Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош үҙәген дә, әй, хикмәт, тотоп тормаймы икән сәйәсәт?
Ике супердәүләт президенттарының уртаҡ юл эҙләгәне

Тормош үҙәген дә, әй, хикмәт, тотоп тормаймы икән сәйәсәт?Рәсәй Федерацияһы. Америка Ҡушма Штаттары. Иҡтисад йәһәтенән сағыштырғыһыҙ тослоҡта булған, донъя сәйәсәтенә төрлөсә йоғонто яһай алған, ҡулдарында Ер шарын сама юғалтҡанда көл-талҡанға әүерелдерерлек көс тотҡан ошо ике дәүләттең исем-атамаһы беҙҙе күҙ асып йомған арала ла тынғылыҡта ҡалдырмай. Илдәрҙең социаль-сәйәси блоктарға берләшеп, бер-береһенән шикләнеп йәшәгән замандары инде тарихта ҡалды, тип тынысланырға теләк ҙур булһа ла, ысынбарлыҡ кешелекте барыбер көсөргәнештә тота.


Күршеңдә уҙаҡташты күр

Һәр көн иртән тормошто Рәсәй тип башлайбыҙ ҙа кисте Америка тип ҡар­шылайбыҙ. Арттырыу түгел: ошо ике исем телебеҙҙә һәм аңыбыҙҙа “бисмилла”ның урынына дәғүә итмәйме икән? Улай тиһәң, гегемондар сафын байтаҡтан бирле Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән Һиндостан Республикаһы тулыландырҙы. Шулай итеп, Ҡушма Штаттарҙың бер полярлы донъя булдырыу өсөн маниакаль рәүештә көсәнеүе тиктәҫкә генә, ер йөҙөндәге тормош менән идара итеү үҙәктәрен хәҙер, АҠШ теләйме-юҡмы, Вашингтондан тыш Мәскәүҙә лә, Пекинда ла, Делиҙа ла эҙләргә тура килә. Ике ҡоролош, ике идеология менән йәшәү тамам. Шөкөрана. Бөгөн ҡапма-ҡаршылыҡтар араһынан да килешеү эҙләү фарыз. Күршеңдә дошманды түгел, уҙаҡташты күреү зарурлығы бар.
Президент Дональд Трамптың бөйөрөнә шайтан төртөп, кәйеф-ниәттәре ҡапыл ғына үҙгәреп китмәһә, ә иң мөһиме – АҠШ конгресы сая ҡаршы төшмәһә, ул беҙҙең Президент Владимир Путин менән 16 июлдә Финляндия Республикаһының баш ҡалаһы Хельсинкиҙа осрашасаҡ икән (әйткәндәй, 1917 йылғы инҡилапҡа тиклем бөйөк Финляндия кенәзлеге, автономиялы булһа ла, Рәсәй империяһы эсендә ине). Америка дәүләтенең башлығына, тимәк, Мәскәүгә килеп етеү өсөн бер аҙым ғына яһайһы ҡалған. Ғүмер булһа, бәлки, ике ил етәкселәренең пайтәхеттәргә даими йөрөп тороуын да күрербеҙ.
Үткән юлға ҡабаттан әйләнеп төшөү мөмкин түгел. Икенсе донъя һуғышы йылдарында фашист Германияһына ҡаршы бер табандан тороуыбыҙ, американ­дарҙың, дуҫ тимәгәндә лә, уҙаҡташ булыуы һағынып һөйләргә генә ҡалды. Шул уҡ ваҡытта тарихи ошо хәл, шарттар нисек кенә сетерекле булмаһын, һөйләшеү, аңлашыу, килешеү юлдарын барыбер табыу мөмкинлектәре тураһында дәлилләй.
Ғәжәйеп талантлы, тырыш кешеләр йәшәгән, кешелек бар иткән матди, рухи, интеллектуаль ҡиммәттәрҙең күп өлөшөн үҙендә туплаған Америка дәүләте ни сәбәптән бар донъя өсөн бапаҡ, ҡарасҡы булып әүерелде әле? АҠШ ғәйәт ҙур иҡтисади, фәнни һәм хәрби потенциалға эйә. Был йәһәттән уға тиңләшеү түгел, яҡын торорлоҡ та ил юҡ. Әммә, тормош ҡағиҙәһе буйынса, көслө оло йөрәкле, ярҙамсыл, миһырбанлы булырға тейеш.
Америка-Рәсәй мөнәсәбәттәренең шырлыҡтарын бер һелтәүҙә генә йырып үтеү мөмкин түгелдер. Ваҡиғаларҙың сығанағы алыҫтараҡ ҡалды. Икенсе донъя һуғышының ахырына Ҡушма Штаттар капиталистик илдәр араһындағы иң ҡеүәтле дәүләткә, уның иҡтисади үҙәгенә әүерелде, хәрби-сәйәси етәкселекте үҙ ҡулына алды. Был ғәмәл, тарихта бығаса күренмәгәнсә, хәрби көскә таянып башҡарылды. Вашингтондың тышҡы хәрби-сәйәси курсы ла шуны ҡабатланы. АҠШ-та хакимлыҡ итеүсе синыфтың фекеренсә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә донъя “американдарса – Рах-Americana” ойошторолорға тейеш булып сыҡты.

