Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бушлай дарыу мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?
Бушлай дарыу мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?Йыл башынан республикала льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса һорауҙар тыуҙы. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш барышында ла атай-әсәйҙәр ғүмер өсөн мөһим препараттарҙы алыуҙа тотҡарлыҡтар булыуы хаҡында белдерҙе.

“Быйыл халыҡты бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү темпы кәмене. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, дарыуҙарҙы алыуҙа конкурс үткәреү тәртибе федераль кимәлдә үҙгәрҙе. Система был сараларҙы үткәреүгә әҙер булмай сыҡты, һөҙөмтәлә дарыуҙар ваҡытында алынманы. Әлеге ваҡытта хеҙмәтләндерелмәгән 800-850 рецепт бар. Һаулыҡ һаҡлау структуралары, һис шик­һеҙ, был хәлде төҙәтеү өҫтөндә эшләй һәм мәсьәлә мотлаҡ хәл ителәсәк. Финанслау мәсьәләһе лә бар. Әле дарыуҙар­ҙы алып бөтөү өсөн 300 миллион һум самаһы бүленде, әммә тағы ла 500 миллион һум талап ителә”, – тине Рөстәм Зәки улы.
Башлыҡ менән осрашыуҙан һуң “Берҙәм Рәсәй” партияһы рә­йесе Д.А. Медведевтың Өфөләге Төбәк йәмәғәт ҡабул итеүе бү­легендә “Башҡортостан Рес­публи­ка­һында ташламанан фай­ҙаланған граждандар катего­рияһын дарыу менән тәьмин итеү: мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары” тигән темаға брифинг үтте. Сарала “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк йәмәғәт ҡабул итеүе бүлеге етәксеһе Раил Әсәҙуллин, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаров, “Республика балалар клиник дауаханаһы” учрежде­ние­һының баш табибы, партияның “Сәләмәт киләсәк” проекты координаторы Рөстәм Әхмәтшин, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Рес­публикаһы буйынса территориаль органының медицина тәғәйенләнешендәге дарыу саралары һәм изделиеларының әйләнешенә контроль бүлеге начальнигы Рөстәм Мөхәмәтйәнов һәм журналистар ҡатнашты.
Раил Әсәҙуллин сараны башлап: “Беҙҙең йәмәғәт ҡабул итеүенә льготалы дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса йыш мөрәжәғәт итәләр. Мөһим һәм тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән һорауҙар байтаҡ. Бөгөн уларҙың күбеһен хәл итеү юлдарын табырға тырышырбыҙ”, – тине.
Рафаэль Яппаров ха­лыҡ­ты дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү мәсьә­ләһе киҫкен тороуын белдерҙе. Уның һүҙҙә­ренсә, 44-се Федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә бәйле, был механизм менән ваҡытында эшләп китә алмауҙары сәбәпле, федераль аҡсаның төп өлөшө февралдә генә ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән, әле хәл көйләнеп килә.
— Мәсьәләнең киҫкен булыуын беҙ кире ҡаҡмайбыҙ. Көн һайын иртәнге 7 сә­ғәт 30 минутта эш көнөбөҙ дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен тикше­реүҙән башлана. Һәр препарат, һәр йүнәлеш буйынса юл картаһы формалаштырылған. Ҡасан аукцион иғлан ителгән, контракт төҙөлгән, ҡасан препараттар киләсәге тураһында беләбеҙ. Ошонан сығып, июндә препараттар тулыһынса була­сағын хәбәр итәбеҙ, – тине Рафаэль Ғәли улы.
Министр урынбаҫары белде­реүенсә, препараттар алған һаулыҡ һаҡлау учреждение­һының эшенә даими мониторинг алып барыла. Шулай уҡ, сауҙа иғлан ителгәндә ауырлыҡтар тыумаһын өсөн, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәк Иҡтисади үҫеш министр­лығы менән аҙна һайын кәңәшмә үткәреп тора.
Рөстәм Мөхәмәтйәнов та бушлай дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе башлыса ойоштороуға бәйле булыуын билдәләне.
