Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан тәжрибәһе оҡшаны”, — тине Мәскәү ҡунаҡтары
Хәтерегеҙҙәлер, бынан бер нисә йыл элек Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы белем биреүҙә милли төбәк компонентын ғәмәлдән сығарыуҙы күҙ уңында тотҡан закон проектын тикшереүгә сығарғайны. Закон ҡабул ителгән хәлдә, гуманитар фәндәр, атап әйткәндә "Башҡортостан тарихы", "Башҡортостан мәҙәниәте", "Башҡортостан Республикаһының географияһы һәм экологияһы", "Башҡорт теле", "Татар теле", "Туған рус теле" дәрестәре мәктәп программаһынан төшөп ҡалырға тейеш ине. Әллә күпме ҡаршылыҡтарға осраған башланғыс бер килке тынып та ҡалғандай тойолғайны, әммә мәғариф системаһы барыбер яңы стандарттарға, яңы йүнәлештәргә, яңы алымдарға һылтанып, үҙ көйөнә "камиллашыуын" дауам итте. Бөгөн был мәсьәлә — йәнә йәмәғәт вәкилдәренең иғтибары үҙәгендә. Тик был юлы икенсе юҫыҡта — Өфөлә "Рәсәй тарихы контексында этномәҙәни компонентты уҡытыу" темаһына Бөтә Рәсәй конференцияһы үтте.
Сара ике көн дауам итте. Рәсәй тарихы йылына арналған конференцияла Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдары, Башҡортостан, Адыгей, Мари Иле республикаларынан, Волгоград, Новосибирск, Омск, Свердловск, Силәбе өлкәләренән һәм Хабаровск крайынан юғары уҡыу йорттары педагогтары һәм тарих уҡытыусылары ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы пленар ултырышта Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов сәләмләне.
“Форум тиҫтәләгән билдәле ғалимдың, дәреслек авторының, әйҙәүсе методистың һәм уҡытыусының иғтибарын тарихи ысынбарлыҡҡа йүнәлтте, — тиелә Президенттың тәбрикләү хатында. — Яңы белем биреү стандарттары тарихи-әҙәби дәреслектәр аша йәш быуында әхлаҡи ҡиммәттәр, үткәндәргә хөрмәт, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләүгә булышлыҡ итергә тейеш. Айырыуса аҙ өйрәнелгән ил төбәктәренең тарихына, уҡытыу алымдарына, архив мәғлүмәттәренә, кадрҙар әҙерләүгә иғтибарлыраҡ булһаҡ ине”.
Көн ҡаҙағына сығарылған тема тәү сиратта йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих уҡытыусыларына ҡағыла. Төп маҡсат — мәктәп программаһында ҡаралған әлеге фәндәрҙе өйрәнгәндә Рәсәй тарихы менән бер рәттән төбәк компонентына ла өҫтәмә дәрестәр бүлеү.
— Мәктәп тәү сиратта юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тейеш. Бөгөнгө уҡыусы иртәгә үҙе үк тарих уҡытыусыһы булып китеүе ихтимал. Шуға был бәйләнештең ныҡлығын һәм бөтә камиллығында үҫеүен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Унан уҡытыуҙы бер дәрес программаһына ғына ла япһарып ҡалыу урынһыҙ. Айырыуса тарихты өйрәнгәндә. Беҙ белем усаҡтарының музейҙар менән генә түгел, китапханалар, ғилми үҙәктәр, архивтар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыуҙары яҡлыбыҙ. Был йәһәттән Башҡортостандың тәжрибәһе оҡшаны. Өлгө алырға кәрәк, — тине академик, Рәсәй Фәндәр академияһының Дөйөм тарих институты директоры Александр Чубарьян.
Әйткәндәй, ҡунаҡтар конференцияның нәҡ Башҡортостан ерендә үтеүенә һоҡланыуын йәшермәне.
— Өфөнө һайлап яңылышмағанбыҙ. Күренеп тора, этно-мәҙәни кимәл, үҙ тарихыңды өйрәнеү теләге, ғөмүмән, үҙ тарихыңа ғына түгел, башҡа халыҡтарҙы ла берҙәй күреү, ихтирам итеү юғары кимәлдә, — тине улар.
Конференция барышында илдең төрлө төбәктәренән килгән ғалимдар, уҡытыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре баш ҡала мәктәптәрендә булды, төрлө темаларға ойошторолған секцияларҙа, оҫталыҡ кластарында ҡатнашты, фекер алышты. Һөйләшеүҙәр барышында төрлө идеялар яңғыраны. Берәүҙәр дәреслектәрҙе ҡайтанан ҡарап сығырға кәңәш итте, икенселәр төбәк компоненттарының яңы моделен булдырып, уларҙы белем биреү программаһына индереүҙе хупланы.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 256

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 322

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 342

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 331

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206