Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм ХӘМИТОВ: “Галстуктарығыҙҙы сисегеҙ, кешеләр менән аралашығыҙ”
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Галстуктарығыҙҙы сисегеҙ, кешеләр менән аралашығыҙ”Үткән аҙнала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2017 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Отчет әллә ни оҙаҡ ваҡытты алманы. Әммә эстәлеге... Документ бик конструктив төҙөлгән ине. Һәр фекер, һәр һүҙ төптән уйланылған, объектив һәм иң мөһиме — республика етәксеһе проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ асып һалды.

Ғәҙәттә, теләһә ниндәй рәсми документты ла ҡануниәт базаһына, иҡтисадҡа, сәнәғәткә, инновация үҫеше йүнәлеш­тә­ренә, статистика күрһәткестәренә бәйләр­гә күнеккәнбеҙ. Отчетта ла һандар, проценттар, сағыштырыуҙар булды — баш­ҡарма власть тарафынан башҡарылған ғәйәт ҙур эш күләме лә, республикалағы бөтә дәүләт власы органдары система­һының, урындағы үҙидараның, эшҡыуар­лыҡтың, граждандар йәмғиәте институт­тарының киләсәккә бурыстары ла сағы­лыш тапты. “Үҫеште тәьмин итеү өсөн тәү сиратта хеҙмәт етеш­тереү­сән­леген арттырыу мөһим, — тине республика етәксеһе. — Был йәһәттән беҙ киләһе йылдарҙа тәүгеләр исемлегенә инергә бурыслыбыҙ. Әммә төплө нигеҙ булдырмай тороп, күрһәткестәрҙе яҡшыртыу мөмкин түгел”. Быныһы әлеге шул иҡтисадҡа ҡағылғандарынан. Асылда иһә республика Башлығы мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, демографияға, ғаилә институтына булышлыҡ итеүгә баҫым яһаны.
Артабан Рөстәм Зәки улы пробле­маларға туҡталды. Тәүгеһе һәм иң мөһиме — инвестиция. “Инвес­тицияларһыҙ үҫеш юҡ — яңы предприятиелар төҙөлмәйәсәк, эш урындары булмаясаҡ, хеҙмәт хаҡы түләнмәйәсәк. Йәнә бер тапҡыр директорҙар корпусына мөрәжәғәт итәм. Әгәр һеҙҙең өсөн был мәсьәлә тәү проблема һаналмаһа, беҙҙең өсөн — мөһим тема. Беҙгә үҫеш кәрәк. Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме йыл һайын 60 миллиард һумға артып барырға тейеш”, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Хөкүмәт алдында шундай бурыс ҡуйҙы. 2016 йылда инвестор беҙҙең иҡтисадҡа 360 миллиард һум һалғайны. Былтыр был сумма кәмегән — 300 миллиард һум ғына булған. Сит ил капиталы өлөшө иһә бөтөнләй аҙ — дөйөм сумманың 10 проценты ғына. Республика Башлығы билдәләүенсә, 2025 йылда 660 миллиард һум кимәленә сығырға кәрәк.
Икенсе төп мәсьәлә — алданған өлөш­сөләр. “Район һәм ҡала башлыҡтары, һеҙ­гә өндәшәм. Был — һеҙҙең тема. Бар проблеманы республикаға ғына япһар­мағыҙ. Һеҙ төҙөлөш майҙаны бирәһегеҙ, документтарға ҡул ҡуяһығыҙ, төҙөүселәр менән эшләйһегеҙ. “Ерҙәге” тормош менән йәшәй башларға ваҡыт. Юҡһа, халыҡ плакаттар тотоп, аслыҡ иғлан иткәс кенә ҡыбырлай башлайһығыҙ. Былай эш бармай. Мәсьәләне кисекмәҫтән өйрәнегеҙ. Эшсе төркөмдәр ойоштороғоҙ, галстук­тарығыҙҙы сисегеҙ, кешеләр менән аралашығыҙ, эшләгеҙ, аңлатығыҙ”, — тип ҡаты-ҡаты өндәште Рөстәм Зәки улы һәм 2020 йылға тиклем проблеманы тамырынан хәл итергә ҡушты.
Республика Башлығы һаулыҡ һаҡлауға ла туҡталды. Рөстәм Хәмитов билдәлә­үен­сә, киләһе йылдарҙа медицина тарма­ғында төҙөлөш йылдам барасаҡ — онкология диспансерының, кардиология үҙәгенең яңы корпустары төҙөлә, Учалыла хирургия корпусын сафҡа индереү планлаштырыла, балалар поликлиникаларын төҙөү ҙә көн ҡаҙағында ҡала. Ҡыҫҡаһы, киләһе өс йылға ғына 15 миллиард һумлыҡ төҙөлөш эше планлаштырылған һәм, төбәк етәксеһе әйтеүенсә, аҡса буласаҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта Рөстәм Зәки улы медицина йәмәғәтселегенә үлем кимәлен түбәнәйтеү сараларын яңынан барлап сығырға ҡушты. “Бигерәк тә балалар үлеме буйынса күрһәткестәр юғары. Рәсәй буйынса 70-се урын. Перинаталь үҙәктәр төҙөйбөҙ, балалар поликлиникаларын төҙөкләндерәбеҙ, эш хаҡын арттырабыҙ... Ә һөҙөмтә юҡ. Ни өсөн?” Республика Башлығы был юлы һәр мәсьәлә буйынса аныҡ яуап талап итте.
Көн ҡаҙағына сығарылған һөйләшеүҙә торлаҡ мәсьәләһе лә ҡаралды. Бында ла Башлыҡ һүҙҙе ҡыҫҡа тотто: мәсьәләне өйрәнергә, эшләргә, хәл итергә. Ғөмүмән, йәмғиәттең һәр тармағы бер-береһе менән шул тиклем тығыҙ бәйләнгән — ғаилә именлеге социаль-иҡтисади үҫештең нигеҙе булып торһа, етеш, имен тормошто шулай уҡ тотороҡһоҙ үҫеш шарттарында тәьмин итеп булмаясаҡ. Шуға күрә лә Башҡортостанда ғаиләне яҡлау, һаҡлау буйынса эшмәкәрлек иҡтисад, сәйәсәт, сәнәғәт менән бер рәттән иғтибар үҙәгендә ҡала.

