Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыныслыҡ өсөн тырышлыҡ кәрәк
Франция президент һайланы, АҠШ-та ла быға әҙерлек бара, Һиндостан ядро ҡоралына һынау үткәрҙе, ә Рәсәйҙә сәйәси фирҡәләр әүҙемләшә. Аҙнаның ошо ваҡиғаларына туҡталып китәйек.

Көтөлмәгән һөҙөмтә

22 апрелдә Францияла президент һайлауҙары булды. Илдең юғары вазифаһына ун кеше, шул иҫәптән өс ҡатын-ҡыҙ дәғүә итте. Кандидаттар араһында илдең ғәмәлдәге президенты Николя Саркози ҙа бар ине. Аналитиктар мотлаҡ ике тур булыр тип фаразлағайны, уларҙың юрағаны юш килде, бер кандидат та тейешле тауыш йыя алманы. Ә ғәмәлдәге ил президенты Николя Саркозиҙың үҙ дәғүәсеһенән кәмерәк тауыш йыйырын берәү ҙә көтмәгәйне. Тәүге тур һөҙөмтәләре буйынса Социаль партия лидеры Франсуа Олланд — 28,6, ә Николя Саркози 27,1 процент тауышҡа эйә булды. Өсөнсө урында — “Милли фронт” лидеры, ҡатын-ҡыҙ кандидат Марин Ле Пен. Ул һайлаусыларҙың 18 процент тауышын йыйыуға өлгәшкән. Тағы ла ике кандидаттың тауышы 8–11 процент булһа, ҡалғандарыныҡы 3 процентҡа ла етмәй. Николя Саркозиҙың тәүге турҙа еңелеүе көтөлмәгәнерәк булһа ла, хәл-ваҡиғаларҙың бындай боролош алырын тоҫмалларға мөмкин ине. Ни өсөн тигәндә, һуңғы йылдарҙа Францияның тышҡы сәйәсәте менән риза булмаусылар арта төшкән. Франция быға тиклем гел генә либераль позицияла тороп, сетерекле хәлдәрҙе дипломатик юл менән хәл итеү яҡлы ине. Николя Саркози хакимлыҡ иткәндә Ливияла Муаммар Каддафи режимын ҡолатыу өсөн Франция башлап йөрөүсе ролендә булды. НАТО ғәскәрҙәре сафында француз самолеттары беренсе булып Ливияны бомбаға тота башланы. Унан килеп, Франция Сүриә мәсьәләһендә лә агрессив икәнлеген күрһәтте. Иранға теш ҡайрау буйынса ла АҠШ-тан һис тә ҡалышманы. Ошондай шарттарҙа илдә Николя Саркози сәйәсәте менән риза булмаусыларҙың арта төшөүенә ғәжәпләнәһе түгел. Европа союзындағы финанс көрсөк мәсьәләһе лә Саркози файҙаһына түгел. Әммә ул әлегә бирешергә теләмәй. 6 майҙа үтәсәк икенсе турҙа дәғүәсеһен еңеп сығырға ниәтләй. Теледебаттар 2 майға билдәләнгән.

Йән тартмаһа ла, ҡан тарта

АҠШ-та ла ноябрҙә үтәсәк президент һайлауына әҙерләнәләр. Демократтар партияһынан илдең ғәмәлдәге президенты Барак Обама берҙән-бер кандидат булып торһа, Республика партияһы яҡлылар ҙа кемгә өҫтөнлөк бирәсәген ошо арала хәл итте. Быға тиклем Республика партияһынан президентлыҡҡа дәғүә итеүсе өс кандидат булһа, яңыраҡ Массачусетс штатының элекке губернаторы Митт Ромниҙы Барак Обаманың төп дәғүәсеһе итеп билдәләнеләр. АҠШ-тың вәкилдәр палатаһы спикеры Джон Бонэр ҙа Митт Ромниҙы яҡлаясағын белдерҙе. Дүрт йыл идара итеү осоронда Барак Обаманың да “яҙа атыу”ҙары бар. Тышҡы сәйәсәттә шул уҡ Ливия, Мысыр, Сүриә, Афғанстан мәсьәләһендә, Рәсәйҙең ҡаршылығына ҡарамайынса, Европала ПРО системаһы урынлаштырырға тырышыу, илдәге финанс көрсөк уның файҙаһына тип әйтеп булмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Барак Обаманың тәүге турҙа уҡ еңеп сығыу мөмкинлеге бар. Быны праймериз һөҙөмтәләре лә асыҡ күрһәтә. Алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Барак Обама дәғүәсеһенән 9 процентҡа күберәк тауыш йыйған. Бының сере ябай, ти аналитиктар. АҠШ халҡының яртыһынан күберәген тиерлек ҡара тәнлеләр тәшкил итә, һәм ил тарихында ҡара тәнлеләр вәкиленең беренсе тапҡыр президент итеп һайланыуы, уны икенсе мөҙҙәткә лә ҡалдырыу теләге көслө, тип бара улар. Ысынлап та, йән тартмаһа ла ҡан тарта, тиҙәр. Алып барған сәйәсәтенә ҡарамайынса, уның ҡара тәнле булғаны өсөн өҫтөнлөк биреүселәр күп. Ҡайһылай ғына булмаһын, АҠШ президенты булып кем генә һайланмаһын, Рәсәй менән дуҫ йәшәһен ине был ил. АҠШ менән бүлешер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Идеологиябыҙ күптән инде уртаҡ. Улар ҙа, беҙ ҙә тырышып-тырмашып капитализм төҙөйбөҙ. Шуға ла “һалҡын һуғыш” осорондағы кеүек ярышып ҡоралланыу, бер-береңә хәүеф менән янау ике яҡ өсөн дә файҙаға түгел.

Һиндостан да ҡораллана

Рәсәй менән АҠШ ҡорал артынан ҡыуыуҙы туҡтатҡан бер мәлдә, башҡа илдәр бының менән мауығып китте, ахырыһы. 19 апрелдә Һиндостан “Агни-5” баллистик ракетаһын һынап ҡараны. Белгестәр билдәләүенсә, бындай типтағы ракета менән 5 мең саҡрым алыҫлыҡтан атып та сәпкә тейҙереп, ҡаршы яҡтың көстәрен юҡ итеп була. Быға тиклем ошондай ракеталар Рәсәй, АҠШ, Ҡытай, Бөйөк Британия, Франция кеүек илдәрҙә генә бар ине. Әле килеп Һиндостандың ошо исемлекте тулыландырыуы тыныслыҡҡа алып килмәйәсәк, әлбиттә. Уларҙың Ҡытайға ҡаршы ҡоралланыуы бер кемгә лә сер түгел. Ҡытай әле был илдән күп йәһәттән өҫтөн тора. Һиндостанға ҡарап Пакистан да хәрби ҡеүәтен арттыра бара. КХДР ҙа ҡоралланыуын дауам итеп, күрше-тирә илдәргә ҙур хәүеф менән янай. Көньяҡ Корея разведкаһы мәғлүмәттәре буйынса, КХДР әле атом бомбаһына ер аҫты һынауы үткәрергә йыйына. АҠШ иһә Ҡытайҙы КХДР-ға ҡорал әҙерләшеүҙә ғәйепләп сығыш яһай. Ошондай шарттарҙа Рәсәйгә дөрөҫ дипломатик сәйәсәт алып барыу, әлеге илдәр менән килешеп йәшәү генә маҡсатҡа ярашлы.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 252

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 317

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 337

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 249

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 326

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 236

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 315

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 227

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 109

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 202