Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бик шәп етәү һәм Собчак
Бик шәп етәү һәм Собчак Эксперттар президентлыҡҡа кандидаттарҙың мөмкинлектәрен баһаланы


Илдә теледебаттар башланды. Президентлыҡҡа ҡайһы бер кандидаттарҙың агитация кампаниялары күптән башланһа ла, оппоненттарҙың алышын күҙәтеү ҡыҙығыраҡ, файҙалыраҡ була бара. Һайлау алдынан бирелгән вәғәҙәләрҙең айышына төшөнөп, аңларға тырышайыҡ. Улар буш һүҙ булып ҡалырмы, әллә инде кандидат ниндәйҙер ылыҡтырыу ҡеүәтенә генә түгел, ә идара итеү һәләтенә лә эйәме? Ниһайәт, ул еңенә йәшереп ҡуйған төп уйын кәртте сығарырмы йә иһә сәйәси карьераһына нөктә ҡуйырлыҡ серҙәре асыҡланырмы? Политологтар өсөн күп кенә һорауҙарға яуап билдәле. Ә халыҡ иһә эксперттарҙың күҙаллауҙары ысынбарлыҡҡа ни тиклем тап килеүен баһалай ала.


Лидер

Күҙәтеүселәрҙең барыһы ла тиерлек “беренсе” кандидатты – ғәмәлдәге президент Владимир Путинды баһалау йәһәтенән уртаҡ фекерҙә. Улар күҙаллауынса, бында бер ниндәй ҙә көтөлмәгән хәлдәрҙең булыуы мөмкин түгел. “Путин президентлыҡҡа бармай – ул ошо вазифала эшен дауам итә, – тигән фекерҙә Сәйәси технологиялар вице-президенты Алексей Макаркин. – Уның ҡайтанан һайланыуға өмөтө ярайһы уҡ ҙур. Әммә башҡа кандидаттарҙың ҡыҙыҡлы һәм көслө булыуын иҫәпкә алғанда, һайлау уның өсөн ябай булмаҫ, моғайын”.
Политолог билдәләүенсә, “еңгән осраҡта һорауҙар тыумаһын өсөн һайлауҙың легитимлығын тәьмин итеү һәм халыҡтың унда әүҙем ҡатнашыуына өлгәшеү” ҙә бик мөһим.
Грудинин һәм
коммунистар