Һүҙгә тоғролоҡ мөһим

Ошо юҫыҡта фекерҙе бер аҙ дауам иткәндә, беҙҙең ил менән Америка араһындағы оҙайлы аңлашылмаусанлыҡ шунан ғибәрәттер: донъя гегемонияһына ынтылғанда төп ҡаршылыҡты АҠШ-тың идара итеүсе даирәһе заманында Советтар Союзында, милли-азатлыҡ хәрәкә­тенең көсәйеүендә, социаль ғәҙеллек өсөн көрәштең ҡолас ала барыуында күрҙе. 1945 йылдың апрелендә президент Франклин Рузвельт мәрхүм булғандан һуң Американың Гарри Трумэн башында торған етәкселеге һуғыш барышында иҡтисади йәһәттән хәлһеҙләнгән Советтар Союзы американдарҙың хәрби ҡыҫымына ҡаршы тора алмаҫ, Вашингтондың донъяла өҫтөнлөклө хәлдә булыуы менән ризалашыр, АҠШ-тың иҡтисади ихтыярһыҙ­ланыуына буйһонор тигән өмөттә булды. Был уйҙар селпәрәмә килгәс, әлеге хакимлыҡ итеүсе синыф тотош донъяла беҙҙең илде “туҡтатыу”, “сигендереү” стратегияһын бойомға ашырыуға күсте. Һәм, берсә ҡатыланып, берсә йомшарып, ошо тышҡы сәйәсәт әле булһа дауам итә.
Владимир Путин менән Дональд Трамптың осрашыу урыны һәм ваҡыты мәғлүм булғас, онотолоп барған уй-фекерҙәр йәнә бызыр-бызыр килә башланы. Телевидение, матбуғатта төрлөсә юрауҙар цунами тулҡыны һымаҡ күтә­релде. Күрәҙәлеккә әүәҫ полито­логтарға фаразлау йәһәтенән клондайк асылды. Америка президентының килделе-киттеле холҡон иҫәпкә алыусылар Хельсинки ҡалаһында билдәләнгән осрашыуҙың мотлаҡ үтәсәге йәһәтенән бигүк ашыҡмаҫҡа саҡыра. Кремль дә һүҙгә һаранланды, әммә Трамп президент вазифаһына дәғүә иткәндә үк Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға вәғәҙә биргәйне. Һәр хәлдә, ул күпселек мәсьәләләрҙә һүҙенә тоғро ҡалырға тырыша.
Путин менән Трамптың тышҡы сәйәсәт мәсьәләһендә йөҙө һәм, ғөмүмән, хакимлыҡ итеү идеологияһы тураһында бер-ике һүҙ ҡатырға ниәтләнеүҙән алда Хельсинкиҙағы осрашыуға ҡайһы яҡтың нисек әҙерләнеүе тураһында күҙгә күренеп торған факттарға иғтибарҙы йүнәлтәйек.