* * *
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Хөкүмәт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре хаҡында аныҡлабыраҡ сығыш яһаны.

Рөстәм Хәбиб улы белдереүенсә, республиканың тотороҡлолоғон тәьмин иткән сараларҙы үтәүгә 2017 йылда 23,2 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, был 2016 йылдағынан 3,6 миллиард һумға күберәк. Үҙ ваҡытында ҡабул ителгән саралар төп социаль-иҡтисади күрһәткес­тәрҙе яҡшыр­тыуға, тәьмин итеүгә мөмкинлек биргән.
— Социаль именлекте арттырыу һәм кешелек капита­лын үҫтереү өлкәһендә ҡаҙаныш булды, — тине Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов. — Былтыр республикала ғүмер оҙонлоғо 71 йәштән 71,7 йәшкә етте. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон 80 йәшкә еткереү мөһимлеген билдәләне.
Бындай уңыштың нигеҙе халыҡтың үлем осрағының кәмеүе менән аңлатыла. Шулай уҡ ҡайһы бер ауырыу төрҙәренең күрһәткесе буйынса үлемдең юғары булып ҡалыуы һәм киләсәктә уны кәметеү өсөн өҫтәмә саралар күреү мөһим.
Әлбиттә, именлекте билдәләүсе тағы бер мөһим фактор — ғаиләләге килем күләме. Былтыр эшселәрҙең уртаса эш хаҡы 30 меңгә тиклем күтәрелгән. Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, был күҙалла­ғандан юғары.
Халыҡты уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү социаль именлектең тағы бер күрһәткесе булып тора. 2016 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 2,4 процентҡа үҫеп, бер кешегә дөйөм 25,4 квадрат метр торлаҡ тура килгән. Торлаҡ алыу мөмкинлеге күрһәткесе буйынса, пландан 1,4 тапҡырға алда барабыҙ.
Былтыр республикала юл-транспорт инфраструктураһы хәле һиҙелерлек яҡшырған. Автомобиль юлдарының сифаты, уларҙы йүнәтеү өсөн ҡаҙнанан 13,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
Әйткәндәй, 2017 йыл республикала Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғи биләмәләр йылы аҫтында үтте. Был йү­нәлештә экологик зыян күләмен кәметеүгә, халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү кимәлен күтәреүгә, ҡалдыҡтарҙы утилләштереүгә йүнәлтелгән программалар бойомға ашырылған. Һауа бысраҡ­лығын күҙәтеү буйынса автомат­лаштырылған станциялар төҙөлгән.
Рөстәм Хәбиб улы фекер алышыу барышында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының инвестиция әүҙемлеген ҡеүәтләндереү, инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу, социаль торлаҡ төҙөлөшө программаһы, күп ҡатлы йорт­тарҙы ремонтлау, агросәнәғәт комплексы үҫеше, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарын эш­кәр­теүҙе ойоштороу, спорт федерацияларына ярҙам һәм башҡа көнүҙәк мәсьә­ләләр буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.
Венер ИСХАҠОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206