“КПРФ үҙе өсөн ғәҙәти икенсе урынды алырмы?” – тигән уй борсой политолог­тарҙы. Шул уҡ ваҡытта партия тәҡдим иткән яңы кеше – олигарх һәм “Ленин исемендәге совхоз” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте башлығы Павел Грудинин әлегә коммунистарҙың һайлау кампанияһында ғәҙеллекте һәм асыҡлыҡты тәьмин итә алманы, тип билдәләй улар.
Политолог һәм публицист Леонид Радзиховский әйтеүенсә, Грудинин “башта таң ҡалдырғайны”. “Уға һоҡланған блогерҙар, “һулдар ҙа”, “либералдар ҙа”, лайыҡлы альтернатива тураһында йотлоғоп яҙа ине, әммә ай ярымдан кандидат күҙгә күренеп шиңде”, – ти ул. Бының сәбәбе, политологтың фекеренсә, Грудининдың симулянт булыуында: “Ул партияларҙы һәм вәғәҙәләрен алмаштыра. Шуға ла үҙенең сәйәси платформаһын да аныҡ ҡына аңлата алмай. Уның “20 аҙым” тип аталған платформаһы – тотош штамп”.
“Үҙен көслө хужа, ер кешеһе тип таныштырҙы, – тип фекер йөрөтә публицист. – Әммә ваҡыт үтеү менән “мөғжизәле еләк”тең күп йәһәттән уйҙырма икәнлеге, ә совхоздың төп килем сығанағы ҡуртымға бирелгән ҡиммәтле ер булыуы асыҡланды”.
“Президентлыҡҡа барғанға һәм электорат менән осрашыуҙарҙа алданған өлөшсөләргә ярҙам вәғәҙә иткәнгә тиклем үҙ совхозыңдағы алданған пайсылар проблемаһын хәл итергә кәрәк ине”, – тип тағы ла бер күңелһеҙ ваҡиғаны иҫкә төшөрә политолог Алексей Рощин. Политолог КПРФ кандидатының “асыҡ власть системаһын төҙөй алыуына” ышанып етмәй, сөнки “ул хатта үҙенең декларацияһын да тәртипкә килтерә алмай. Әленән-әле асыҡланған һәм коммунистарҙан тәҡдим ителгән кандидаттың абруйын төшөргән НАТО илдәрендә йәшәүгә рөхсәт, сит илдәрҙәге иҫәптәр һәм күсемһеҙ милек кеүек мәғлүмәттәр тап ошоноң менән аңлатыла ла инде”.
Эксперттар Грудининдың кампанияһы барышында асыҡланған байтаҡ тупаҫ етешһеҙлектәр хаҡында белдерә. “Теркәлгәндә сит ил банктарындағы бер нисә миллиард һумды күрһәтергә “онотҡан”. Һуңыраҡ иһә – Швейцария һәм Австрия банктарындағы иҫәптәр, Испаниялағы йорт. Фекере ошо тиклем тарҡау кандидат нисек итеп донъя ядро державаһы президенты булырға итә икән? – тип ғәжәпләнә РКРП-КПСС Үҙәк комитетының беренсе секретары Виктор Тюлькин. – Әллә онотмаған, күрәләтә йәшереп ҡалдырғанмы? Был хәл Грудининды алдан уҡ уйлап әҙерләгәндәр һәм һиҙҙермәй генә күптән инде үҙаллы булмаған Зюгановҡа тәҡдим итеү өсөн килтереп тотторғандар тигән фаразды раҫлаған кеүек. Нисек кенә булмаһын, президент карьераһын халыҡты алдауҙан башлау яҡшы түгел”.
Шулай уҡ Грудинин ғаиләһенең күп һанлы сит ил активтарына һәм кандидаттың хәйләкәрлегенә иғтибарҙы йүнәлтә. “Испаниялағы вилла, Латвияла йәшәүгә рөхсәт һәм йорт. Кандидаттың әсәһе иһә Израилдә йәшәй. Айырып әйтергә кәрәк: коммунистар тәҡдим иткән кандидаттың өлкән улы Рәсәйҙе асыҡтан-асыҡ дошманы һәм агрессор тип атаған, СС-ты ихтирам иткән, рустарҙы кәмһеткән илдә – Латвияла йәшәргә рөхсәт алған. Грудинин тураһында көн дә ниндәйҙер яңылыҡ беләбеҙ”.
Ошоға бәйле “Павел Грудинин һайлауға ниндәй маҡсат менән бара?” тигән һорау борсой эксперттарҙы. Әүәлерәк был осраҡта кампания Кремль менән сауҙалашыу предметы булараҡ файҙаланыла тигән фараздар яңғырай ине – “мәҫәлән, Мәскәү өлкәһе губернаторы йәки ауыл хужалығы министры вазифаһын алыу өсөн”. Ләкин сәйәси технологиялар үҙәге вице-президенты Алексей Макаркин Грудининдың юғары вазифаларға иҫәп тотоуына шик белдерә: “Ошо исемлектәге бер генә етешһеҙлек тә дәүләт хеҙмәткәрен эштән бушатыу өсөн етә. Грудинин, күрәһең, бындай багаж менән вазифа өсөн көрәшеүҙең файҙаһыҙ икәнлеген аңламайҙыр”.
Леонид Радзиховскийҙың фекеренсә, КПРФ-тың үҙе яҡлылар ҙа хупламаған кандидатты тәҡдим итеүе етди низағҡа, хатта партия эсендә тарҡалыуға килтереүе лә ихтимал. Шуға күрә политолог ҡалған ике һул кандидатҡа – Сергей Бабурин (“Рәсәй дөйөм халыҡ союзы”) менән Максим Сурайкинға (“Рәсәй коммунистары”) иғтибар итергә кәңәш бирә.
“Грудинин менән бәйле низағтар юҫығында уларҙың икеһе лә КПРФ электоратының бер өлөшөн үҙҙәренә ылыҡтыра ала, – тигән фекерҙә публицист. – Был патриоттарҙы идеологик яҡтан анығыраҡ, коммунистар менән һул көстәрҙең традицион ҡиммәттәре рухындағы позиция берләштерә, әммә уларға көрәшеү һәм үҙҙәрен танытыу (медиалылыҡ) өсөн ресурстар етеңкерәмәй”.