Трамп, хәҙер сәйәсәт менән шөғөлләнһә лә, ул, беренсе сиратта, бизнесмен, эшҡыуар-миллиардер. Америка бизнесында иһә ныҡыш, алдына алғанды ҡуймай торған, үҙ һүҙле, еңмеш шәхестәр генә хәтәр конкуренцияны еңеп күтәрелә ала. Америка президенты – шундайҙарҙың бер вәкиле.
Владимир Путин американ режиссеры Оливер Стоун төшөргән документаль фильмдың геройы булды. Ошо уҡ юлды тип әйтерлек тележурналист Александр Кондрашов та ҡабатланы. Бер-бер артлы пәйҙә булған ике фильмдың идеологияһы, нигеҙҙә, оҡшаш. Рәсәй ерлегендә эшләһәләр ҙә, Оливер ҙа, Александр ҙа, Путин менән һөйләшеү аша, Рәсәй халҡынан бигерәк, американдар менән аралашыу маҡсатын ҡуйҙы. Һәр хәлдә, әлеге әҫәрҙәргә ҡарата аналитиктарҙың баһаһы шулай булды.
Америка элиталары беҙҙең лидер әйтә килгән фекерҙәрҙе томалаған шарттарҙа документаль фильмдар, интервьюлар формаһына мөрәжәғәт итеү, бәлки, законлы берҙән-бер юл булғандыр. Совет осоронда беҙ, капиталистик илдәр хеҙмәтсәндәре беренсе социалистик дәүләт менән дуҫлашырға теләр ине лә, буржуазия уларға форсат бирмәй, тип уйлай торғайныҡ. Хәҙер иһә хәл икенсерәк: Көнбайыштағы элита беҙгә ҡарата уҫалыраҡ кәйефтә, ә ябай халыҡҡа “үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын”, ул һәммә нәмәгә, үҙебеҙҙәге халыҡ шикелле, ҡул һелтәгән.
Уның ҡарауы, зыялылар төрлө төркөмдәргә бүлгеләнгән: берәүҙәре һине “әп” иткән ваҡытта, икенселәре битеңә төкөрә. Оливер Стоундың фильмы хәтерегеҙҙән юйылып өлгөрмәһә, ул Путиндан элгәре Вашингтондың Латин Америкаһындағы дошмандары Уго Чавес­тан, Эво Моралестан, Лула да Сильванан, Фидель Кастронан, Европалағы демократия һәм милли суверенитет өсөн көрәшеүсе Вацлав Гавел менән Лех Валенсанан интервью алып өлгөргәйне*.

