Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәскәү. Владимир Путин тыңлай!”
“Мәскәү. Владимир Путин тыңлай!”Дүрт сәғәт тә 20 минут... 2,5 миллиондан ашыу һорау... Ил Президенты Владимир Путин менән “тура бәйләнеш”, һәр ваҡыттағыса, эшлекле шарттарҙа үтте. Асыҡ, ихлас аралашыу... Ваҡыты менән, әлбиттә, етәксенең кәйефе ҡырылып киткән мәлдәр ҙә булды. Ни эшләйһең, тормош. Әммә Владимир Владимирович бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Хатта алып барыусылар иғтибар итмәгәндәрен үҙе эфирға “сығарҙы”. “Тура бәйләнеш” башланмаҫ элек үк ил башлығына хеҙмәт хаҡы, эске һәм тышҡы сәйәсәт, социаль тәьминәт, иҡтисади хәл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина хеҙмәтләндереүе һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы миллиондан ашыу һорау килгәйне инде. Артабан улар өҫтәлде генә...


Ҡайһы юлдан атлайбыҙ?

Ун алтынсы тапҡыр үткәрелгән осрашыу мәлендә ил етәксеһе барлығы 79 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Улар төрлө мәсьәләләргә ҡағылды. Шулай ҙа тәүге һорау барыбер ҙә Рәсәйҙең иҡтисади хәле тураһында ине. Иҫләйһегеҙме, ике йыл элек ойошторолған “тура бәйләнеш” ваҡытында Президенттан “Беҙ ҡайһы юлдан барабыҙ: аҡтанмы, әллә ҡарананмы?” тип һорағайнылар. Ул ваҡытта ил етәксеһе: “Һоро һыҙаттан”, — тип яуап ҡайтарғайны. Бөгөн иһә Владимир Владимирович ил иҡтисадының тотороҡло рәүештә яҡтылыҡҡа табан йүнәлеүен билдәләне.
“Былай тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар. Беренсенән, беҙ иҡтисади үҫеш траек­тория­һына сыҡтыҡ. Сәнәғәт, ауыл хужа­лығы тотороҡло алға бара”, — тине Путин. Икенсе фактор: тарихта булмағанса инфляцияның иң түбән күрһәткесенә өлгәштек. “Был – артабанғы үҫеш өсөн ныҡ­лы нигеҙ. Иң мөһиме, барыһы ла инвестицион үҫеш шарттарында ғәмәлгә ашырыла — былтырғы йылда 4,4 процент”, — тине Президент. Унан һуң беҙҙең сауҙа сальдоһы ыңғай. Ғүмер оҙонлоғоноң артыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Хеҙмәт хаҡы 1,9 процентҡа артты. Ҡыҫҡаһы, тулы ышаныс менән, “аҡ һыҙатҡа” табан атлай­быҙ, тип әйтә алабыҙ. Әммә хәл итәһе мәсьәләләр, әлбиттә, етерлек.

Дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошло

“Тура бәйләнеш”кә шылтыратыусы­лар­ҙы онкология сирҙәрен алдан асыҡлау һәм иҫкәртеү сараларының һүлпән ойошторолоуы, кәрәкле дарыуҙарҙың булмауы, төбәктәрҙә белгестәрҙең етмәүе лә хафаға һала. Президент вәғәҙә итеүенсә, онкология сирҙәре менән көрәшеү буйынса махсус программаға бер триллион һум йүнәлтеләсәк. Онкология — бик етди мәсьәлә. Беренсенән, төбәктәрҙә реабилитацион үҙәктәр һәм квалификациялы белгестәр етешмәй. Шулай уҡ дарыу мәсьәләһе лә әле һаман асыҡ ҡала. Бынан тыш, дөрөҫ диагноз ҡуйыу үҙе генә лә оло-ғара проблема. “Сирле — табип — диагнос­тика — дауалау” сылбырының эшләгәнен күрмәйбеҙ. Был сетерекле мәсьәләне беҙгә нисек хәл итергә? Ғүмер оҙонлоғон арттырыу йәһәтенән амбициоз маҡсаттар ҡуябыҙ ҙа ул, әммә заманса дауалау алымдарын үҙләштермәй тороп уларҙы тормошҡа ашырып булмаясаҡ”, — тине Путин. Сирҙәрҙе алдан асыҡлау мөһим. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыуҙарҙың яҡынса 30 проценты ғына алдан диагностикалана. Маҡсат — 50-70 процент. Балалар гематологияһы буйынса тулыһынса дауаланыу күрһәткесе 90 проценттан ашыу. Ә бит ҡасандыр 30, хатта унан да аҙыраҡ ине. Тимәк, тырышһаҡ, булдырабыҙ. Бынан тыш, ядро медицина­һына иғтибарҙы нығыраҡ йүнәлтеү шарт. Яңы онкоүҙәктәр төҙөү, булған­дарын төҙөкләндереү ҙә – төп бурыстарҙың береһе. 2024 йылға тиклем был маҡсаттарға триллион һум тотоноласаҡ.