Либерал-демократтар һәм…

“Үҫеш партияһы”нан бизнес-омбудсмен Борис Титовтың тәҡдим ителеүе күп кенә эксперттарға аңлашылып етмәй. “Лондон­дағы “Титов исемлеге”нә бәйле пиарҙы иҫәпкә алмағанда, ул сәйәси кампания алып бармай тиерлек”, – ти Леонид Радзиховский.
“Яблоко” лидеры Григорий Явлинский, киреһенсә, был юлы аптыратыуы ихтимал, тип фаразлай эксперт: “Ул либераль фән­ни-техник интеллигенция өсөн тәртипле, әммә ҡыҙыҡ булмаған кандидат имиджын үҙгәртеүе, режимды ҡаты тәнҡитләп сығыш яһауы һәм демократик лагерь буйынса ярышташтарын ҡыҫырыҡлауы ихтимал”.
Алексей Рощин “Граждандар инициативаһы”нан тәҡдим ителгән Ксения Собчакка тейешле баһа бирә. Уның фекеренсә, “ул ҡәнәғәт булмаған, асыулы ҡала халҡында һәм йәштәрҙә яҡлау табыуы, кампанияла ҡатнашыуҙан билдәле бер дивиденд алыуы ихтимал”. “Собчак кампанияны яҡшы алып бара, ҙур тырышлыҡ һала, эшләй, саралар үткәрә, һайлаусылар менән осраша”. Политолог кандидаттың бындай әүҙемлегенең сәбәбен түбәндәгесә аңлата: “Уның өсөн Президент һайлауы – “балалыҡ шоу-бизнесы”нан оло сәйәси тормошҡа илтеүсе күпер. Ксения киләһе һайлауҙа Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәге хаҡында белдерҙе”.
…Жириновский

Илдәге сәйәси юҫыҡтың айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән ЛДПР лидерын да эксперттар тейешенсә баһаланы. Улар әйтеүенсә, оҙайлы сәйәси тормошо Владимир Вольфовичҡа яңынан-яңы фекерҙәштәр йәлеп итергә ҡамасауламай.
“Жириновский икенсе урын өсөн көрәшәсәк, – тип фаразлай Алексей Макаркин. – Әйткәндәй, 2016 йылда Дәүләт Думаһына һайлауҙа ЛДПР өсөн Жириновский яҡлылар ғына түгел, шулай уҡ властың тышҡы сәйәсәтен тулыһынса хуплаған, әммә йәшәү кимәленән ҡәнәғәт булмаған протест электоратының бер өлөшө тауыш биргәйне”.
“Ҡырыҫ холҡона ҡарамаҫтан, Жириновский йәмғиәттең төрлө ҡатламдары менән уртаҡ тел табыу һәләтенә эйә, – ти Алексей Рощин. – Һоҡланғыс оратор, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә ябай һәм аңлайышлы итеп әйтеп бирә. Телекамералар алдында ғына түгел, Дәүләт Думаһында ла граждандарҙың мәнфәғәтен сағылдыра. ЛДПР лидерының ошо сифаттары күптәрҙе ылыҡтыра”.
Политолог “оҙаҡ егеп, йылдам йөрөү”ҙе кандидаттың барлыҡ кампаниялары (әлегеһе алтынсы – абсолют рекорд) үҙенсәлеге тип билдәләй. “Жиринов­скийҙың кампанияһы һәр ваҡыт аҙаҡҡа табан әүҙемләшә, финишта иһә – икенсе-өсөнсө урын. Был һайлау ҙа шундайҙар иҫәбендә булыр, моғайын”, – тип күҙаллай эксперт.

ҺУҢҒЫ ҺҮҘ УРЫНЫНА

Финишҡа кемдең беренсе булып килеүен 18 мартта Рәсәй халҡы хәл итәсәк. Шуға күрә өйҙә ултырып ҡалмайынса, һайлау участкаларына килергә кәрәк. Өҫтәүенә әлеге һайлау бик мауыҡтырғыс булмаҡсы.



Олег ФРОЛОВ
(“Комсомольская правда” гәзитенән, 2018 йыл, 6 март).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 205