Путин — илһөйәрлек позицияһында

Ғөмүмән, Рәсәй Федерацияһының идара итеүсе элитаһы менән Ҡушма Штаттарҙың президент хакимиәте һәм Конгресы араһында идеологик түгел, бәлки мәртәбәлелекте баһалау йәһәтенән бәхәсле айырымланыу бар. Владимир Путин 2007 йылда именлек буйынса Мюнхенда даими үтә торған конференцияла Көнбайыш донъяға ҡарата әсе тәнҡит менән сығыш яһағас, Рәсәйҙе халыҡ-ара диссидентлыҡта ғәйепләй башланылар, йәнәһе, Путин Көнбайыш донъяһы тәҡдим иткән һәм теше-тырнағы менән йәбешеп ятҡан ҡанундарға ҡаныға, уларҙы һанламаҫҡа саҡыра. Ысындан да, “Һин мине хөрмәт итәһеңме?” – тигән төп һорауға Көнбайыштан ыңғай яуап ала алмағас, ил именлеген ышаныслы тәьмин итеүгә ул яҡтан һис ниндәй нигеҙ булмағас, Рәсәй халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең АҠШ күҙ алдына килтергәнсә бер яҡлы ғына дауам итеүенә ҡаршы сыҡты.
Был ҡаршылыҡ – Көнбайыштың мөнәсәбәттәр доктринаһын ҡабул ҡылмаған фетнә лә, инҡилап та һәм, әлбиттә, “һалҡын һуғыш” та түгел. Трамп, уңышлы бизнесмен булһа ла, оло сәйәсәттә тәжрибәһеҙерәк кеше. Өҫтәүенә уның һүҙенә һәм ғәмәлдәренә холҡоноң үҙенсәлектәре һәм ил эсендәге һис тына алмаған сәйәси низағ йоғонто яһай. Путин иһә донъяға үҙ ҡарашын, шул донъяның бөгөнгө хәлен һәм киләсәген форсат сыҡҡан һайын, эҙмә-эҙлекле рәүештә илһөйәрлек позицияһынан еткерә килә. “Тамсы тама-тама таш тишер” тигәндәй, Рәсәй Федерацияһы етәксеһе, ныҡышып, үҙ ҡарашын, беҙҙең көнкүреш идеологияһын фекерҙәш-хеҙмәттәштәргә лә, ябай уҙаҡташтарға ла еткерә бара.
Алда әйткәнемсә, ике лидерҙың тәғәйен ваҡытта һәм һөйләшкән урында осраша алыуына мөкиббән китеп ышаныу юҡ, әлбиттә. Хәҙерге тотанаҡһыҙ мөғәмәләләр заманында был йәһәттән һис кем дә ант итә алмаҫ ине. Әммә төрлө ғәмәлдәр, Трамп теленән әленән-әле ысҡына торған һүҙҙәр ике Президенттың ҡасандыр һәм ҡайҙалыр осрашыу ихтималына ишара яһай килде. АҠШ-тың Рәсәйҙәге илсеһе Джон Хартсмандың беҙҙең ил етәкселәренә инеп йөрөүенең йышайыуы, Трамптың милли именлек буйынса кәңәшсеһе Джон Боллтондың, бер төркөм конгрессмендарҙың беҙгә килеүе, дәүләт секретары Майк Помпеоның Рәсәйгә йыйыныуы төп маҡсатҡа – осрашыуҙы ойоштороуға, уның һөҙөмтәле булыуын мөмкин ҡәҙәр тәьмин итеүгә йүнәлтелгән кеүек.
Рәсәйҙең сәйәси даирәләре иһә иң аҙаҡҡаса һалҡын ҡанлылыҡ һаҡларға, хатта үҙҙәренең был мәсьәләгә әллә ниндәй өмөттәр бағламауын күрһәтергә тырыша. Был да аңлашыла. “Һөйләшеү­ҙәрҙән донъяны үҙгәртерлек һөҙөмтәләр көтөү – утопия. Лидерҙарҙың осраша алыуы мөһимерәк”. Бәлки, шулайҙыр ҙа, оҙон юл тәүге аҙымдарҙан башлана бит. Ләкин илебеҙҙең юғарғы етәкселәре рәсми йылмайыуҙы – ихласлыҡ, дипломатик итәғәтлелекте ысын хөрмәт тип яңылыша күрмәһен ине. Сәйә­сәттә, айырыуса американдар менән мөғә­мәләлә, ике йөҙлө­лөккә лә, алдыҡҡа ла әҙер булырға кәрәк.

_________________

*Уго Чавес, Эво Моралес, Лула да Силь­ва — Венесуэла, Боливия, Бра­зилияның, В. Гавел — Чехия, Л. Валенса Польшаның элекке президенттары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 205