Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әбйәлил: төбәк яңы һулыш кисерә
Әбйәлил: төбәк яңы һулыш кисерәБашҡортостан етәкселеге, халыҡтың мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, төрлө проекттар буйынса эшмәкәрлекте киң йәйелдерә. Мәҫәлән, Көньяҡ Уралды иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһына ярашлы, бихисап маҡсат-пландар уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошо көндәрҙә сираттағы ҡыуаныслы яңылыҡтың шаһиты булдыҡ – Өфөләге Инвестор йортонда Lasselsberger GmbH инвестицион өҫтөнлөклө проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында килешеүгә (Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаһы етештереү буйынса завод төҙөлөшөнөң I этабы) ҡул ҡуйылды. Рәсми документҡа республикабыҙ Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Lasselsberger GmbH компанияһынан вәкил Йозеф Ласселсбергер, “Цемикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Го Жан һәм Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов ҡул ҡуйҙы.


Австрия компанияһының иғтибарын ҡаҙылма байлыҡтарға бай Әбйәлил тарафтары, асылда ундағы мәрмәр, эзбизташ ятҡылығы тиккә генә йәлеп итмәй. Бында ең һыҙғанып эшләү өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар бар: сеймал аяҡ аҫтында ята тигәндәй, эшсе ҡулдар етерлек, эргәлә генә тимер юлы. Ысынлап та, Первомайский ауылы янында аҡ цемент, микрокальцит һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаһы етештерә башлау (ҡеүәте – йылына 424 мең тонна продукция) төбәк үҫешенә һәр йәһәттән дә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Беренсенән, халыҡҡа күпләп эш урыны булдырыла. Проектты бойомға ашырыуҙың тәүге баҫҡысында уҡ 220 кеше эш менән тәьмин ителәсәк, һуңғараҡ инде был һанды 500-гә хәтлем еткереү күҙ уңында тотола. Юғиһә ҡайһы берәүҙәр “оҙон аҡса” артынан ҡайҙа ғына сапмай?! Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына, вахта ысулы менән Себергә лә сығып китәләр, күрше ятҡан Магнитогорскиҙы телгә алырға ла түгел. Икенсенән, инфраструктура һиҙелерлек ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк. Кем төҙөк һәм заман менән бергә атлаған ауылда йәшәүҙән баш тартһын, ти! Һүҙ ҙә юҡ, Первомайский киләсәктә үҫәсәк. Өсөнсөнән, логистика тураһында ла оноторға ярамай. Ғөмүмән, өҫтөнлөклө инвестицион проекттың район ғына түгел, ә республика үҫешенә тос өлөш индерәсәгенә шик юҡ. Әлбиттә, был проект Көньяҡ Уралдың иҡтисади ҡеүәтен арттырасаҡ. Рәсәйҙә әле аҡ цемент тик бер урында – Мәскәү янындағы предприятиела ғына етештерелә.
Керамика плитәһе һәм төҙөлөш ҡатнашмалары етештергән “Ласселсбергер” – ҡеүәте буйынса Европала дүртенсе урынды биләгән компания. Уның Өфөлә төҙөлгән заводы – Рәсәйҙә берҙән-бер.
Әйткәндәй, Сочиҙа уҙған Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә “Төбәктәргә инвестиция – киләсәккә инвестиция” тигән пленар ултырышта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев сығыш яһаны, унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.




Илшат ТАЖЕТДИНОВ, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары:
– Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса былтыр Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаһын етештереү тураһында инвестицион проектты тормошҡа ашырыу тураһында уй-ниәттәр протоколына ҡул ҡуйғайныҡ. Ойоштороусыһы – Lasselsberger GmbH компанияһы һәм уның етәксеһе Йозеф Ласселсбергер. Шулай уҡ төбәктә эш урындарын тағы ла арттырыу мәсьәләһе хаҡында ла фекер алыштыҡ. Хөкүмәт аппаратында проектҡа яуаплы махсус эшсе төркөм төҙөлдө. Ошондай башланғыстар Көньяҡ Уралды иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһына көслө этәргес бирәсәк.

Рим СЫҢҒЫҘОВ, Әбйәлил районы
хакимиәте башлығы:

– Ауылдың йөҙө кешеләрҙең кәйефенә туранан-тура бәйле, ә инде уларҙың һәр береһенең шөғөлө булһа, был икеләтә ҡыуаныс. Первомайский ауылы эргәһендәге төҙөлөшкә ер участкаһы бүленде, сеймал етерлек. Завод эшләй башлау менән, ауыл икенсе һулышын кисерәсәк. Артабан да ошо йүнәлештә эште да-уам итәсәкбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 270

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 309

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 236

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 187