һәм тәжрибә менән уртаҡлашты, – ти “Йәш гвардия”ның Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Люциә Юлыева. 
“Өфө-Арена” һарайы майҙанында уҙған сарала республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән “Йәш гвардия”ның ағзалары, ирекмәндәр, йәштәр ҡатнашты. Һис шикһеҙ, сара йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, “Өфө-Арена” һарайы алдына байтаҡ халыҡ йыйылды. Сараның Белем көнөндә үтеүе лә ифрат уңайлы булды.

Форум сиктәрендә “урам” баскетболы, заманса бейеүҙәр, һүрәт төшөрөү, ГТО нормаларын тапшырыу кеүек саралар ҙа уҙғарылды.
“Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе ойошторған “Мин – граждан” республика белем биреү форумы алдына ҡуйған маҡсатына өлгәште: дүрт көнгә һуҙылған сара меңәрләгән йәштәрҙе туплап, уларҙың тормошона күп яңылыҡтар индерҙе, дуҫтар-теләктәштәр табыуға булышлыҡ итте. Әйткәндәй, форумда уларҙың иң әүҙемдәренә бүләктәр тапшырылды. Боҙ һарайының эсендә йәш дизай­нерҙар конкурсы үтте, һүрәт күргәҙмәһе ойошторолдо.

Форумдың төп темаларының береһе ирекмәнлек булһа ла, унда нисек уңышҡа өлгәшеү буйынса сығыштар ҙа булды. Бестселлерҙар авторы Лариса Парфентьева үҙенең һәм кешеләр яҙмышы аша нисек билдәле булып китеү серҙәре менән уртаҡлашты. Күсемһеҙ милек агентлығы етәксеһе Рим Хәсәнов та ошо йүнәлештә файҙалы кәңәштәр бирҙе. 

– Ауырлыҡтар беҙҙе һәр саҡ көслөрәк итә. Был тормошта туҡтауһыҙ эҙләнергә һәм үҙеңде табырға кәрәк, – ти Рим Наил улы.
Эшҡыуар Антон Бритва “Мотивация һәм лидерлыҡ” темаһына сығыш яһап, спорт өлкәһендә уңышҡа өлгәшкәндәр миҫалында йәштәрҙе камиллыҡҡа саҡырҙы. Артем Шаронов та үҙенең ҡасандыр ошолай ябай студент булыуын билдәләп, эшҡыуарлыҡҡа тотоноп киткән юлы хаҡында һөйләне, кәңәштәр бирҙе. Ул хәҙер молекуляр медицина үҙәге хужаһы.

Ғөмүмән, сығыш яһаған спикер­ҙарҙың барыһы ла йәштәрҙе уңышлы, булыу өсөн туҡтауһыҙ эшләргә, бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа, үҙ көсөнә ышанып, республикала тыуҙырылған бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып йәшәү серҙәренә өйрәтте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 322

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 300

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188