Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъялар буталып тора...
Донъялар буталып тора...Рәсәйҙе көсһөҙләндереүгә Америка Ҡушма Штаттары күп көс һалды. Һөҙөмтәлә илде тарҡатыуға өлгәште, әммә һуңғы сиккә еткереүгә саҡ ҡына өлгөрә алмай ҡалды, Борис Ельцин влас­тан мәлендә китеп өлгөрҙө. Әлбиттә, ил именлеге хеҙмәтендә эшләп, халыҡ-ара сәйәсәтте яҡшы аңлаған Владимир Путинға ла Рәсәйҙе аяҡҡа баҫтырыу, элекке ҡеүәтен ҡайтарыу еңелдән түгел. Әммә уның эҙмә-эҙлекле эшенең ыңғай һөҙөмтәһен күрмәү мөмкин түгел. Улар араһында — Ҡырым һәм Севастополде ҡайтарыу, илдең Ҡораллы көстәрен аяҡҡа баҫтырыу, Рәсәйҙең донъя кимәлендә абруйын арттырыу һәм башҡалар...


Бәйләнергә сәбәп эҙләйҙәр

Көслө Рәсәй бер кемгә лә кәрәкмәй, айырыуса АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Франция кеүек агрессор илдәргә. Шуға ла, төрлө сәбәптәр табып, улар Рәсәйҙе ҡаҡшатыу, юҡҡа сығарыу өсөн нимәләр генә уйлап тапмай. Хәҙер көн һайын тиерлек инде­рел­гән санкцияларға өйрәнеп тә бөттөк. АҠШ президентын һай­лауҙа Дональд Трамптың еңеп сығыуында ла беҙҙең илде ғәйепләнеләр. Ғөмүмән, XX быуатта Рәсәйгә ҡарата 174 тапҡыр санкция иғлан ителгән, уларҙың сама менән 110-ын АҠШ ҡуллан­ған.
Яңыраҡ Бөйөк Британияла элекке шпион Сергей Скрипаль һәм уның ҡыҙын ағыулау енә­йәтендә лә Рәсәйҙең махсус хеҙ­мәттәрен ғәйепләп ҡуйҙылар. “Ҙур етәү” илдәренең (Бөйөк Британия, Германия, Италия, Канада, АҠШ, Франция, Япония) Сит ил министрлыҡтары Скрипаль һәм уның ҡыҙы буйынса Рәсәйҙән “тиҙ яуап биреүҙе” талап итте. “Рәсәйҙән Солсбериҙа булған хәлгә бәйле һорауҙарға тиҙ арала яуап биреүен талап итәбеҙ”, – тиелә документта. Шулай уҡ быға тиклем билдәле булмаған ағыулаусы матдәне – “Новичок”­ты етештереү програм­маһын да биреүҙе талап итәләр. “Хәл-торошона ҡарамайынса, химик ҡоралды файҙаланыуҙың барлыҡ осраҡтары ла Химик ҡоралды тыйыу халыҡ-ара конвенцияһы ҡануниәттәрен туранан-тура боҙоу ул. Ағыулаусы матдәләр бөтәбеҙ өсөн дә хәүеф тыуҙыра”, – тигән талап ҡуйып маташалар.

Һылтау кәрәк

Һуңғы йылдарҙа Америка “химик ҡоралдары бар” тип бәйлә­неп, үҙе теләгән илгә һөжүм итеүҙе ғәҙәткә индереп алды. Мәҫәлән, нефткә бай Ираҡтың аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Унда ла һуғыш башлауҙың сәбәбен химик ҡоралға һылтаны. Ә бит төп сәбәп “ҡара алтынға” барып тоташа. Ошо төбәктә тәртип тотҡан Сәддәм Хөсәйендең режимын алып ташлау Яҡын Көнсығышта радикаль көстәрҙең күпкә артыуына булышлыҡ итте, йәғни терроризмға яңы юлдар, уңайлы мөхит асылды.
Әле Сүриәлә лә шул уҡ хәл. Рәсәй ошо ил президенты Бәшәр Әсәдтең режимын яҡлап сыҡма­һа, күптән уны ла юҡ итерҙәр ине. Әммә әле беҙҙең илдең ҡыҫылыуы арҡаһында агрессор илдәр бында хужа була алмай интегә.
Әммә Америка сәбәп тапмай торамы һуң?! Бына тағы ла Бәшәр Әсәд үҙ халҡына ҡаршы химик ҡорал ҡулланған, тип АҠШ, Бөйөк Британия, Франция Сүриә­не бомбаға тотто. Был иһә бер аҙ тыныслыҡ урынлаша башла­ған илдәге хәлде тағы ла киҫкенләштереп ебәрҙе. Әсәд режимына ҡаршы булғандар тағы ла әүҙемләште.
Америка күптән инде бер кем­дән дә кәңәш һорамай, хатта Бер­ләшкән Милләттәр Ойошма­һы ла уға ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдермәй. Ул АҠШ өсөн генә эшләй тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Сәйәсәттән ситтә торған һәм бәй­һеҙ этте хәтерләткән “көслөләр” иһә башҡа халыҡтар тураһында уйланыр хәлдә түгел. Улар: “Милли мәнфәғәт хаҡына”, – тип аҡланыу яйын күрә.
Сүриәнең Дума ҡалаһындағы хәлде Рәсәйҙең сит ил эштәр министры Сергей Лавров былай баһаланы: “Был хәлде Көнба­йыштағы коллегалар тыуҙырҙы, улар бик яуапһыҙ эш итте, тип иҫәпләйем. Улар Сүриә властарын тыныс халыҡҡа ҡаршы химик ҡорал ҡулланыуҙа һәм беҙҙе уларҙың союздаштары тип ғә­йепләне. Етмәһә, инспектор­ҙарҙың хәл булған урынға сығып тикшергәнен көтмәнеләр. Химик ҡоралды тыйыу буйынса ойошма инспекторҙары Ливандан хәл булған урынға сығырға торғанда улар Сүриәне утҡа тотто”.
Ошондай сигнал булған саҡта агрессор илдәр тағы ла һөжүм итәсәген йәшермәй. Уларҙы ил­дәге хәрби хәрәкәттәрҙең яңынан тоҡаныуы, ғәйепһеҙ кешеләрҙең һәләк булыуы борсомай. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: улар киң мәғлүмәт сараларындағы һәм социаль селтәрҙәрҙәге хәбәргә таянып, илгә һөжүм иткән өсөн бер ваҡытта ла яуап тотмаясаҡ.
Әле әйтеп үтеүебеҙсә, һуңғы ваҡытта Америка Ҡушма Штаттары һәм уларҙың союздаштары, химик ҡорал ҡулланыуҙа ғәйеп­ләп, дошмандарына һөжүм итә. Әле лә Бөйөк Британияның Рәсәйҙе Скрипалде химик матдә менән ағыулауҙа ғәйепләүе ошо йәһәттән һағайыу тыуҙыра. Был осраҡта яҡшыға юрарға ғына ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 258

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 324

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 346

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 255

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 333

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 320

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 234

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 115

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 211