Бөгөн бушлай дарыуға ташламанан файҙаланғандар өс йүнәлештә тәьмин ителә: беренсеһе – ауырыуҙарҙы ете нозология буйынса ҡиммәтле дарыу препараттары менән тәьмин итеү; икенсеһе – федераль бюджет иҫәбенә дәүләт социаль тәьмин итеүгә хоҡуҡтары булған айырым категорияға ҡараған граждандарҙы дауалау; өсөнсөһө – айырым категория буйынса, шул иҫәптән һирәк осраған – орфан ауырыуҙарын төбәк бюджет иҫәбенә тәьмин итеү.
Тәүге йүнәлеш буйынса 4 меңдән ашыу пациент бар. Былтыр Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уларҙы дауалауға 1 миллиард 200 миллион һумлыҡ препараттар алған. Рәсми вәкилдәр белдереүенсә, әле был категорияға ҡарағандар мәсьәләһе хәл ителгән, дарыуҙар планлы рәүештә бирелә.
Икенсе йүнәлеш буйынса, йәғни социаль хеҙмәт туплан­маһы төрөндә социаль ярҙам алғандар (Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, яугирҙәре, хәрби ветерандар, хәрбиҙәр, блокадасылар, инвалид һәм инвалид балалар һ.б.) 78 мең 393 кеше тәшкил итә. Быйыл уларҙы дарыу менән тәьмин итеүгә 924 миллион һум самаһы йүнәлтеү ҡаралған.
Өсөнсө йүнәлеш буйынса төбәк 377 мең кешене дарыу менән тәьмин итеүгә 2018 –2019 йылдарҙа республика бюджетынан 1 мил­лиард 400 мең һум һалынасаҡ. Әммә был аҡса ғына етмәй, сөнки төп сумма һирәк осраған орфан ауырыуҙарына китә. “Әммә был беҙҙән дарыу менән тәьмин итеү яуаплылығын алмай, әлбиттә, вәғәҙәне үтәргә тырышасаҡбыҙ”, – ти Рафаэль Яппаров.
Һуңғы ваҡытта бушлай дарыу хоҡуғына эйә булғандар уны аҡсалата алыуҙы хуп күрә. Был иһә федераль бюджеттан бүленгән субвенцияның кәмеүенә булышлыҡ итә. Аҡса әҙ бүленгәс, төбәктең мөмкинлектәре лә сикләнә. Шуға күрә бушлай дарыу алыуға хоҡуҡтары булғандар ярҙамды “тауарлата” алһын ине, тигән үтенес белдерә һаулыҡ һаҡлау органы вәкилдәре.
Бушлай дарыу менән тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр килеп тыуғанда, тәүҙә дауалаусы участка табибына мөрәжәғәт итергә, әгәр мәсьәлә хәл ителмәһә, поликлиниканың баш табибына, уның да файҙаһы булмаһа, төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе брифингты ойоштороу­сылар.
Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр бер төрлө препарат алыуҙы хуп күрә. Табиптар икенсе төрлөнө яҙһа, ризаһыҙлыҡ белдергәндәр ҙә бар. Бындай осраҡта дауалаусы табипҡа мөрәжәғәт итеп, сәбәбен асыҡларға кәрәк. Дарыу килешмәһә, табиптар дауаханаға һалып, яңынан тикшереү үткәрергә бурыслы.
“Беҙ бөтә табиптарҙы ла пациенттары эргәһенән китмәй, уларға иғтибарлыраҡ булырға саҡырабыҙ”, – тине Рөстәм Мөхәмәтйәнов.
Эйе, мохтаждарҙы бушлай дарыу менән тәьмин итеү өсөн дәүләт, төбәк ҡаҙнаһынан ҙур сы­ғым сарыф ителә. Ә ауы­рыуҙар бер ҙә кәмемәй. Тимәк, киләсәктә дәүләт тағы ла күберәк сығымдар һалырға мәжбүр буласаҡ. Шунһыҙ булмай...
Ауырыуҙы бер кем дә һатып алмай, тиҙәр. Әммә улар араһында һау-сәләмәт тыуып, үҙҙәренең мәғәнәһеҙ тормош рәүеше, эскелек, наркомания һәм башҡа бәйһеҙлеге һөҙөмтәһендә сирлегә әйләнгәндәр бар. Ошо күҙлектән сығып фекерләгәндә, сәләмәт тыуғандар инвалидтар рәтен тулыландыр­маһын өсөн илдә сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, иҫкәртеү йүнәлешендә эште кө­сәйтеү бөгөн көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Шунһыҙ дарыу менән тәьмин итеү проблемаһы киләсәктә лә актуаллеген юғалтмаясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 269

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 301

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 308

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 236

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 298

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 186