Закон яңынан ҡараласаҡ

Иваново ҡалаһынан шылтыратҡан Верховскийҙарҙың һорауы күп балалы ғаиләләр өсөн ипотека ставкаһын кәметеү мәсьәләһенә ҡағылды. Асыҡланыуынса, өс балалы ғаиләгә закондағы етешһеҙ­лектәр сәбәпле ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготалы программанан баш тартҡандар. Ҡануниәткә ярашлы ташлама икенсе йәки өсөнсө балаға ҡарала, ә дүртенсеһе тыуғанда уны бирмәйҙәр. Ғаилә башлығы Владимир Путиндан льготаны икенсе һәм өсөнсөгә генә түгел, артабан тыуған балаларға ла биреүҙәрен һораны.
Президент иһә хатаны төҙәтергә һәм күп балалыларға ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготаны киңәйтергә вәғәҙә бирҙе. Шулай уҡ дәүләт башлығы министрҙар кабинетына ипотека буйынса ставканы ете процентҡа тиклем кәметеү бурысын ҡуйҙы. “Бөтәһе лә бюджет сы­ғымдарына бәйле, әлбиттә. Әммә Хөкүмәт һәм Үҙәк банкы 7 процентҡа ынтылырға тейеш”, — тине Владимир Путин.

Пенсия йәше: арта, артмай?

Курск ҡалаһынан шылтыратҡан Алексей Гончаров күптәрҙе борсоған һорауҙы яңғыратты: пенсия йәшен арттыра­саҡтар­мы?
Владимир Путин әйтеүенсә, ул был мәсьәләгә бик һаҡ ҡарай. “Пенсия система­һындағы төп маҡсат — пенсионерҙарҙың килемен арттырыу һәм шуның иҫәбенә илдә фәҡирлек кимәлен түбәнәйтеү. Эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияларын индексациялауҙы ҡайтанан өйрә­нәһе бар әле. Был тәү сиратта аҙ хеҙмәт хаҡы алғандарға ҡағыла. Сөнки, ғәҙәттә, бындай ерҙә кадрҙарға ла ҡытлыҡ бар­лыҡҡа килә. Мәҫәлән, балалар баҡса­ла­рында, дауаханаларҙа”, — тине ил етәксеһе.


Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин ТОЛКАЧЕВ:
– Халыҡ менән тура эфирҙа аралашыу форматы ил башлығынан иҡтисад, дәүләтебеҙҙе социаль үҫтереү өлкәһендә ҙур компетенция һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе оператив хәл итә белеүҙе талап итә. Бындай бәйләнеште кешеләр көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙең нәтижәле инструменты булараҡ ҡына түгел, ә ҡануниәтте, дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереү маҡсатында ла файҙалана. “Тура бәйләнеш” башланғанға тиклем үк Владимир Путинға ике миллионға яҡын һорау килгәйне. Был, бер яҡтан, граждандарҙың әүҙемлеген күрһәтһә, икенсенән, билдәле бер ҡыйынлыҡтарҙың булыуы хаҡында ла һөйләй. Урындарҙа эшләүселәр өсөн дә сигнал. Президенттың төп иғтибарҙы төбәктәрҙән килгән һорауҙарға йүнәлтеүе айырыуса оҡшаны. Шулай уҡ Владимир Путиндың мәсьәләләрҙе, теге йәки был өлкәлә яуаплы кешеләр, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, төбәк башлыҡтары менән бәйләнешкә инеп, оператив хәл итеүен билдәләп үткем килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 260

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 334

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 235

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212